Кем ул антихрист?
Изге Яҙманан яуап
Антихрист — ул ниндәйҙер билдәле бер кеше, төркөм йәиһә ойошма түгел, сөнки Изге Яҙмала: «Мәсихтең күп дошмандары пәйҙә булды», — тиелгән (1 Яхъя 2:18). «Антихрист» тигән һүҙ грек теленән алынған һәм «Мәсихкә ҡаршы (Мәсих урынына)» тигән мәғәнә йөрөтә. Ундай кешеләр:
Ғайсаның Мәсих булыуын һәм уның Алла Улы икәнен инҡар итә (1 Яхъя 2:22);
Алланың Майланған Затына — Мәсихкә ҡаршылыҡ күрһәтә (Зәбур 2:1, 2; Лука 11:23);
үҙҙәрен Мәсих тип атай (Матфай 24:24);
Ғайсаның шәкерттәрен эҙәрлекләй, — ә уларға ҡаршы эшләнгән бар эштәрҙе лә Ғайса үҙенә ҡаршы эшләнә тип һанай (Илселәр 9:5);
үҙҙәрен мәсихсе тип атай, әммә енәйәтсел эштәр ҡыла һәм алдай (Матфай 7:22, 23; 2 Кәринттәргә 11:13).
Изге Яҙмала «антихрист» тигән атама айырым шәхесте генә түгел, йыйылма образды ла һүрәтләргә мөмкин (2 Яхъя 7). Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, тәү башлап антихрист илселәр заманында барлыҡҡа килгән һәм беҙҙең көндәрҙә лә бар (1 Яхъя 4:3).
Антихристарҙы нисек танырға?
Улар Ғайса хаҡында ялған тәғлимәттәр тарата (Матфай 24:9, 11). Мәҫәлән, Троица хаҡындағы тәғлимәткә өйрәтеп йәиһә Ғайса — ул Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла тип, улар Ғайсаның «Атам Минән бөйөгөрәк» тигән һүҙҙәренә ҡаршы килә (Яхъя 14:28).
Антихристар Алла Батшалығы хаҡында Ғайса өйрәткәндәрҙе кире ҡаға. Мәҫәлән, ҡайһы бер дин етәкселәре: «Ғайса кеше хөкүмәттәре аша хакимлыҡ итә», — тип әйтә. Әммә был фекер Ғайсаның: «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел», — тип аңлатыуына тура килмәй (Яхъя 18:36).
Улар: «Ғайса — беҙҙең Хужабыҙ», — ти, ләкин уның әмерҙәрен, шул иҫәптән, Алла Батшалығы хаҡындағы яҡшы хәбәрҙе вәғәзләргә тигән бойороғон үтәмәй (Матфай 28:19, 20; Лука 6:46; Илселәр 10:42).