Асылыш китабының 17-се бүлегендә һүрәтләнгән ҡып-ҡыҙыл януар нимәне символлаштыра?
Изге Яҙманан яуап
Асылыш китабының 17-се бүлегендә һүрәтләнгән ҡып-ҡыҙыл януар бер ойошманы символлаштыра. Уның маҡсаты — донъялағы бөтә хөкүмәттәрҙе берләштереү һәм уларҙың вәкиле булыу. Башта ул Милләттәр Лигаһы булды, ә бөгөн ул — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО).
Ҡып-ҡыҙыл януарҙы билдәләргә ярҙам иткән асҡыстар
Сәйәси ойошма. Ҡып-ҡыҙыл януарҙың «ете башы» бар. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, улар «ете тауҙы» һәм «ете батшаны», йәғни идара итеүсе хөкүмәттәрҙе аңлата (Асылыш 17:9, 10). Изге Яҙмалағы тауҙар һәм януарҙар хөкүмәттәрҙе символлаштыра (Йәрәмиә 51:24, 25; Даниял 2:44, 45; 7:17, 23).
Бөтә донъя сәйәси системаһына оҡшаған. Был ҡып-ҡыҙыл януар Асылыш китабының 13-сө бүлегендәге бөтә донъя сәйәси системаһын символлаштырған ете башлы януарҙы хәтерләтә. Уларҙың икеһенең дә ете башы һәм ун мөгөҙө бар, һәм улар Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланған (Асылыш 13:1; 17:3). Был оҡшашлыҡ осраҡлы хәл түгел. Ҡып-ҡыҙыл януар — бөтә донъя сәйәси системаһының һүрәте йәки сағылышы (Асылыш 13:15).
Хакимлыҡты хөкүмәттәрҙән ала. Ҡып-ҡыҙыл януар үҙ «башланғысын» хөкүмәттәрҙән ала, икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, хөкүмәттәр ярҙамында барлыҡҡа килә (Асылыш 17:11, 17).
Дин менән бәйле. Ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә донъялағы бөтә ялған диндәрҙе символлаштырған Бөйөк Вавилон ултыра. Тимәк, был януарға төрлө диндәр тәьҫир итә (Асылыш 17:3—5).
Алланы хурлай. Был януар «Алланы хурлаған исемдәр менән ҡапланға[н]» (Асылыш 17:3).
Ваҡытлыса үҙ көсөн юғалта. Ҡып-ҡыҙыл януар бер ни тиклем ваҡытҡа «упҡынға» a ташлана, йәғни эш итмәй, ләкин яңынан күтәрелә (Асылыш 17:8).
Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеше
Ҡып-ҡыҙыл януар тураһындағы пәйғәмбәрлектең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында һәм унан алда булған Милләттәр Лигаһында нисек үтәлгәнен ҡарап сығайыҡ.
Сәйәси ойошма. БМО, «бөтә ағзаларының үҙ аллы тигеҙлеге принцибына» нигеҙләнеп, сәйәси системаға булышлыҡ итә b.
Бөтә донъя сәйәси системаһына оҡшаған. Әлеге ваҡытҡа БМО составына 193 дәүләт инә, уларҙың һуңғыһы был ойошмаға 2011 йылда ҡушылған. Шулай итеп, БМО донъялағы бар илдәрҙең һәм халыҡтарҙың вәкиле булырға дәғүә итә.
Хакимлыҡты хөкүмәттәрҙән ала. БМО үҙ эсенә ингән дәүләттәр ярҙамында барлыҡҡа килгән. Шуға күрә улар уға күпме көс һәм хакимлыҡ бирә, ул шул тиклем генә көскә һәм хакимлыҡҡа эйә.
Дин менән бәйле. Милләттәр Лигаһы ла, БМО ла донъялағы диндәрҙән ярҙам алып тора c.
Алланы хурлай. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы «халыҡ-ара тыныслыҡ һәм именлек булдырыр өсөн» ойошторолған булған d. Был маҡсат маҡтауға лайыҡ булһа ла, ысынында БМО Алланы хурлай, сөнки Алла Батшалығы ғына башҡара алған эштәргә дәғүә итә (Зәбур 46:9; Даниял 2:44).
Ваҡытлыса үҙ көсөн юғалта. Беренсе донъя һуғышынан һуң күп тә үтмәҫтән Милләттәр Лигаһы ойошторолдо. Ул тыныслыҡ булдырыу маҡсаты менән ойошторолһа ла, халыҡ-ара агрессияны туҡтата алманы. 1939 йылда, Икенсе бөтә донъя һуғышы башланғас, ул эш итеүҙән туҡтаны. Икенсе бөтә донъя һуғышы бөткәс, 1945 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы булдырылды. Үҙенең маҡсаты, ысулдары һәм төҙөлөшө менән ул Милләттәр Лигаһынына оҡшаған.
a Бер белешмә буйынса, «упҡын» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «сикһеҙ тәрәнлек» тигәнде аңлата («Vine’s Expository Dictionary of Old and New Testament Words»). Икенсе бер тәржемәлә «төпһөҙ соҡор» тигән һүҙбәйләнеш ҡулланыла («The King James Version»). Изге Яҙмала был һүҙ сикләү урынын йә эш итә алмау хәлен белдерә.
b Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставының 2-се пунктын ҡарағыҙ.
c Мәҫәлән, 1918 йылда Америкалағы протестант диндәре советы, Милләттәр Лигаһы «Алла Батшалығының ерҙәге сәйәси сағылышы» буласаҡ, тип белдергән. 1965 йылда буддизм, индуизм, ислам, иудаизм, католицизм, православие һәм протестантизм диндәренең вәкилдәре, БМО яғында тороуҙарын күрһәтер өсөн һәм улар хаҡына доға ҡылыр өсөн, Сан-Францискола йыйылған. 1979 йылда Рим папаһы Иоанн Павел II БМО-ның «мәңгегә тыныслыҡ һәм ғәҙеллектең иң юғары форумы булырына» өмөтөн белдергән.
d Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы уставының 1-се статьяһын ҡарағыҙ.