Төп мәғлүмәткә күсеү

Был донъяның ахыры ҡасан килер?

Был донъяның ахыры ҡасан килер?

Изге Яҙманан яуап

 Был донъяның ахыры ҡасан килерен белер өсөн, Изге Яҙмала «донъя» тигән һүҙҙең нисек ҡулланылыуын аңларға кәрәк. Ғәҙәттә «донъя» тип тәржемә ителгән ко́смос тигән грек һүҙе бөтә кешелеккә, айырыуса Алла нормалары һәм ихтыяры буйынса йәшәмәгән кешеләргә ҡарай (Яхъя 15:18, 19; 2 Петер 2:5). Ҡайһы саҡта ко́смос тигән һүҙ кешелек йәмғиәтенең төҙөлөшөн аңлата (1 Кәринттәргә 7:31; 1 Яхъя 2:15, 16) a.

Донъяның ахыры нимә ул?

 «Донъяның ахыры» тигән һүҙбәйләнеш Изге Яҙманың күп тәржемәләрендә «был заман аҙағы» йә «донъяның бөтөүе» тип тәржемә ителә (Матфай 24:3; Инжил). Был һүҙҙәр ерҙең һәм кешелектең юҡ ителерен түгел, ә хәҙерге донъя ҡоролошоноң юҡ ителерен аңлата (1 Яхъя 2:17).

 Изге Яҙмала, яҡшы кешеләр ерҙә рәхәтләнеп йәшәй алһын өсөн, «яуыз кешеләр юҡ ителәсәк», тип әйтелә (Зәбур 37:9—11, ЯДТ). Был ваҡиға Армагеддон һуғышы менән бөтәсәк «бөйөк афәт» ваҡытында буласаҡ (Матфай 24:21, 22; Асылыш 16:14, 16).

Был донъяның ахыры ҡасан килер?

 Ғайса былай тигән: «Ул көндөң һәм сәғәттең ҡасан килерен бер кем дә белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Быны тик Ата ғына белә» (Матфай 24:36, 42). Уның һүҙҙәре буйынса, ахыр ҡапыл, беҙ «көтмәгән сәғәттә» киләсәк (Матфай 24:44).

 Ул көндө һәм сәғәтте теүәл белмәһәк тә, Ғайса был донъяның аҙағында буласаҡ ваҡиғаларҙы күрһәткән йыйылма «билдә» биргән (Матфай 24:3, 7—14). Изге Яҙма был осорҙо «ахыр көндәр» һәм «ахырызаман» тип атай (Даниял 12:4; 2 Тимәтигә 3:1—5).

Был донъяның ахырынан һуң нимә ҡаласаҡ?

 Ер менән бер нәмә лә булмаясаҡ, сөнки Изге Яҙма: «Ер... бер ваҡытта ла һелкенмәҫ», — тип ышандыра (Зәбур 104:5). Кешеләр ҙә иҫән ҡаласаҡ. Изге Яҙмала: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк», — тип әйтелә (Зәбур 37:29, ЯДТ). Алла ерҙә үҙе башта булдырырға ниәтләгән шарттарҙы кире ҡайтарасаҡ:

  •   Ожмах (Ишағыя 35:1; Лука 23:43).

  •   Именлек һәм тыныслыҡ (Миҡай 4:4).

  •   Бөтә кешеләр өсөн мауыҡтырғыс һәм файҙалы эш (Ишағыя 65:21—23).

  •   Ауырыуҙарҙан һәм ҡартлыҡтан азатлыҡ (Әйүп 33:25; Ишағыя 33:24).

a Айо́н тигән грек һүҙе Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә «донъя» тип тәржемә ителә һәм кешелек йәмғиәтенең төҙөлөшөн аңлата. Күренеүенсә, айо́н тигән һүҙҙең мәғәнәһе ко́смос һүҙенең мәғәнәһенә оҡшаш.