Ер юҡ ителерме?
Изге Яҙманан яуап
Юҡ. Ер бер ҡасан да юҡ ителмәйәсәк, утта яндырылмаясаҡ һәм башҡа планета менән алмаштырылмаясаҡ. Алла ерҙе унда кешеләр мәңге йәшәһен өсөн барлыҡҡа килтергән, тип өйрәтә Изге Яҙма.
«Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).
«[Алла] ерҙе нигеҙҙәренә ныҡ урынлаштырған, ер бер ҡасан да үҙ урынынан ҡуҙғалмаҫ» (Зәбур 104:5).
«Ер мәңге тора» (Вәғәзсе 1:4).
«Ерҙе бар иткән, уны ныҡ урынлаштырған Барлыҡҡа Килтереүсе, уны юҡҡа ғына түгел, ә кешеләр йәшәһен өсөн булдырған» (Ишағыя 45:18).
Кешеләр ерҙе һәләк итерме?
Алла кешеләргә, тирә-яҡ мөхитте бысратып, һуғыштар алып барып йәки башҡа төрлө зыян килтереп, ерҙе һәләк итергә юл ҡуймаясаҡ. Киреһенсә, Хоҙай «ерҙе һәләк итеүселәрҙең үҙҙәрен һәләк ит[әсәк]» (Асылыш 11:18). Ул быны нисек эшләйәсәк?
Алла ерҙе яҡларға һәләтһеҙ кеше хөкүмәттәрен күктәге камил Батшалыҡ менән алмаштырасаҡ (Данил 2:44; Матфей 6:9, 10). Был Батшалыҡ менән Алла Улы Ғайса Мәсих идара итәсәк (Ишағыя 9:6, 7). Ерҙә йәшәгәндә Ғайса мөғжизәле рәүештә дауылды тыйған (Марк 4:35—41). Алла Батшалығының батшаһы булараҡ, Ғайса ер һәм тәбиғәт көстәре өҫтөнән тулы хакимлыҡҡа эйә буласаҡ. Ул ерҙәге шарттарҙы Эден баҡсаһындағы шарттарға оҡшатып яңынан яһаясаҡ (Матфей 19:28; Лука 23:43).
Изге Яҙма, Ер ут менән юҡ ителәсәк, тип өйрәтмәйме ни?
Юҡ. Ундай дөрөҫ булмаған һығымта 2 Петр 3:7-не дөрөҫ аңламауҙан килеп сыға. Унда былай тиелгән: «Хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, ...һаҡланып тора». Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлар өсөн, ике мөһим нәмәгә иғтибар итәйек.
Изге Яҙмала «күк», «ер» һәм «ут» тигән һүҙҙәрҙең бер нисә мәғәнәһе булырға мөмкин. Мәҫәлән, Изге Яҙманың бер тәржемәһендә Башланмыш 11:1-ҙә: «Бөтә ер бер телдә һөйләшә ине», — тиелә. Бында, «ер» тигәндә, кешелек йәмғиәте күҙ уңында тотола.
2 Петр 3:7-нең контексы бында иҫкә алынған «күк», «ер» һәм «ут» тигән һүҙҙәрҙең ниндәй мәғәнәгә эйә булғанын күрһәтә. 5-се һәм 6-сы шиғырҙарҙа Нух көндәрендәге Туфан тураһында әйтелә. Ул ваҡытта элекке донъя һәләк ителгән, ә беҙҙең планета юҡ булмаған. Туфанда «ер», йәғни яуыз кешеләр һәләк булған (Башланмыш 6:11). Шулай уҡ «күк», йәғни кешелек йәмғиәте менән идара итеүселәр юҡ ителгән булған. Шулай итеп, беҙҙең планета түгел, ә яуыз кешеләр һәләк ителгән. Нух һәм уның ғаиләһе иҫән ҡалған һәм Туфандан һуң ер йөҙөн балалары менән тултырған (Башланмыш 8:15—18).
Туфан һыуҙары кеүек, 2 Петр 3:7-лә әйтелгән «ут», йәғни һәләк итеү, Ер планетаһын түгел, ә был яуыз донъяны юҡ итәсәк. Аллаһы Тәғәлә «хаҡлыҡ хакимлыҡ итәсәк яңы күкте һәм яңы ерҙе» вәғәҙә итә (2 Петр 3:13). «Яңы ер», йәғни яңы кешелек йәмғиәте өҫтөнән «яңы күк», йәғни яңы хөкүмәт — Алла Батшалығы идара итәсәк. Был Батшалыҡ идараһы аҫтында ер тыныслыҡ хөкөм һөргән матур ожмахҡа әйләнәсәк (Асылыш 21:1—4).