Изгеләргә доға ҡылыу дөрөҫмө?
Изге Яҙманан яуап
Юҡ. Дөрөҫ түгел. Изге Яҙмала, тик Аллаға ғына доға ҡылырға тейешбеҙ, тип әйтелә. Һәм мотлаҡ рәүештә Ғайса исеме хаҡына мөрәжәғәт итергә, тиелә. Ғайса үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: „Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс тип танылһын“» (Матфей 6:9). Ул бер ваҡытта ла, изгеләргә, фәрештәләргә йә булмаһа тағы ла кемгәлер доға ҡылығыҙ, тип өйрәтмәгән, ә тик Аллаға ғына доға ҡылырға ҡушҡан.
Ғайса үҙенең шәкерттәренә шулай уҡ: «Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тигән (Яхъя 14:6). Беҙҙең өсөн ҡотолоу юлларға Алла тик Ғайсаны ғына тәғәйенләгән (Еврейҙарға 7:25).
Бер юлы Аллаға ла, изгеләргә лә доға ҡылыу дөрөҫ буламы?
Ғайса, Шайтан уны һынағанда, уға былай тип яуап биргән: «Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит» (Матфей 4:10). Эйе, Алла үҙенә генә табыныуыбыҙҙы — тимәк, уға ғына доға ҡылыуыбыҙҙы талап итә (Ишағыя 48:11).
Әгәр башҡа берәйһенә, ул хатта изге йәки фәрештә булһа ла, доға ҡылһаҡ, беҙ Алланы хурлайбыҙ булып сыға. Илсе Яхъя баш эймәксе булып фәрештә алдына теҙләнгәс, фәрештә уны тыйып, былай тигән: «Ҡара уны, улай эшләмә! Мин һинең һәм Ғайса тураһында шаһитлыҡ ҡылған имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй!» (Асылыш 19:10).