Изге булыу нимәне аңлата?
Изге Яҙманан яуап
Изге булыу бысраҡлыҡтан, шаҡшылыҡтан айырылған булыуҙы аңлата. «Изге» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе «айырым» тигән мәғәнә белдергән һүҙҙән килеп сыҡҡан. Изге нәмәләр ғәҙәти маҡсат менән ҡулланылмай һәм мөҡәддәс, йәғни бар йәһәттән дә саф тип һанала.
Алла барыһынан да изгерәк. Изге Яҙмала: «Йәһүә кеүек изге берәү ҙә юҡ», — тиелә (1 Самуил 2:2) a. Шуға күрә Алланың ғына нимә — изге, ә нимә юҡ икәнен билдәләргә хаҡы бар.
«Изге» тигән һүҙ Алла менән бәйле булған бөтә нәмәгә, бигерәк тә уға ғибәҙәт ҡылғанда ҡулланыу өсөн айырып ҡуйылған нәмәләргә ҡарарға мөмкин. Түбәндә Изге Яҙманан бер нисә миҫал килтерелә.
Изге урындар. Алла янып торған ҡыуаҡ янында Муса пәйғәмбәргә: «Һин баҫып торған ер — изге урын», — тигән (Сығыш 3:2—5).
Изге ваҡиғалар. Боронғо заманда израилдәр Йәһүәгә даими үткәрелгән дини байрамдарҙа ғибәҙәт ҡылған, улар «изге йыйылыштар» тип аталған (Левиттар 23:37).
Изге әйберҙәр. Иерусалимдағы ғибәҙәтханала Аллаға ғибәҙәт ҡылыу өсөн ҡулланылған нәмәләрҙе «изге әйберҙәр» тип атағандар (1 Батшалар 8:4). Уларға ҙур ихтирам менән ҡарарға кәрәк булған, ләкин табынырға ярамаған b.
Камил булмаған кеше изге була аламы?
Эйе, була ала. Алла мәсихселәргә: «Изге булығыҙ, сөнки Мин изге», — тип бойора (1 Петр 1:16). Әлбиттә, камил булмаған кешеләр бер ҡасан да Алланың камил нормаларына тура килә алмаясаҡ. Шулай ҙа Алланың ғәҙел ҡанундарын тотоп йәшәгән кешеләр «Аллаға яраҡлы... изге» тип һанала (Римдарға 12:1). Кешенең изге булырға тырышыуы уның һүҙҙәренән һәм эштәренән күренә. Мәҫәлән, ундай кеше 1 Фессалоникаларға 4:3-тәге: «Алла һеҙҙең изге булыуығыҙҙы, аҙғынлыҡҡа юл ҡуймауығыҙҙы теләй», — тигән һүҙҙәр буйынса эш итә. Ул шулай уҡ «бар ғәмәлдәрегеҙҙә изге булығыҙ» тигән кәңәште тота (1 Петр 1:15).
Кеше Алла алдында изге булыуын юғалтырға мөмкинме?
Эйе, мөмкин. Әгәр ҙә кеше Алланың әхлаҡи нормалары буйынса йәшәүҙән баш тарта икән, Алла инде уны бүтән изге тип һанамаясаҡ. Мәҫәлән, Еврейҙарға хат «изге имандаштарға» мөрәжәғәт итеп яҙылған, шулай ҙа унда: «Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙең дә йөрәге мәңге тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз һәм ышанмай торған булмаһын», — тигән киҫәтеү бар (Еврейҙарға 3:1, 12).
Изге булыу тураһында яңылыш ҡараштар
Яңылыш ҡараш. Үҙ-үҙеңдән баш тартып, изге булып була.
Факт. Инжил буйынса, «тәнгә ҡарата аяуһыҙлыҡ» һәм аскетлыҡ Алла күҙлегенән — файҙаһыҙ (Колосстарға 2:23). Алла беҙҙең шатланып йәшәүебеҙҙе теләй. Кешеләр «ашап-эсергә һәм тырыш хеҙмәттәренән ҡәнәғәтлек табырға тейеш. Был — Алла бүләге» (Вәғәзсе 3:13).
Яңылыш ҡараш. Целибат, йәғни өйләнмәй йә кейәүгә сыҡмай йәшәү кешене изгерәк итә.
Факт. Ҡайһы бер мәсихселәр никахҡа инмәҫкә ҡарар итһәләр ҙә, өйләнмәү йә кейәүгә сыҡмау үҙенән-үҙе кешене изге итмәй. Әлбиттә, никахһыҙ йәшәгәндәр иғтибарҙарын тулыһынса Аллаға хеҙмәт итеүгә туплай ала (1 Коринфтарға 7:32—34). Әммә, Изге Яҙманан күренеүенсә, никахта тороусылар ҙа изге була ала. Ғайсаның кәм тигәндә бер илсеһе — Петр өйләнгән булған (Матфей 8:14; 1 Коринфтарға 9:5).
a Йәһүә — Алланың шәхси исеме. Изге Яҙманың йөҙләгән аяттарында уның исеме «изге» һәм «изгелек» тигән һүҙҙәр менән бергә килә.
b Изге Яҙма дини әйберҙәргә табыныуҙы хөкөм итә (1 Коринфтарға 10:14, ЯДТ).