Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмалағы һандар нимә аңлата? Нумерология Изге Яҙма менән бәйлеме?

Изге Яҙмалағы һандар нимә аңлата? Нумерология Изге Яҙма менән бәйлеме?

Изге Яҙманан яуап

 Йыш ҡына Изге Яҙмалағы һандарҙы тура мәғәнәлә аңларға кәрәк, әммә ҡайһы саҡта улар символик мәғәнәгә эйә. Берәй һандың символик мәғәнәлә ҡулланыламы-юҡмы икәнен ғәҙәттә контекст күрһәтә. Изге Яҙмала һандар символик мәғәнәлә нисек ҡулланылғанын ҡарап сығайыҡ:

  •   1 Берҙәмлек. Мәҫәлән, Ғайса үҙ шәкерттәре тураһында Аллаға былай тип доға ҡылған: «Үтенәм. Бөтәһе бер булһын, Һин Миндә һәм Мин Һиндә булған кеүек» (Яхъя 17:20, 21; Матфай 19:6).

  •   2 Суд эштәрендә факттың дөрөҫлөгөн ике шаһит раҫлай (Ҡанун 17:6). Әгәр күренеш йә фекер ҡабатланһа, был уның хаҡ һәм үҙгәрмәҫ булыуын күрһәтә. Мәҫәлән, Йософ фирғәүендең төшөн аңлатҡанда былай тип әйткән: «Төштөң ике тапҡыр күренеүе шуға: Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡламай ғәмәлгә ашырасаҡ» (Башланмыш 41:32). Пәйғәмбәрлектәрҙә «ике мөгөҙ» ике батшаның бергә идара итеүен аңлатырға мөмкин. Мидия һәм Фарсы батшалары тураһында пәйғәмбәрлек иткәндә, Данилға был шулай аңлатылған булған (Данил 8:20, 21; Асылыш 13:11).

  •   3 Өс шаһиттың һүҙҙәре факттың дөрөҫлөгөн бәхәсһеҙ раҫлаған кеүек, өс тапҡыр ҡабатлау, күренеүенсә, нимәнелер көсәйтә йә баҫым яһай (Йәзәкил 21:27; Илселәр 10:9—16; Асылыш 4:8; 8:13).

  •   4 Форманың йә эш-хәлдең тулылығын күрһәтергә мөмкин, мәҫәлән, «ерҙең дүрт мөйөшө» (Асылыш 7:1; 21:16; Ишағыя 11:12).

  •   6 Был һан йыш ҡына тулылыҡты символлаштырған ете һанынан берәүгә кәмерәк. Шуға күрә алты тулы булмаған йәки камилһыҙ берәй нәмәне аңлатырға мөмкин. Шулай уҡ был һандың Алла дошмандары менән бәйле булыуы ихтимал (1 Йылъяҙма 20:6; Данил 3:1; Асылыш 13:18).

  •   7 Ғәҙәттә тамамланыуҙың йә тулылыҡтың символы булып тора. Мәҫәлән, Алла израилдәргә Иерихонды ете көн рәттән әйләнеп сығырға ҡушҡан, ә етенсе көндә ҡаланы ете тапҡыр урап сығырға кәрәк булған (Ешуа 6:15). Изге Яҙмала был һан күп тапҡыр шулай ҡулланыла (Левиттар 4:6; 25:8; 26:18; Зәбур 119:164; Асылыш 1:20; 13:1; 17:10). Ғайса Петерға ҡәрҙәшен «ете тапҡыр түгел, ә 77 тапҡыр» кисерергә кәрәклеге тураһында әйткәндә, ете һанының ҡабатланыуы «сикһеҙ» тигәнде аңлата (Матфай 18:21, 22).

  •   10 Был һан нимәнеңдер тулы үлсәмен йәки йыйылмаһын аңлатырға мөмкин (Сығыш 34:28; Лука 19:13; Асылыш 2:10).

  •   12 Был һан, күрәһең, Алла урынлаштырған тәртиптең бөтә тулылығын белдерә. Мәҫәлән, күренештә илсе Яхъя күктә ҡала күргән. Уның «ун ике нигеҙ ташы» булған. «Ул нигеҙҙәрҙә Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған» (Асылыш 21:14; Башланмыш 49:28). Ун ике һанына ҡалдыҡһыҙ бүленгән һандар ҙа шуны уҡ аңлатырға мөмкин (Асылыш 4:4; 7:4—8).

  •   40 Был һан ҡайһы бер хөкөм ҡарарҙары йә яза өсөн билдәләнгән ваҡыт менән бәйле (Башланмыш 7:4; Йәзәкил 29:11, 12).

Нумерология һәм гематрия

 Изге Яҙмалағы һандарҙың символик мәғәнәһе тураһында өҫтә әйтелгәндәр нумерология менән бер нисек тә бәйле түгел. Нумерология һандарҙа, уларҙың комбинация һәм суммаларында мистик мәғәнә эҙләү менән шөғөлләнә. Мәҫәлән, йәһүд каббалистары Еврей Яҙмаларын гематрия ҡулланып тикшергән. Гематрия — хәрефтәрҙең һан эквиваленттарында йәшерен шифр эҙләр өсөн ҡулланылған махсус система. Нумерология — күрәҙәлектең бер төрө, ә Алла күрәҙәлекте хөкөм итә (Ҡанун 18:10—12).