Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала телгә алынған ҡатын-ҡыҙҙар: уларҙың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Изге Яҙмала телгә алынған ҡатын-ҡыҙҙар: уларҙың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙма беҙҙе күп ҡатын-ҡыҙҙар менән таныштыра, уларҙың өлгөһө беҙҙең өсөн бик фәһемле (Римдарға 15:4; 2 Тимофейға 3:16, 17). Был мәҡәләлә Изге Яҙмала телгә алынған ҡайһы бер ҡатындар хаҡында ғына ҡыҫҡаса һөйләнелә. Уларҙың күбеһе өлгө алырлыҡ, ә башҡалары киҫәтеүсе миҫал булып тора (1 Коринфтарға 10:11; Еврейҙарға 6:12).

  Девора

 Девора кем булған? Ул пәйғәмбәр ҡатын булған. Израиль Аллаһы Йәһүә уның аша израиль халҡына үҙенең ихтыярын асҡан. Девора аша Алла уларҙың бәхәстәрен яйға һалған (Хөкөмсөләр 4:4, 5).

 Уның хаҡында нимә билдәле? Был пәйғәмбәр ҡатын ҡыйыулыҡ менән Алла хеҙмәтселәренә ярҙам иткән. Алланың ҡушыуы буйынса Девора Варакты израиль ғәскәренең етәксеһе булырға һәм ҡынаандарға ҡаршы һуғышҡа барырға өндәгән (Хөкөмсөләр 4:6, 7). Варак унан һуғышҡа бергә барыуын үтенгәс, Девора ҡаушап ҡалмаған, ә әҙерлек менән уның үтенесен үтәгән (Хөкөмсөләр 4:8, 9).

 Алла израилдәргә еңеү биргәс, Девора менән Варак шул ваҡиғаны данлап бергә йыр йырлаған. Был йырҙың ниндәйҙер өлөшөн Девора үҙе яҙған. Шул йырҙа ҡынаандарҙы еңеүгә ҙур өлөш индергән батыр ҡатын Йәилә тураһында ла әйтелә (Хөкөмсөләр, 5-се бүлек).

 Девораның миҫалы нимәгә өйрәтә? Девора фиҙаҡәр һәм батыр булған. Ул башҡаларҙы Алланың ихтыяры буйынса эш итергә өндәгән. Улар шулай эш иткәндә, ул уларға тейешле баһа бирергә әҙер булған.

  Дәлилә

 Дәлилә кем булған? Израиль хөкөмсөһө Самсон уға ғашиҡ булған (Хөкөмсөләр 16:4, 5).

 Уның хаҡында нимә билдәле? Ул, пелешти башлыҡтарынан аҡса алып, Самсонға хыянат иткән. Самсонды ҡулланып Алла израиль халҡын пелештиҙәрҙән ҡотҡарып торған. Пелештиҙәр тәбиғи булмаған көскә эйә булған Самсонды еңә алмаған (Хөкөмсөләр 13:5). Шуға күрә улар Дәлилә аша эш итергә булған.

 Самсондың көсөнөң серен белер өсөн пелештиҙәр Дәлиләгә аҡса түләгән. Ул аҡсаны алған һәм, бер нисә тапҡыр уңышһыҙлыҡҡа ирешһә лә, барыбер Самсондан был серҙе әйттергән (Хөкөмсөләр 16:15—17). Дәлилә белгәндәрен пелештиҙәргә һөйләгән, һәм улар Самсонды, ҡулға алып, төрмәгә ултыртҡан (Хөкөмсөләр 16:18—21).

 Дәлиләнең миҫалы нимәгә өйрәтә? Дәлиләнең миҫалы киҫәтеү булып тора. Ҡомһоҙлоғо арҡаһында ул алдаған һәм Йәһүә Алланың хеҙмәтсеһенә хыянат иткән.

  Иезавель

 Иезавель кем булған? Ул Израиль батшаһы Ахабтың ҡатыны булған. Әммә ул Израиль халҡынан булмаған һәм Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылмаған. Иезавель ҡынаан илаһы Ваалға табынған.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Иезавель батшабикә хакимлыҡ һөйөүсән, тупаҫ һәм аяуһыҙ булған. Уның арҡаһында илдә Ваалға табыныу һәм уның менән бәйле енси әхлаҡһыҙлыҡ киң таралған булған. Шул уҡ ваҡытта ул хаҡ ғибәҙәтте тамырынан юҡ итергә тырышҡан (1 Батшалар 18:4, 13; 19:1—3).

 Үҙенең теләктәрен ҡәнәғәтләндерер өсөн Иезавель алдаған һәм кеше үлтергән (1 Батшалар 21:8—16). Алла алдан әйткәнсә, ул хурлыҡта үлгән һәм хатта ерләнмәгән дә (1 Батшалар 21:23; 2 Батшалар 9:10, 32—37).

 Иезавелдең миҫалы нимәгә өйрәтә? Иезавелдең миҫалы киҫәтеү булып тора. Ул шул тиклем намыҫһыҙ һәм аҙғын булған. Шуға ла уның исеме ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә оятһыҙлыҡтың һәм аҙғынлыҡтың символы булып тора.

  Йәилә

 Йәилә кем булған? Йәилә Хевер исемле кешенең ҡатыны булған. Хевер Израиль халҡынан булмаған. Йәилә ҡыйыулыҡ менән Алла халҡын яҡлап сыҡҡан.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Ҡынаандарҙың хәрби башлығы Сисара Йәиләнең лагерына килгәс, ул тәүәккәл эш иткән. Израилдәр менән һуғышта еңелгәндән һуң Сисара йәшенер урын эҙләгән. Йәилә уға сатырында йәшенеп ял итергә тәҡдим иткән. Сисара йоҡлағанда, ул уны үлтергән (Хөкөмсөләр 4:17—21).

 Шулай итеп Девораның пәйғәмбәрлеге үтәлгән: «Йәһүә Сисараны бер ҡатын ҡулына бирәсәк» (Хөкөмсөләр 4:9). Был батырлығы өсөн Йәилә «ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң фатихалыһы» тип данланған (Хөкөмсөләр 5:24).

 Йәиләнең миҫалы нимәгә өйрәтә? Йәилә инициатива һәм батырлыҡ күрһәткән. Уның менән булған осраҡ шуны күрһәтә: пәйғәмбәрлекте үтәр өсөн Алла ваҡиғаларҙы йүнәлтә ала.

  Лиә

 Лиә кем булған? Лиә Яҡуп пәйғәмбәрҙең беренсе ҡатыны булған. Уның һеңлеһе Рәхилә Яҡуптың икенсе ҡатыны булған (Башланмыш 29:20—29).

 Уның хаҡында нимә билдәле? Лиә Яҡуптың алты улының әсәһе (Руф 4:11). Яҡуп Лиәгә түгел, ә Рәхиләгә өйләнергә уйлаған. Әммә был ҡыҙҙарҙың атаһы Лаван Рәхиләнең урынына Лиәне кейәүгә биргән. Туйҙан һуң ялған беленгәс, Яҡуп Лавандың был хәлде аңлатыуын һораған. Лаван, беҙҙә олоһынан алда кесе ҡыҙҙы кейәүгә бирмәйҙәр, тип аңлатҡан. Бер аҙнанан һуң Яҡуп Рәхиләне лә кәләш итеп алған (Башланмыш 29:26—28).

 Яҡуп Лиәгә ҡарағанда Рәхиләне нығыраҡ яратҡан (Башланмыш 29:30). Шунлыҡтан Лиә иренең һөйөүе өсөн һеңлеһе менән ярышҡан. Алла Лиәнең хистәрен иҫәпкә алған һәм уны ете бала — алты ул һәм бер ҡыҙ менән фатихалаған (Башланмыш 29:31).

 Лиәнең миҫалы нимәгә өйрәтә? Лиә Йәһүәгә таянып доға ҡылған. Ғаиләләге ҡатмарлы хәл уға Алланың ярҙамын күрергә ҡамасауламаған (Башланмыш 29:32—35; 30:20). Уның тормошо тураһындағы хикәйә Алла үҙ ваҡытында рөхсәт иткән күп ҡатынлылыҡтың етешһеҙлектәрен асыҡ күрһәтә. Иң тәүҙә Алла никах өсөн шундай норма урынлаштырған: ирҙең бер генә ҡатыны, ә ҡатындың бер генә ире булырға тейеш (Матфай 19:4—6).

  Луттың ҡатыны

 Луттың ҡатыны кем ул? Изге Яҙмала уның исеме әйтелмәй. Уның ике ҡыҙы булған һәм ул ғаиләһе менән Содом ҡалаһында йәшәгән (Башланмыш 19:1, 15).

 Уның хаҡында нимә билдәле? Ул Алланың әмеренә буйһонмаған. Алла Содом менән күрше ҡалаларҙы уларҙағы ҡот осҡос әхлаҡһыҙлыҡ өсөн юҡ итергә ҡарар иткән. Содомда йәшәгән тәҡүә Лотты һәм уның ғаиләһен яратҡанға, Алла уларҙы ҡотҡарыр өсөн ике фәрештәне ебәргән (Башланмыш 18:20; 19:1, 12, 13).

 Фәрештәләр Луттың ғаиләһенә арттарына әйләнмәйенсә ҡаланан ҡасырға ҡушҡан. Шулай эшләмәһәләр, үлерҙәр ине (Башланмыш 19:17). Луттың ҡатыны «артына боролоп ҡарай башла[ған] һәм тоҙ бағанаһына әйлән[гән]» (Башланмыш 19:26).

 Луттың ҡатынының миҫалы нимәгә өйрәтә? Уның менән булған хәл матди нәмәләргә ныҡ бәйле булыу ни тиклем ҡурҡыныс икәнен күрһәтә. Был хатта Алланы тыңламауға килтерә ала. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, был ҡатын киҫәтеү миҫалы булып тора. Ул былай тигән: «Луттың ҡатынын иҫтә тотоғоҙ» (Лука 17:32).

  Мағдалалы Мәрйәм

 Мағдалалы Мәрйәм кем булған? Ул Ғайсаның тоғро шәкерте булған.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Мағдалалы Мәрйәм Ғайса һәм уның шәкерттәре менән бергә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар араһында булған. Ул уларға матди яҡтан ярҙам итер өсөн аҡсаһын йәлләмәгән (Лука 8:1—3). Мәрйәм Ғайсаның хеҙмәтенең аҙағына тиклем уға эйәреп йөрөгән һәм Ғайсаны язалап үлтергәндә лә уның янында булған. Ул терелгән Ғайсаны беренселәрҙән булып күреү хөрмәтенә эйә булған (Яхъя 20:11—18).

 Мәрйәмдең миҫалы нимәгә өйрәтә? Мағдалалы Мәрйәм йомартлыҡ сағылдырып Ғайсаға хеҙмәтендә ярҙам иткән һәм уның тоғро шәкерте булып ҡалған.

  Марфа

 Марфа кем булған? Ул Лазарь менән Мәрйәмдең бер туғаны булған. Улар Иерусалимдан алыҫ булмаған Бәйтәни ауылында йәшәгән.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Марфа Ғайсаның яҡын дуҫы булған. «Ғайса Марфаны ла, уның һеңлеһе менән Лазарҙы ла ярат[ҡан]» (Яхъя 11:5). Ул бик ҡунаҡсыл булған. Бер ваҡыт, Ғайса уларға ҡунаҡҡа килгәндә, Мәрйәм Ғайсаны тыңлап ултырған, ә Марфа өй эштәре менән мәшғүл булған. Ул Ғайсаға Мәрйәмдең үҙенә ярҙам итмәүе тураһында әйткән. Ғайса уны игелек менән төҙәткән (Лука 10:38—42).

 Лазарь ауырып киткәндә Марфа менән Мәрйәм Ғайса артынан кеше ебәргән. Улар Ғайсаның туғанын һауыҡтыра алыуына бер ҙә шикләнмәгән (Яхъя 11:3, 21) Әммә Лазарь үлгән. Ғайса менән аралашҡанда Марфа терелтеү хаҡындағы Изге Яҙмалағы вәғәҙәнең үтәләсәгенә һәм Ғайсаның Лазарҙы терелтергә көсө булғанына ышанысын белдергән (Яхъя 11:20—27).

 Марфаның миҫалы нимәгә өйрәтә? Марфа ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеүҙә бик тырыш булған. Ул төҙәтеүгә ҡолаҡ һалған һәм үҙ хистәре менән иманы тураһында асыҡ әйткән.

  •   Марфа тураһында күберәк белер өсөн «Ышанам» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.

  Мириәм

 Мириәм кем булған? Ул Муса менән Һарундың апаһы булған. Изге Яҙмала пәйғәмбәр тип аталған беренсе ҡатын.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Пәйғәмбәр булараҡ, Мириәм Алланың хәбәрҙәрен еткергән. Израилдә ул хөрмәтле урын биләгән. Алла мысыр ғәскәрен Ҡыҙыл диңгеҙҙә һыуға батырғанда, Мириәм ирҙәр менән бергә еңеү йырын йырлаған (Сығыш 15:1, 20, 21).

 Ваҡыт үтеү менән Мириәм менән Һарун Мусанан зарлана башлаған. Күрәһең, улар ғорурланып киткән һәм көнләшә башлаған. Алла уларҙы «тыңлап торған» һәм Мириәм менән Һарунды шелтәләгән (Һандар 12:1—9). Бынан һуң Алла Мириәмгә махау сире ебәргән. Күрәһең, был зарланыу беренсе сиратта Мириәмдән сыҡҡан. Муса Алланан Мириәмде ҡыҙғаныуын һорағас, Алла Мириәмде һауыҡтырған. Ул Израиль лагерынан ситтә ете көн йәшәгән дә, кире ҡайтҡан (Һандар 12:10—15).

 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Мириәм үҙенең фекер йөрөтөү рәүешен үҙгәрткән. Күп быуаттар үткәс, Алла Мириәмдең махсус роле хаҡында израилдәргә былай тигән: «Һинең алдыңдан Муса, Һарун һәм Мириәмде ебәрҙем» (Миҡай 6:4).

 Мириәмдең миҫалы нимәгә өйрәтә? Мириәм хаҡында яҙылғандарҙан күренеүенсә, Аллаға уның хеҙмәтселәренең бер-береһенә һәм бер-береһе тураһында нимә әйткәне барыбер түгел. Бынан тыш, Аллаға ярар өсөн, ғорурлыҡтан һәм көнсөллөктән ҡасырға кәрәк. Сөнки был сифаттар берәй кешенең абруйына тап төшөрә ала.

  Мәрйәм (Ғайса Мәсихтең әсәһе)

 Мәрйәм кем булған? Ул йәһүд ҡыҙы булған. Мәрйәм ғиффәтле ҡыҙ булһа ла, мөғжизә ярҙамында ауырға ҡалған һәм Алланың Улы Ғайсаны тапҡан.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Мәрйәм кеселеклек менән Алланың ихтыярын үтәгән. Фәрештә, Мәрйәм янына килеп, уның ауырға ҡаласағы һәм күптән көтөлгән Мәсихте табасағы тураһында әйткән. Ул ваҡытта Мәрйәм Йософ менән инде йәрәшелгән булған (Лука 1:26—33). Әммә ул үҙенә биргән йөкләмәне үтәргә әҙер булған. Ғайса тыуғандан һуң Мәрйәм менән Йософтоң дүрт улы һәм кәмендә ике ҡыҙы тыуған, тимәк, Мәрйәм ғиффәтле ҡыҙ булып ҡалмаған (Матфай 13:55, 56). Уға ҙур хөрмәт күрһәтелһә лә, Мәрйәм бер ваҡытта ла, Ғайса хеҙмәт иткәндә лә, һуңыраҡ мәсихсе йыйылышта ла, үҙенә айырым бер мөнәсәбәт талап итмәгән һәм дан эҙләмәгән.

 Мәрйәмдең миҫалы нимәгә өйрәтә? Мәрйәм Аллаға тоғро булған һәм үҙенә бирелгән вазифаларҙы үтәргә әҙер булған. Ул Изге Яҙманы бик яҡшы белгән. Бер тикшеренеү буйынса, ул Лука 1:46—55-тә яҙылған һүҙҙәрҙе әйткәндә 20 тапҡыр тирәһе Изге Яҙмаға һылтанған.

  Мәрйәм (Марфа менән Лазарҙың бер туғаны)

 Мәрйәм кем булған? Мәрйәм, Марфа һәм Лазарь туғандары кеүек үк, Ғайса менән яҡын аралашҡан.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Мәрйәм Алланың улы Ғайсаны ныҡ ҡәҙерләгәнен бер нисә тапҡыр күрһәткән. Ул Ғайсаның уның туғанын һауыҡтыра алыуына ышанған һәм, Ғайса Лазарҙы терелткәндә, эргәһендә булған. Мәрйәм ярҙам итер урынға Ғайсаны тыңлап ултырғаны өсөн Марфа ризаһыҙлыҡ белдергән. Әммә Ғайса Мәрйәмде рухи нәмәләрҙе ҡәҙерләгәне өсөн маҡтаған (Лука 10:38—42).

 Икенсе осраҡта Мәрйәм «бик ҡиммәтле хуш еҫле май» менән Ғайсаның башын һәм аяҡтарын майлап, ғәжәп йомартлыҡ күрһәткән (Матфай 26:6, 7). Был хәлде күргән шаһиттар Мәрйәмде майҙы әрәм итеүҙә ғәйепләгән. Ғайса уны яҡлап былай тигән: «[Алла Батшалығы хаҡындағы] һөйөнөслө хәбәр бөтә донъя буйлап ҡайҙа ғына вәғәзләнмәһен, был ҡатынды иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында ла һөйләрҙәр» (Матфай 24:14; 26:8—13).

 Мәрйәмдең миҫалы нимәгә өйрәтә? Мәрйәм ныҡлы иман үҫтергән. Аллаға табыныу уның өсөн тормош мәшәҡәттәренән мөһимерәк булған. Мәрйәм Ғайсаға иҫ киткес йомартлыҡ һәм хөрмәт күрһәткән.

  Рабиға

 Рабиға кем булған? Ул Исхаҡтың ҡатыны һәм игеҙәктәрҙең, Яҡуп менән Ғаяздың, әсәһе булған.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Рабиға, хатта ауыр булғанда ла, Алланың ихтыярын үтәгән. Ул ҡоҙоҡтан һыу алғанда бер ир кеше уның эргәһенә килгән һәм һыу һораған. Рабиға уға шунда уҡ һыу биргән һәм уның дөйәләренә лә һыу эсергән (Башланмыш 24:15—20). Был ир Ибраһимдың хеҙмәтсеһе булған. Ул алыҫ ерҙән Ибраһимдың улы Исхаҡҡа ҡатын эҙләп килгән (Башланмыш 24:2—4). Был кеше Алланан фатиха һәм ярҙам һорап доға ҡылған. Рабиғаның шул тиклем эшлекле һәм ҡунаҡсыл булыуын күргәс, ул Алланың уның доғаһын ишеткәнен аңлаған. Алла уға кемде һайлағанын күрһәткән (Башланмыш 24:10—14, 21, 27).

 Ибраһимдың хеҙмәтсеһе нимәгә килгәнен белгәс, Рабиға уның менән барырға һәм Исхаҡтың ҡатыны булырға ризалашҡан (Башланмыш 24:57—59). Уларҙың игеҙәк улдары тыуған. Быға тиклем Алла уларға ҙур улдары Ғаяз кесе улдары Яҡупҡа хеҙмәт итәсәге тураһында әйткән булған (Башланмыш 25:23). Исхаҡ беренсе улын фатихаларға йыйынғанда Рабиға фатиха Яҡупҡа эләкһен өсөн барыһын да эшләгән. Сөнки ул Алланың ихтыярын яҡшы белгән (Башланмыш 27:1—17).

 Рабиғаның миҫалы нимәгә өйрәтә? Рабиға тыйнаҡ, эшһөйәр һәм ҡунаҡсыл булған. Шул сифаттар уға яҡшы ҡатын, әсәй һәм хаҡ Алланың хеҙмәтсеһе булырға ярҙам иткән.

  Рахав

 Рахав кем булған? Ул Ҡынаан ерендәге Иерихон ҡалаһында йәшәгән фәхишә ҡатын булған. Рахав Йәһүә Аллаға хеҙмәт итә башлаған.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Рахав ерҙе тикшерергә килгән ике израиль кешеһен йәшергән. Ни өсөн? Ул израилдәрҙең Аллаһы Йәһүәнең үҙ халҡын Мысырҙан азат иткәне һәм һуңыраҡ әмөриҙәрҙән яҡлағаны тураһында ишеткән.

 Рахав шымсыларға ярҙам иткән һәм уларҙан, израилдәр Иерихонды юҡ итергә килгәндә, уның һәм яҡындарының ғүмерен һаҡлауҙарын үтенгән. Улар ризалашҡан, тик Рахавҡа бер нисә шартты үтәргә кәрәк булған: серҙе асмаҫҡа; израилдәр һөжүм иткәндә ғаиләһе менән өйҙә ҡалырға, шулай уҡ билдә итеп тәҙрәһенән сығарып ал таҫма элергә. Рахав бөтәһен дә улар ҡушҡанса эшләгән һәм ғаиләһе менән тере ҡалған.

 Һуңыраҡ Рахав израиль кешеһенә кейәүгә сыҡҡан һәм Дауыт батша менән Ғайса Мәсихтең шәжәрәләренә ингән (Ешуа 2:1—24; 6:25; Матфай 1:5, 6, 16).

 Рахавтың миҫалы нимәгә өйрәтә? Изге Яҙмала Рахавтың иҫ киткес иманы тураһында әйтелә (Еврейҙарға 11:30, 31; Яҡуб 2:25). Йәһүә уны мул итеп фатихалаған. Бынан Алланың кисерергә әҙер булыуы һәм кеше айырмауы күренә. Алла кешенең элекке тормошо ниндәй булыуына ҡарамаҫтан үҙенә таянған кешеләрҙе фатихалай.

  Руф

 Руф кем булған? Ул муав халҡынан булған. Руф үҙ илаһтарын һәм тыуған ерен ҡалдырып киткән һәм Израилдә Йәһүәгә табына башлаған.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Руф ҡәйнәһе Нәғмиәгә иҫ киткес яратыу күрһәткән. Нәғмиә Израилдәге аслыҡ ваҡытында ире һәм ике улы менән Муавҡа күскән. Улдары муав ҡыҙҙары Руф һәм Өрпәгә өйләнгән. Һуңыраҡ Нәғмиәнең ире һәм ике улы, ҡатындарын тол ҡалдырып, үлеп киткән.

 Ул ваҡытта Израилдәге аслыҡ бөткән һәм Нәғмиә тыуған еренә ҡайтырға ҡарар иткән. Руф менән Өрпә лә уның менән киткән. Нәғмиә уларҙы үҙ туғандарына ҡайтырға өгөтләгән. Өрпә шулай эшләгән дә (Руф 1:1—6, 15). Әммә Руф ҡәйнәһен ҡалдырырға теләмәгән. Ул Нәғмиәне яратҡан һәм уның Аллаһы Йәһүәгә табынырға теләгән (Руф 1:16, 17; 2:11).

 Тоғро килен һәм эшһөйәр ҡатын Нәғмиәнең тыуған ҡалаһы Вифлеемда яҡшы абруй ҡаҙанған. Руфтың эштәре бай ер биләүсе Воозға ныҡ тәьҫир иткән һәм ул уны һәм Нәғмиәне мул ризыҡ менән тәьмин итеп торған (Руф 2:5—7, 20). Һуңыраҡ Руф Воозға кейәүгә сыҡҡан һәм Дауыт батша менән Ғайса Мәсихтең шәжәрәһенә ингән (Матфай 1:5, 6, 16).

 Руфтың миҫалы нимәгә өйрәтә? Нәғмиәне һәм Йәһүәне яратҡанға Руф яңы урында яңы тормош башларға әҙер булған. Ул тырышып эшләгән, шулай уҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан иҫ киткес тоғролоҡ күрһәткән.

  Рәхилә

 Рәхилә кем булған? Ул Лавандың ҡыҙы һәм Яҡуптың яратҡан ҡатыны булған.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Рәхилә Яҡупҡа кейәүгә сыҡҡан һәм уларҙың ике улы тыуған. Улдары боронғо Израилдең 12 ҡәбиләһенең башлыҡтары араһында булған. Рәхилә буласаҡ ире менән атаһының һарыҡтарын көткәндә танышҡан (Башланмыш 29:9, 10). Рәхилә апаһы Лиә менән сағыштырғанда «бик һөйкөмлө һәм сибәр» булған (Башланмыш 29:17).

 Яҡуп Рәхиләгә ғашиҡ булған һәм уға өйләнер өсөн 7 йыл эшләргә риза булған (Башланмыш 29:18). Әммә Лаван уны алдаған һәм тәүҙә Лиәгә өйләндергән. Шунан һуң ғына уға Рәхиләгә өйләнергә рөхсәт ителгән (Башланмыш 29:25—27).

 Яҡуп Рәхиләне һәм унан тыуған ике улын Лиәгә һәм унан тыуған балаларына ҡарағанда нығыраҡ яратҡан (Башланмыш 37:3; 44:20, 27—29). Шул арҡала Рәхилә менән Лиә бер-береһе менән ярышып йәшәгән (Башланмыш 29:30; 30:1, 15).

 Рәхиләнең миҫалы нимәгә өйрәтә? Рәхилә Йәһүәнең үҙ доғаларын ишетеүенә өмөтөн өҙмәгән һәм ғаиләләге ҡатмарлы хәлгә түҙеп йәшәгән (Башланмыш 30:22—24). Уның тураһында яҙылғандар күп ҡатынлылыҡтың ғаиләгә ауырлыҡтар килтереүен асыҡ күрһәтә. Рәхиләгә нимә кисерергә тура килеүе Алланың никахҡа ҡарата нормаһы ни тиклем аҡыллы булыуын раҫлай: ирҙең бер генә ҡатыны булырға тейеш (Матфай 19:4—6).

  Сара

 Сара кем булған? Ул Ибраһимдың ҡатыны һәм Исхаҡтың әсәһе булған.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Алла иренә биргән вәғәҙәгә ышанғанға күрә, Сара сәскә атыусы Ур ҡалаһындағы уңайлы тормошто ҡалдырған. Алла Ибраһимға Ур ҡалаһын ҡалдырып Ҡынаан еренә барырға ҡушҡан. Алла Ибраһимды фатихалаясағы һәм унан бөйөк халыҡ сығасағы тураһында вәғәҙә биргән (Башланмыш 12:1—5). Ул ваҡытта Сара, күрәһең, алтмыштан уҙған булған. Шул ваҡыттан алып улар ире менән күсенеп йөрөгән һәм сатырҙарҙа йәшәгән.

 Күсмә тормош ҡурҡыныс булһа ла, Сара Алланың етәкселеге буйынса эш иткән иренә ярҙам иткән (Башланмыш 12:10, 15). Оҙаҡ йылдар буйы Сара балаһыҙ булған һәм шуға бик ныҡ бойоҡҡан. Әммә Алла Ибраһимдың тоҡомон фатихаларға вәғәҙә иткән (Башланмыш 12:7; 13:15; 15:18; 16:1, 2, 15). Ваҡыт уҙыу менән Алла Сара менән Ибраһимдың улы тыуасағын әйткән. Сараның бала табыу йәше үтһә лә, уға 90, ә иренә 100 йәш булғанда, ул бала тапҡан (Башланмыш 17:17; 21:2—5). Балаға Исхаҡ тип исем ҡушҡандар.

 Сараның миҫалы нимәгә өйрәтә? Алланың вәғәҙәләре кеше ҡарашынан тормошҡа ашмаҫлыҡ булып күренһә лә, ул үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәк! (Еврейҙарға 11:11). Шулай уҡ Сараның миҫалы никахта бер-береңде хөрмәт итеү ни тиклем мөһим икәнен күрһәтә (1 Петр 3:5, 6).

  Һанна

 Һанна кем булған? Ул Илкананың ҡатыны һәм Израилдә бөйөк пәйғәмбәр булып киткән Самуилдың әсәһе булған (1 Самуил 1:1, 2, 4—7).

 Уның хаҡында нимә билдәле? Һаннаның балаһы булмағанға, ул Алланан йыуаныс һораған. Уның иренең тағы бер ҡатыны булған. Иренең икенсе ҡатыны Фәнинәнең балалары булған, ә Һаннаның, кейәүгә сығыуына күп йылдар үтһә лә, балаһы булмаған. Фәнинә уны рәхимһеҙ рәүештә мыҫҡыл итеп торһа ла, Һанна Алланан йыуаныс һорап доға ҡылыуҙан туҡтамаған. Әгәр ҙә уның улы тыуһа, ул уны Аллаға изге сатырҙа хеҙмәт итергә бирергә вәғәҙә иткән. Изге сатыр күсереп йөрөтөлгән палатка булған. Уны Израилдә Аллаға ғибәҙәт итеү өсөн ҡулланғандар (1 Самуил 1:11).

 Алла Һаннаның доғаһына яуап биргән, һәм Һаннаның улы тыуған. Һанна һүҙендә торған: ул улын бәләкәй сағында уҡ изге сатырҙа хеҙмәт итергә биргән (1 Самуил 1:27, 28). Йыл һайын Һанна улына еңһеҙ күлдәк теккән һәм уға алып барған. Ваҡыт үтеү менән Алла Һаннаны фатихалаған, һәм уның өс улы менән ике ҡыҙы тыуған (1 Самуил 2:18—21).

 Һаннаның миҫалы нимәгә өйрәтә? Эскерһеҙ доғалар Һаннаға һынауҙарҙы йырып сығырға ярҙам иткән. Һаннаның 1 Самуил 2:1—10-да яҙылған рәхмәт доғаһы уның Аллаға тәрән иманын сағылдыра.

  Һауа

 Һауа кем булған? Ул иң беренсе ҡатын-ҡыҙ булған. Шулай уҡ Һауа — Изге Яҙмала телгә алынған беренсе ҡатын-ҡыҙ.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Һауа Алланың аныҡ әмеренә буйһонмаған. Ул, ире Әҙәм кеүек үк, һайлау ирегенә эйә булған камил кеше булған һәм мөхәббәт, зирәклек кеүек сифаттар үҫтерә алған (Башланмыш 1:27). Һауа Алланың Әҙәмгә әйткән һүҙҙәрен белгән: билдәле бер ағастың емешен ашаһалар, улар үләсәк. Әммә Шайтан уны, һеҙ үлмәйәсәкһегеҙ, тип алдаған. Һауа хатта, Алланы тыңламаһа, яҡшыраҡ йәшәйәсәгенә ышанған. Шуға күрә ул тыйылған ағастың емешен ашаған, ә һуңыраҡ ирен дә шул емеште ашарға күндергән (Башланмыш 3:1—6; 1 Тимофейға 2:14).

 Һауаның миҫалы нимәгә өйрәтә? Һауаның миҫалы дөрөҫ булмаған теләктәрҙе үҫтереүҙең ҡурҡыныс булыуын күрһәтә. Алланың аңлайышлы әмеренә ҡарамаҫтан, ул үҙенеке булмаған нәмәгә ҡул һуҙырға бик теләгән (Башланмыш 3:6; 1 Яхъя 2:16).

  Шулам ҡыҙы

 Шулам ҡыҙы кем булған? Ул һылыу ауыл ҡыҙы булған һәм Сөләймәндең Йырҙарҙың йыры китабының төп персонажы. Изге Яҙмала уның исеме яҙылмаған.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Шулам ҡыҙы үҙе яратҡан көтөүсегә тоғро булып ҡалған (Йырҙарҙың йыры 2:16). Әммә уның матурлығы Сөләймән батшаның иғтибарын йәлеп иткән һәм ул уның йөрәген яулап алырға тырышҡан (Йырҙарҙың йыры 7:6). Бөтәһе лә Сөләймәнде һайларға өндәһәләр ҙә, Шулам ҡыҙы ризалашмаған. Ул үҙенең көтөүсеһен яратҡан һәм уға тоғролоҡ һаҡлаған (Йырҙарҙың йыры 3:5; 7:10; 8:6).

 Шулам ҡыҙының миҫалы нимәгә өйрәтә? Үҙенең матурлығына һәм күрһәтелгән иғтибарға ҡарамаҫтан, ул үҙе хаҡында күпте уйламаған. Ул тирә-яҡтағы кешеләрҙең йоғонтоһона бирелмәгән һәм байлыҡ, дәрәжә хаҡындағы вәғәҙәләргә ҡыҙыҡмаған. Ул хистәренә хужа булған һәм әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалған.

  Әбиғиә

 Әбиғиә кем булған? Ул Набал исемле бай, әммә яуыз һәм ҡаты кешенең ҡатыны булған. Әбиғиә зирәк һәм кеселекле, шулай уҡ гүзәл һәм рухи ҡарашлы кеше булған (1 Самуил 25:3).

 Уның хаҡында нимә билдәле? Әбиғиәнең зирәклеге һәм аҡыллылығы уның йортон ҙур бәләнән һаҡлап ҡалған. Ул Набал менән йәшәгән урында Израилдең буласаҡ батшаһы Дауыт йәшенгән булған. Шул ерҙәрҙә ҡасып йөрөгәндә, Дауыт кешеләре менән Набалдың һарыҡ көтөүҙәрен талаусыларҙан һаҡлап торған. Әммә Дауыттың кешеләре Набалдан ризыҡ һорап килгәндә, ул улар менән тупаҫ эш иткән һәм бер нәмә лә бирмәгән. Дауыт ярһып киткән! Һәм кешеләре менән барып, Набалды һәм уның йортондағы барлыҡ ирҙәрҙе үлтерергә булған (1 Самуил 25:10—12, 22).

 Иренең нимә эшләгәне хаҡында ишеткәс, Әбиғиә шунда уҡ эш иткән. Ул тиҙ генә аҙыҡ-түлек йыйған да, хеҙмәтселәренә Дауыт менән уның кешеләренә алып барырға ҡушҡан. Ә үҙе улар артынан Дауыттан шәфҡәтлек һорап ялбарырға барған (1 Самуил 25:14—19, 24—31). Әбиғиәнең бүләктәрен күреп, уның кеселекле булыуын иҫәпкә алып һәм уның аҡыллы кәңәшен тыңлап, Дауыт был ҡатынды Алла ебәргәнен аңлаған. Әбиғиә уны ҡан ҡойоуҙан тотоп ҡалған (1 Самуил 25:32, 33). Күп тә үтмәҫтән, Набал үлгән, ә Әбиғиә Дауытҡа кейәүгә сыҡҡан (1 Самуил 25:37—41).

 Әбиғиәнең миҫалы нимәгә өйрәтә? Әбиғиә һылыу һәм бай булһа ла, үҙе хаҡында артыҡ уйламаған. Тыныслыҡ һаҡлар өсөн, ул, ғәйепле булмаһа ла, ғәфү үтенергә әҙер булған. Көсөргәнешле хәл тыуғанда ул тыныс эш иткән һәм иплелек, батырлыҡ һәм тапҡырлыҡ сағылдырған.

  Әсфирә

 Әсфирә кем булған? Әсфирә йәһүд ҡыҙы булған. Уны фарсы батшаһы Ахашверош батшабикә итеп һайлаған.

 Уның хаҡында нимә билдәле? Әсфирә, батшабикә булыуынан файҙаланып, үҙ халҡын юҡ ителеүҙән һаҡлап ҡалған. Ул илдәге бөтә йәһүдтәрҙең билдәле бер көндә үлтерелергә тейешлеге тураһындағы бойороҡтоң сығыуы хаҡында белеп ҡалған. Был Аман исемле иң юғары түрәнең яуыз ниәте булған (Әсфирә 3:13—15; 4:1, 5). Әсфирә, уға үлем ҡурҡынысы янаһа ла, ике туған ағаһы Мардаҡай ярҙамында ире Ахашверош батшаға Амандың мәкерле эше тураһында һөйләп биргән (Әсфирә 4:10—16; 7:1—10). Ахашверош Әсфирә менән Мардаҡайға йәһүдтәргә үҙҙәрен яҡларға мөмкинлек биргән яңы бойороҡ сығарырға рөхсәт иткән. Йәһүдтәр дошмандарын тар-мар иткән (Әсфирә 8:5—11; 9:16, 17).

 Әсфирәнең миҫалы нимәгә өйрәтә? Әсфирә ҡыйыу, кеселекле һәм тыйнаҡ булған (Зәбур 31:24; Филиптарға 2:3). Матурлығына һәм юғары дәрәжәһенә ҡарамаҫтан, ул кәңәш һәм ярҙам эҙләгән. Ире менән һөйләшкәндә, Әсфирә ихтирам, иплелек, шулай уҡ ҡыйыулыҡ сағылдырған. Бынан тыш, йәһүдтәр өсөн айырыуса ҡурҡыныс ваҡытта, үҙенең йәһүд булыуы хаҡында батырлыҡ менән белдергән.

 Изге Яҙмала телгә алынған ҡатын-ҡыҙҙар. Хронология

  1.  Һауа

  2. Туфан (б. э. т. 2370)

  3.  Сара

  4.  Луттың ҡатыны

  5.  Рабиға

  6.  Лиә

  7.  Рәхилә

  8. Мысырҙан сығыу (б. э. т. 1513)

  9.  Мириәм

  10.  Рахав

  11.  Руф

  12.  Девора

  13.  Йәилә

  14.  Дәлилә

  15.  Һанна

  16. Израилдең беренсе батшаһы (б. э. т. 1117)

  17.  Әбиғиә

  18.  Шулам ҡыҙы

  19.  Иезавель

  20.  Әсфирә

  21.  Мәрйәм (Ғайса Мәсихтең әсәһе)

  22. Ғайсаның һыуға сумдырылыуы (б. э. 29)

  23.  Марфа

  24.  Мәрйәм (Марфа менән Лазарҙың бер туғаны)

  25.  Мағдалалы Мәрйәм

  26. Ғайсаның үлеме (б. э. 33)