Төп мәғлүмәткә күсеү

Нимә ул килешеү һандығы?

Нимә ул килешеү һандығы?

Изге Яҙманан яуап

 Килешеү һандығы — ул изге йәшник. Уны боронғо исраилдар Алла ҡушыуы һәм Ул биргән өлгө буйынса яһаған. Һандыҡта Ун әмер яҙылған «таш таҡталар — ике шаһитлыҡ таҡтаһы» һаҡланған (Сығыш 25:8—10, 16; 31:18, ЯДТ).

  •   Тышҡы күренеше. Һандыҡтың оҙонлоғо 2,5 терһәк, киңлеге 1,5 терһәк һәм бейеклеге 1,5 терһәк булған (111 x 67 x 67 см). Ул сәрүәр ағасынан яһалған, эстән һәм тыштан алтын менән ҡапланған һәм оҫта итеп ҡайма менән биҙәлгән булған. Уның ҡапҡасы тулыһынса алтындан яһалған, унда бер-береһенә ҡаршы ике алтын кируб урынлашҡан. Уларҙың йөҙҙәре ҡапҡасҡа эйелгән, ә ҡанаттары өҫкә күтәрелгән һәм ҡапҡасты ҡаплап торған булған. Һандыҡ дүрт аяҡта торған, уларҙың өҫтөндә алтындан ҡойоп яһалған дүрт дүңгәләк булған. Һандыҡты күсереп йөрөтөр өсөн, шул дүңгәләктәргә сәрүәр ағасынан яһалған һәм алтын менән ҡапланған ҡолғалар керетеп ҡуйылған булған (Сығыш 25:10—21; 37:6—9).

  •   Торған урыны. Һандыҡ башта сатырҙың Иң изге урынында торған. Сатыр һандыҡ менән бер үк ваҡытта яһалған булған, һәм уны һүтеп күсереп йөрөткәндәр. Иң изге урын шаршау менән айырып ҡуйылған булған. Руханиҙар ҙа, халыҡ та уның эсен күрә алмаған (Сығыш 40:3, 21). Һандыҡты баш рухани ғына йылына бер тапҡыр, Йолоу көнөндә, Иң изге урынға кергәндә күрә алған (Левиттар 16:2; Еврейҙарға 9:7). Һуңыраҡ һандыҡты Сөләймән төҙөгән ғибәҙәтхананың Иң изге урынына күсергәндәр (1 Батшалар 6:14, 19).

  •   Маҡсаты. Һандыҡта изге нәмәләр һаҡланған. Улар Синай тауы эргәһендә Алла менән төҙөлгән килешеүҙе исраилдарҙың иҫтәренә төшөрөп торған. Һандыҡ шулай уҡ Йолоу көнөндә мөһим роль уйнаған (Левиттар 16:3, 13—17).

  •   Эсендә һаҡланған әйберҙәр. Тәүҙә һандыҡта Ун әмер яҙылған таш таҡталар һаҡланған булған (Сығыш 40:20). Һуңыраҡ унда «манна һалынған алтын һауыт» һәм «Һарундың сәскә атҡан таяғы» һалынған булған (Еврейҙарға 9:4, ЯДТ; Сығыш 16:33, 34; Һандар 17:10). Күрәһең, күпмелер ваҡыттан һуң шул һауыт һәм таяҡ алып ҡуйылған, сөнки һандыҡты ғибәҙәтханаға күсергәндә, улар унда булмаған (1 Батшалар 8:9).

  •   Күсереп йөрөтөү. Левиттар, ҡолғаларҙы яурындарына һалып, һандыҡты күтәреп йөрөткән (Һандар 7:9; 1 Йылъяҙма 15:15). Левиттар һандыҡҡа ҡағылмаһын өсөн, ҡолғалар бер ҡасан да дүңгәләктәрҙән сығарылмаған (Сығыш 25:12—16). Һандыҡты күсергәндә Изге урынды Иң изге урындан айырып торған шаршау менән ҡаплағандар (Һандар 4:5, 6) a.

  •   Символик мәғәнәһе. Килешеү һандығы Алланың шунда булыуын символлаштырған. Мәҫәлән, Иң изге урындағы һандыҡ өҫтөндә һәм исраилдар лагеры өҫтөндә торған болот Йәһүәнең шунда булыуын һәм фатихаһын күрһәткән (Левиттар 16:2; Һандар 10:33—36). Бынан тыш, Изге Яҙмала, Йәһүә «кирубтарҙың өҫтөндә» ултыра, тип әйтелә. Һүҙ һандыҡтың ҡапҡасы өҫтөндә урынлашҡан ике кируб тураһында бара (1 Самуил 4:4; Зәбур 80:1). Был кирубтар Йәһүәнең арбаһын һүрәтләгән (1 Йылъяҙма 28:18). Һуңыраҡ һандыҡ Сионға күсерелгән, һәм Дауыт батша, уның символик мәғәнәһен күҙ уңында тотоп, «Сионда йәшәүсе Йәһүә» тип яҙған (Зәбур 9:11, ЯДТ).

  •   Башҡа исемдәре. Изге Яҙмала изге һандыҡҡа ҡағылышлы башҡа һүҙҙәр ҙә ҡулланыла: «шаһитлыҡ һандығы», «килешеү һандығы», «Йәһүәнең һандығы», «ҡөҙрәтең билдәһе булған һандыҡ» (Һандар 7:89, ЯДТ; Ешуа 3:6, 13, ЯДТ; 2 Йылъяҙма 6:41).

     Һандыҡтың ҡапҡасы «гонаһтарҙан паклау ҡапҡасы» тип аталған (1 Йылъяҙма 28:11). Был һүҙҙәр уның махсус бер ролен күрһәткән: Ҡотҡарылыу көнөндә баш рухани ҡорбан ителгән хайуандарҙың ҡанын ҡапҡасҡа һәм уның алдына һипкән. Шулай итеп, баш рухани «үҙен, ғаиләһен һәм бөтә Исраил халҡын» гонаһтарҙан йолоп алған (Левиттар 16:14—17).

Килешеү һандығы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланғанмы?

 Быға дәлилдәр юҡ. Изге Яҙманан күренеүенсә, беренсе килешеү Ғайсаның ҡорбанына нигеҙләнгән «яңы килешеү» менән алмаштырылғас, һандыҡтың инде кәрәге бөткән (Йәрәмиә 31:31—33; Еврейҙарға 8:13; 12:24). Изге Яҙмала, һандыҡ юҡ булыр һәм Алла халҡы уны һағынмаҫ, тип әйтелгән (Йәрәмиә 3:16).

 Яңы килешеү төҙөлгәндән һуң илсе Яхъяға бирелгән күренештә һандыҡ күктә күренә (Асылыш 11:15, 19). Был символик һандыҡ Алланың унда булыуын һәм яңы килешеүҙе фатихалауын күрһәтә.

Килешеү һандығы сихри көскә эйә булғанмы?

 Юҡ. Һандыҡтың булыуы үҙенән-үҙе уңышҡа килтермәгән. Мәҫәлән, Ая ҡалаһы янындағы һуғыш ваҡытында һандыҡ исраилдар лагерында булған, әммә бер кешенең тоғролоҡһоҙлоғо арҡаһында улар еңелгән (Ешуа 7:1—6). Һуңыраҡ улар, үҙҙәре менән һуғыш яланына һандыҡты алһалар ҙа, пелештиҙәрҙән еңелгән. Был еңелеү ике рухани Хөфни һәм Пинхәстең Алланы һанға һуҡмауының һөҙөмтәһе булған (1 Самуил 2:12; 4:1—11). Шул һуғышта һандыҡ пелештиҙәр ҡулына эләккән, әммә Алла, һандыҡты кире исраилдарға ҡайтарғанға тиклем, уларға төрлө язалар ебәргән (1 Самуил 5:11—6:5).

Килешеү һандығының тарихы

Йыл (б. э. т)

Ваҡиға

1513

Бисәлил һәм уның ярҙамсылары һандыҡты исраилдар бүләк итеп килтергән материалдарҙан эшләгән (Сығыш 25:1, 2; 37:1).

1512

Муса сатыр һәм руханиҙар менән бергә һандыҡты ла изгеләндерә (Сығыш 40:1—3, 9, 20, 21).

1512 — 1070 йылдан һуң

Төрлө ерҙәргә күсереп йөрөтөлә (Ешуа 18:1; Хөкөмсөләр 20:26, 27; 1 Самуил 1:24; 3:3; 6:11—14; 7:1, 2).

1070 йылдан һуң

Дауыт батша Йәрүсәлимгә күсерә (2 Самуил 6:12).

1026

Сөләймән төҙөгән ғибәҙәтханаға күсерелә (1 Батшалар 8:1, 6).

642

Йошыя батша кире ғибәҙәтханаға ҡайтара (2 Йылъяҙма 35:3) b.

607 йылға тиклем

Күрәһең, ғибәҙәтхананан алып ҡуйыла. 607 йылдан һуң, ғибәҙәтхана емерелгәс, Бабилға алып кителгән әйберҙәр араһында иҫкә алынмай; һуңыраҡ Йәрүсәлимгә ҡайтарылған әйберҙәрҙең исемлегендә лә һандыҡ булмай (2 Батшалар 25:13—17; Езра 1:7—11).

63

Йәрүсәлимде яулап алған һәм Иң изге урынды ҡарап сыҡҡан Рим ғәскәренең башлығы Помпейҙың һүҙҙәре буйынса, һандыҡ ғибәҙәтханала булмаған c.

a Исраилдар һандыҡты күсереп йөрөтөү һәм уны ҡаплау тураһындағы законды боҙғанда, эҙемтәләре бик аяныслы булған (1 Самуил 6:19; 2 Самуил 6:2—7).

b Изге Яҙмала һандыҡты ҡасан, ни өсөн һәм кем алып киткәне тураһында әйтелмәй.

c Тацит Корнелий. Тарих. V китап, 9-сы абз. ҡарағыҙ.