Төп мәғлүмәткә күсеү

Күктәр нимәне аңлата?

Күктәр нимәне аңлата?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала «күктәр» тигән һүҙ өс төп мәғәнәлә ҡулланыла: 1) физик күк, 2) рухи сфера һәм 3) юғары йәки бөйөк дәрәжәнең символы. Һәр осраҡта нимә хаҡында һүҙ барғанын контекстан аңларға була a.

  1.   Физик күк. Был мәғәнәлә «күктәр» тигән һүҙ ерҙең атмосфераһын аңлата. Унда елдәр иҫә, ҡоштар осоп йөрөй, ямғыр һәм ҡар килтереүсе болоттар йөҙә, йәшен йәшнәй (Зәбур 78:26; Ғибрәтле һүҙҙәр 30:19; Ишағыя 55:10; Лука 17:24). Был һүҙ шулай уҡ йыһан киңлеген һәм ундағы есемдәрҙе — «ҡояшты, айҙы һәм йондоҙҙарҙы» аңлатырға мөмкин (Ҡанун 4:19; Башланмыш 1:1).

  2.   Рухи сфера. «Күктәр» шулай уҡ рухи күктәрҙе — материаль Ғаләмдән юғарыраҡ һәм уның сиктәренән тышта булған йәшәү сфераһын, йәғни рухи донъяны аңлата (1 Батшалар 8:27; Яхъя 6:38). Был рухи күктәрҙә Йәһүә Алла йәшәй, «Ул — Рух». Унда шулай уҡ ул барлыҡҡа килтергән рухи заттар — фәрештәләр йәшәй (Яхъя 4:24; Матфей 24:36). «Күктәр» тигәндә, шулай уҡ Аллаға тоғро фәрештәләр — «изгеләр йыйылышы» хаҡында ла һүҙ барырға мөмкин (Зәбур 89:5—7).

     Изге Яҙмала «күктәр» тигән һүҙ шулай уҡ рухи сфераның Йәһүә Алла йәшәгән өлөшөн дә аңлатырға мөмкин (1 Батшалар 8:43, 49; Еврейҙарға 9:24; Асылыш 13:6). Мәҫәлән, Изге Яҙмала, Шайтан Иблис һәм уның ендәре күктән ергә бәреп төшөрөләсәк һәм башҡаса инде Йәһүә алдына килә алмаясаҡ, тигән пәйғәмбәрлек яҙылған. Шулай ҙа улар рухи сферала ҡала (Асылыш 12:7—9, 12).

  3.   Юғары йәки бөйөк дәрәжәнең символы. Изге Яҙмала «күктәр» тигән һүҙ шулай уҡ юғары дәрәжәне, ғәҙәттә, идаралыҡ һәм хакимлыҡ менән бәйле дәрәжәне аңлатыу өсөн дә ҡулланыла. Ундай дәрәжәне бына кемдәр биләргә мөмкин:

    •   Сикһеҙ ҡөҙрәтле Хаким булараҡ, Йәһүә үҙе (2 Йылъяҙма 32:20; Лука 15:21).

    •   Алла Батшалығы — кешеләр идаралығын алмаштырасаҡ хөкүмәт. Изге Яҙмала был Батшалыҡ хаҡында «яңы күк» тип әйтелә (Ишағыя 65:17; 66:22; 2 Петр 3:13) b.

    •   Күктә йәшәргә өмөтө булған, тик әлегә ерҙә йәшәгән мәсихселәр (Ефестарға 2:6).

    •   Үҙ-үҙҙәрен халыҡтан юғары ҡуйыусы кеше хөкүмәттәре (Ишағыя 14:12—14; Данил 4:20—22; 2 Петр 3:7).

    •   Әлеге ваҡытта донъя менән идара итеүсе яуыз рухтар (Ефестарға 6:12; 1 Яхъя 5:19).

Күктәге тормош ниндәйерәк ул?

 Рухи сферала тормош ҡайнай. Унда йөҙәрләгән миллион рухи заттар Йәһүәнең һүҙен үтәп йәшәй (Зәбур 103:20, 21; Данил 7:10).

 Изге Яҙмала, күктәрҙе күҙ сағылдырғыс яҡтылыҡ солғап алған, тиелә (1 Тимофейға 6:15, 16). Йәзәкил күренешендә күктәр нурлы балҡыш менән тулы булған, ә Данил үҙенә бирелгән күренештә «ут йылғаһын» күргән (Йәзәкил 1:26—28; Данил 7:9, 10). Күктәр изге, йәғни саф, һәм иҫ киткес гүзәл (Зәбур 96:6; Ишағыя 63:15; Асылыш 4:2, 3).

 Күктәрҙең Изге Яҙмала килтерелгән һүрәтләмәһе ҡурҡыу-хөрмәт уята (Йәзәкил 43:2, 3). Шулай ҙа кешеләргә күктәрҙе тулыһынса күҙ алына килтереү ауыр, сөнки рухи сфера кеше аңына һыйырлыҡ төшөнсә түгел.

a «Күктәр» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе, күрәһең, «юғары» йә «бөйөк» тигәнде аңлатҡан һүҙҙән барлыҡҡа килгән (Ғибрәтле һүҙҙәр 25:3). 2000 йылда баҫтырылған «Евангельский словарь библейского богословия» тигән китаптың 611-се битен ҡарағыҙ.

b Макклинток һәм Стронг энциклопедияһында, Ишағыя 65:17-ләге «яңы күктәр» «яңы хөкүмәтте, яңы батшалыҡты» аңлата, тиелә (McClintock and Strong’s Cyclopedia. Т. 4. С. 122).