Мәсихсе медицина ярҙамын ҡабул итә аламы?
Изге Яҙманан яуап
Эйе. Ғайса Мәсих: «Табип һау кешеләргә түгел, ауырыуҙарға кәрәк», — тип әйтеп, шәкерттәренең табиптарға мөрәжәғәт итә алыуын аңлатырға теләгән (Матфай 9:12). Изге Яҙма медицина ҡулланмаһы булмаһа ла, Алланы шатландырырға теләүселәр ундағы булған файҙалы принциптарҙы ҡуллана ала.
Үҙ-үҙеңде тикшерер өсөн һорауҙар
1. Тәҡдим ителгән дауалау ысулын мин аңлайыммы? Изге Яҙма беҙгә ышаныслы мәғлүмәт эҙләргә һәм «һәр һүҙгә ышанмаҫҡа» кәңәш итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15).
2. Мин башҡа табиптарҙың да фекерен белергә тейешме? Айырыуса хәлегеҙ етди булһа, «кәңәшселәрҙең күп» булыуы бик файҙалы булырға мөмкин (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22).
3. Килтерелгән дауалау төрөндә Изге Яҙмалағы «ҡандан тыйылығыҙ» тигән әмерҙе боҙоу талап ителәме? (Ғәмәлдәр 15:20).
4. Диагностикала йәки дауалауҙа сихырсылыҡ ҡулланыламы? Изге Яҙма «сихырсылыҡ» менән шөғөлләнеүҙе хөкөм итә (Галаттарға 5:19—21). Дауаланыу сихырсылыҡ менән бәйлеме икәнен асыҡлар өсөн, бындай һорауҙарҙы ҡарап сығығыҙ:
Дауалаусы сихырсылыҡ менән шөғөлләнәме?
Дауалау, ауырыу рәнйетелгән илаһтар йәки сихырсылыҡ менән шөғөлләнгән дошмандар арҡаһында барлыҡҡа килгән, тигән ышаныуға нигеҙләнгәнме?
Дауаланыу йә дарыу әҙерләү әпсен уҡыу, ҡорбандар килтереү йәиһә башҡа сихырсылыҡ йолалары йә әйберҙәре менән бәйле түгелме?
5. Мин үҙемдең сәләмәтлегемә сиктән тыш ҙур иғтибар бирмәйемме? Изге Яҙмала былай тиелә: «Аҡыллы булыуығыҙ һәр кемгә билдәле булһын» (Филиптарға 4:5, ЯДТ). Рухи һорауҙарға ҡағылғанда, аҡыллылыҡ һеҙгә «мөһимерәк» нәмәләргә иғтибар итергә ярҙам итер (Филиптарға 1:10, ЯДТ; Матфай 5:3).