Төп мәғлүмәткә күсеү

Нух һәм Туфан тураһындағы хикәйә — ысын булған хәлме йә уйҙырмамы?

Нух һәм Туфан тураһындағы хикәйә — ысын булған хәлме йә уйҙырмамы?

Изге Яҙманан яуап

 Туфан ысынбарлыҡта булған хәл. Алла, яуыз кешеләрҙе юҡ итер өсөн, ергә Туфан һыуы ебәргән. Шулай ҙа ул Нухҡа кәмә төҙөргә ҡушҡан, сөнки яҡшы кешеләрҙең һәм хайуандарҙың ҡотолоуын теләгән (Башланмыш 6:11—20). Беҙ Туфандың ысындан да булғанына ышана алабыҙ, сөнки уның тураһында Изге Яҙмала яҙылған, ә ул «Алла тарафынан рухландырылған» (2 Тимәтигә 3:16).

 Факт йә уйҙырмамы?

 Изге Яҙма буйынса, Нух ысынбарлыҡта йәшәгән һәм Туфан — уйҙырма түгел, ә ысын булған ваҡиға.

  •   Изге Яҙманы яҙыусылар Нухтың ысынбарлыҡта йәшәгән кеше икәненә ышанған. Мәҫәлән, Езра һәм Лука Изге Яҙманы яҙыуҙа ҡатнашҡан. Улар тәжрибәле тарихсылар булған һәм Нухты исраил халҡының шәжәрәһендә иҫкә алған (1 Йылъяҙма 1:4; Лука 3:36). Матфай менән Лука Ғайсаның Нух һәм Туфан тураһында әйткән һүҙҙәрен яҙған (Матфай 24:37—39; Лука 17:26, 27).

     Бынан тыш, Йәзәкил пәйғәмбәр менән илсе Пауыл Нухты иман һәм тәҡүәлек өлгөһө тип атаған (Йәзәкил 14:14, 20; Еврейҙарға 11:7). Әгәр ҙә Нух реаль шәхес булмаһа, уның үрнәгенә эйәрергә дәртләндереү аҡыллы булыр инеме? Нух һәм Аллаға тоғро башҡа ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙарҙың имандарын өлгө итеп алып була, сөнки улар ысынбарлыҡта йәшәгән кешеләр булған (Еврейҙарға 12:1; Яҡуп 5:17).

  •   Изге Яҙмала Туфан хаҡында теүәл мәғлүмәт килтерелә. Туфан тураһындағы хәбәр әкиәттәр кеүек «борон-борон заманда» тигән һүҙҙәр менән башланмай. Киреһенсә, Изге Яҙмала Туфандың ҡайһы йылды, ҡайһы айҙы һәм ҡайһы көндө килгәне һәм афәт алдынан нимә булғаны яҙылған (Башланмыш 7:11; 8:4, 13, 14). Унда шулай уҡ Нух төҙөгән кәмәнең ҙурлығы килтерелә (Башланмыш 6:15). Быларҙың барыһы Туфан — уйҙырма түгел, ә ысынбарлыҡта булған хәл икәнен дәлилләй.

 Ни өсөн Туфан килгән?

 Изге Яҙма буйынса, Туфан алдынан «кешеләр бик ныҡ аҙған» булған (Башланмыш 6:5). Ер Алла алдында «боҙолған»: йәбер-золом һәм енси әхлаҡһыҙлыҡ киң таралған (Башланмыш 6:11; Йәһүҙә 6, 7).

 Изге Яҙмала быларҙың төп сәбәпсеһе яуыз фәрештәләр булған тип әйтелә. Улар, ҡатындар менән енси мөнәсәбәттәргә инер өсөн, күкте ҡалдырып ергә төшкән. Был фәрештәләрҙән тыуған балалар бәһлеүәндәр тип аталған. Улар кешеләргә күп ҡайғы һәм ғазап килтергән (Башланмыш 6:1, 2, 4). Шуға күрә Алла яуызлыҡты юҡ итергә ҡарар иткән. Ул яҡшы кешеләрҙең яманлыҡтан таҙартылған ерҙә яңы тормош башлауҙарын теләгән (Башланмыш 6:6, 7, 17).

 Кешеләр Туфандың буласағы тураһында белгәнме?

 Эйе. Алла Нухҡа буласаҡ Туфан хаҡында әйткән һәм, ғаиләһе менән хайуандар ҡотолоп ҡала алһын өсөн, кәмә төҙөргә ҡушҡан (Башланмыш 6:13, 14; 7:1—4). Нух кешеләрҙе яҡынлашып килгән афәт тураһында киҫәткән, әммә улар уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаған (2 Петер 2:5). Инжилдә: «Туфан башланып, бөтөнөһөн дә юҡ иткәнгә хәтлем, улар булып ятҡан хәлдәргә иғтибар итмәгән» — тип яҙылған (Матфай 24:37—39).

 Нух төҙөгән кәмә ниндәйерәк булған?

 Кәмә ифрат ҙур һандыҡҡа йә йәшниккә оҡшаш булған. Уның оҙонлоғо яҡынса 133 метр, киңлеге 22 метр һәм бейеклеге 13 метр булған a. Ул сайырлы ағастан яһалған һәм эсе лә, тышы ла ыҫмаланған. Кәмә өс ҡатлы һәм күп бүлмәле булған. Кәмәнең бер яғына ишек, ә иң өҫтә, күрәһең, түбә аҫтында тәҙрәләр яһалған булған. Ә түбә үҙе, моғайын, ямғыр һыуҙары ағып төшһөн өсөн, саҡ ҡына ауыш итеп яһалған булғандыр (Башланмыш 6:14—16).

 Нух кәмәне күпме ваҡыт төҙөгән?

 Изге Яҙмала Нухтың кәмәне күпме ваҡыт төҙөгәне хаҡында әйтелмәй, әммә был эшкә, күрәһең, тиҫтәләгән йылдар киткән. Беренсе улы тыуғанда, Нух 500 йәштән уҙған булған, ә Туфан башланғанда, уға 600 йәш булған (Башланмыш 5:32; 7:6) b.

 Алла Нухҡа кәмә төҙөргә ҡушҡанда, уның өс улы инде өйләнгән булған. Тимәк, беренсе улы тыуғандан һуң яҡынса 50—60 йыл үткән (Башланмыш 6:14, 18). Әгәр шулай булһа, кәмәне төҙөүгә 40—50 йыл киткән тип әйтеп була.

a Изге Яҙмала кәмәнең ҙурлығы терһәк менән үлсәнгән. «Исраилдар ҡулланған терһәк 44,45 сантиметр булған» (The Illustrated Bible Dictionary. Яңынан ҡарап сығылған баҫма. 3-сө өлөш, 1635-се бит).

b Ул заманда кешеләр, шул иҫәптән Нух та, оҙаҡ йәшәгән. Был хаҡта белер өсөн «Кешеләр боронғо заманда ысынлап та оҙаҡ йәшәгәнме?» тигән мәҡәләне (урыҫ) ҡарағыҙ («Күҙәтеү манараһы», 2010 йыл, 1 декабрь).