Төп мәғлүмәткә күсеү

Изге Яҙмала олоғайған атай-әсәйҙе ҡарау хаҡында нимә әйтелә?

Изге Яҙмала олоғайған атай-әсәйҙе ҡарау хаҡында нимә әйтелә?

Изге Яҙманан яуап

 Үҫеп еткән балалар үҙҙәренең олоғайған ата-әсәләрен ҡайғыртыу өсөн яуаплы. Изге Яҙмала былай тиелә: «Улар [балалар] иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй» (1 Тимофейға 5:4). Олоғайған ата-әсәләребеҙ хаҡында ихлас ҡайғыртып, беҙ Изге Яҙмалағы «атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт» тигән әмерҙе үтәйбеҙ (Ефестарға 6:2, 3).

 Изге Яҙмала олоғайған ата-әсәләрҙе ҡайғыртыу буйынса конкрет күрһәтмәләр бирелмәй. Әммә унда был йәһәттән өлгө күрһәткән тоғро кешеләрҙең миҫалдары килтерелгән һәм ата-әсәһен ҡараған кешеләр өсөн файҙалы кәңәштәр яҙылған.

 Изге Яҙмала телгә алынған ҡайһы бер кешеләр үҙҙәренең олоғайған ата-әсәләре хаҡында нисек хәстәрлек күргән?

 Улар быны, шарттарына ҡарап, төрлөсә эшләгән.

  •   Йософ үҙенең олоғайған атаһы Яҡуптан алыҫ йәшәгән. Мөмкинлеге тыуғас, ул атаһын үҙе янына күсергән, шулай уҡ уның йәшәр урынын хәстәрләгән, уны ризыҡ менән тәьмин иткән һәм яҡлаған (Башланмыш 45:9—11; 47:11, 12).

  •   Рут ҡәйнәһенең тыуған еренә күсенгән һәм, уның хаҡында ҡайғыртыр өсөн, арымай-талмай эшләгән (Руфь 1:16; 2:2, 17, 18, 23).

  •   Ғайса Мәсих үлеме алдынан бер дуҫынан үҙенең әсәһе Мәрйәмде ҡарауын һораған. Ул ваҡытта Мәрйәм, күрәһең, инде тол булған (Яхъя 19:26, 27) a.

 Изге Яҙмала олоғайған ата-әсәһен ҡараған кешеләр өсөн ниндәй файҙалы кәңәштәр бар?

 Олоғайған ата-әсәләрҙе ҡарау физик һәм эмоциональ яҡтан ауыр булырға мөмкин. Изге Яҙмала был йәһәттән ярҙам иткән принциптар яҙылған.

  •   Атай-әсәйегеҙҙе хөрмәт итегеҙ

     Изге Яҙмалағы принцип: «Атай-әсәйеңде хөрмәт ит» (Сығыш 20:12).

     Был принципты нисек ҡулланып була? Атай-әсәйегеҙгә хөрмәт күрһәтер өсөн, уларға үҙ аллы булырға мөмкинлек бирегеҙ, иректәрен сикләмәгеҙ. Мөмкин булһа, улар үҙҙәрен ҡарауға бәйле һорауҙарҙы үҙҙәре хәл итһен. Шул уҡ ваҡытта уларға ҡулығыҙҙан килгәнсә ярҙам итегеҙ.

  •   Аңлаусан булығыҙ һәм ғәфү итә белегеҙ

     Изге Яҙмалағы принцип: «Төшөнә белеү кешенең асыуын баҫа, үпкә тотмау уны күркәм итә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11).

     Был принципты нисек ҡулланып була? Атайығыҙ йә әсәйегеҙ ауыр һүҙ әйтһә йә рәхмәтһеҙ булып күренһә, үҙ-үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Ә мин, уның кеүек оло йәшкә бәйле ауырлыҡтар менән осрашһам, үҙемде нисек тойор инем?» Уларҙы аңлап һәм ғәфү итеп, һеҙ хәлде киҫкенләштермәҫһегеҙ.

  •   Башҡа кешеләр менән кәңәшләшегеҙ

     Изге Яҙмалағы принцип: «Кәңәшһеҙ — ниәттәр тарҡала, ә кәңәшселәр күп булғанда — тормошҡа аша» (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22).

     Был принципты нисек ҡулланып була? Атай-әсәйегеҙҙең ауырыуҙарын нисек дауалап булғаны тураһында күберәк белергә тырышығыҙ. Уларҙы ҡайғыртыр өсөн, йәшәгән ерегеҙҙә ниндәй ярҙам алып булғанын белешегеҙ. Олоғайған ата-әсәһен ҡараған башҡа кешеләр менән кәңәшләшегеҙ. Бер туғандарығыҙ булһа, улар менән бергә йыйылып, атай-әсәйегеҙҙең ихтыяждары тураһында һөйләшегеҙ, уларҙы ҡарау менән бәйле вазифаларҙы нисек бүлеп булғаны хаҡында уйлағыҙ.

    Атай-әсәйегеҙҙе ҡайғыртыуға бәйле һорауҙарҙы хәл итер өсөн, бергә йыйылып кәңәшләшегеҙ

  •   Тыйнаҡ булығыҙ

     Изге Яҙмалағы принцип: «Тыйнаҡтарға зирәклек хас» (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:2).

     Был принципты нисек ҡулланып була? Шуны танығыҙ: һәр кемдеке кеүек, һеҙҙең дә ваҡытығыҙ һәм көсөгөҙ сикле. Был һеҙҙең атай-әсәйегеҙ өсөн күпме эшләй алыуығыҙға тәьҫир итә. Хәлһеҙләнгәнегеҙҙе абайлаһағыҙ, башҡа туғандарығыҙҙан ярҙам һорағыҙ йә оло йәштәгеләрҙе ҡараусы кеше яллағыҙ.

  •   Үҙегеҙ хаҡында ла ҡайғыртығыҙ

     Изге Яҙмалағы принцип: «Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә... туҡландыра һәм ҡайғырта» (Ефестарға 5:29).

     Был принципты нисек ҡулланып була? Атай-әсәйегеҙҙе ҡарау өсөн яуаплы булһағыҙ ҙа, һеҙгә шулай уҡ үҙегеҙҙе һәм, никахта булһағыҙ, ғаиләгеҙҙең ихтыяждарын ҡайғыртырға кәрәк. Яҡшы туҡланығыҙ. Йоҡо һәм ял өсөн етерлек ваҡыт бүлегеҙ (Вәғәзсе 4:6). Мөмкин булһа, башҡаларҙан ярҙам һорап, бер аҙ ял итеп алығыҙ. Шулай эшләп, һеҙ эмоциональ һәм психик яҡтан тыныс булып ҡалырһығыҙ, һәм атай-әсәйегеҙҙе артабан ҡарар өсөн хәлегеҙ булыр.

 Изге Яҙма буйынса, олоғайған ата-әсәләрҙе ҡайғыртыр өсөн кеше яллап буламы?

 Изге Яҙмала был һорау буйынса конкрет күрһәтмәләр бирелмәй. Ҡайһы бер кешеләр олоғайған ата-әсәләрен мөмкин тиклем оҙағыраҡ үҙҙәре ҡарарға тырыша. Ләкин ҡайһы саҡта улар, шарттарына ҡарап, оло йәштәгеләрҙе ҡараусы кеше ялларға хәл итергә мөмкин. Ғаиләгә, бергә йыйылып һәм һәр береһе өсөн нисек яҡшыраҡ буласағын асыҡлап, ҡарар ҡабул итергә кәрәк (Галаттарға 6:4, 5).

a Был өҙөк хаҡында бер белешмәлектә былай тиелә: «Күрәһең, Йософ [Мәрйәмдең ире] инде күптән үлгән булған, һәм уны улы Ғайса ҡараған, ә хәҙер, Ғайса үлгәс, уның менән нимә булыр? [...] Шулай итеп Ғайса Мәсих балаларҙың олоғайған ата-әсәләрен ҡайғыртырға тейешлеген күрһәткән» (The NIV Matthew Henry Commentary in One Volume, 428—429 биттәр).