Хайуандар күккә китәме?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала әйтелгәнсә, ерҙәге барлыҡ тере заттарҙан тик билдәле бер һандағы кешеләр генә күккә китәсәк (Асылыш 14:1, 3). Күктә улар Ғайса Мәсих менән бергә батша һәм рухани булып хеҙмәт итәсәк (Лука 22:28—30; Асылыш 5:9, 10). Башҡа кешеләр иһә ерҙәге ожмахта йәшәр өсөн терелтеләсәк (Зәбур 37:11, 29).
Изге Яҙмала хайуандар, мәҫәлән, эттәр, үлгәс, күккә китә тип әйтелмәй. Быға һис тә аптырарға түгел, сөнки хайуандар «күктәр тарафынан саҡырылған[дар]» иҫәбенә инә алмай (Еврейҙарға 3:1). Бының өсөн бит кәм тигәндә белем алырға һәм, Аллаға иман итеп, уның әмерҙәрен үтәргә кәрәк (Матфей 19:17; Яхъя 3:16; 17:3). Тик кешеләр генә мәңге йәшәр өсөн яратылған (Башланмыш 2:16, 17; 3:22, 23).
Күккә китер өсөн, ерҙә йәшәүселәр терелергә тейеш (1 Коринфтарға 15:42). Изге Яҙмала терелеүҙең бер нисә осрағы һүрәтләнә (1 Батшалар 17:17—24; 2Батшалар 4:32—37; 13:20, 21; Лука 7:11—15; 8:41, 42, 49—56; Яхъя 11:38—44; Ғәмәлдәр 9:36—42; 20:7—12). Әммә был осраҡтарҙың барыһында ла кешеләр терелтелгән, ә хайуандар түгел.
Хайуандарҙың йәне бармы?
Юҡ. Изге Яҙмала, хайуандар һәм кешеләр үҙҙәре — йән, тип әйтелә (Һандар 31:28). Унда, тәүге кеше Әҙәм барлыҡҡа килтерелгәс, уға йән бирелде, тиелмәгән, ә ул үҙе «тере йән булып китте», тип яҙылған (Башланмыш 2:7, ЯДТ). Йән ике элементтан — «ер тупрағынан» һәм «йәшәү һулышынан» тора.
Йән үлергә мөмкинме?
Эйе. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, йәндәр үлә (Левиттар 21:11; Йәзәкил 18:20). Үлгәс, кешеләр ҙә, хайуандар ҙа киренән тупраҡҡа әйләнә (Вәғәзсе 3:19, 20). Икенсе һүҙ менән әйткәндә, улар йәшәүҙән туҡтай a.
Хайуандар гонаһ ҡыламы?
Юҡ. Гонаһ ҡылыу уйҙарыңда, хистәреңдә йә эштәреңдә Алла нормаларын боҙоуҙы аңлата. Гонаһ — ул әхлаҡ менән бәйле ҡарар, хайуандарға иһә ҡарарҙар ҡабул итеү һәләте бирелмәгән. Уларҙы башлыса инстинкт йөрөтә (2 Петр 2:12). Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт йәшәгәндән һуң, гонаһ ҡылмаһа ла, улар үлә.
Хайуандар менән рәхимһеҙ мөғәмәлә итеүҙе аҡлап буламы?
Юҡ. Алла кешеләргә хайуандар өҫтөнән хакимлыҡ биргән, әммә улар менән рәхимһеҙ мөғәмәлә итеү хоҡуғы бирмәгән (Башланмыш 1:28; Зәбур 8:6—8). Алла бар хайуандарҙың да, хатта кескенә ҡоштарҙың да именлеге хаҡында борсола (Юныс 4:11; Матфей 10:29). Ул үҙ хеҙмәтселәренә хайуандар хаҡында ҡайғыртырға ҡушҡан (Сығыш 23:12; Ҡанун 25:4; Ғибрәтле һүҙҙәр 12:10).
a «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 6-сы бүлегенән күберәк мәғлүмәт табырға була.