Хроник ауырыу менән ауырығанда Изге Яҙма ярҙам итә аламы?
Изге Яҙманан яуап
Эйе. Үҙ хеҙмәтселәре ауырыған саҡта, Алла улар хаҡында ҡайғырта. Аллаға тоғро хеҙмәт иткән һәр кем тураһында Изге Яҙмала былай тиелә: «Ауырып түшәккә ятҡан сағында Йәһүә уға таяныс булыр» (Зәбур 41:3). Әгәр хроник сирҙән яфаланып йәшәһәгеҙ, һеҙгә түбәндә килтерелгән өс кәңәш ярҙам итер:
Көс һорап доға ҡылығыҙ. Шул саҡта «һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге» күңел тыныслығы бирер һәм бирешмәҫкә ярҙам итер (Филиптарға 4:6, 7).
Ыңғай ҡараш һаҡлағыҙ. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Шат йөрәк — яҡшы дауа ул, ә рух төшөнкөлөгө һөйәктәрҙе ҡорота» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22). Юмор хисен юғалтмағыҙ, ул ауыр көндәрҙә бер аҙ еңеллек бирер һәм сәләмәтлеккә лә ыңғай йоғонто яһар.
Киләсәккә өмөтөгөҙ һүрелмәһен. Ҡаҡшамаҫ өмөт оҙайлы ауырыуға ҡарамаҫтан шатлыҡ һаҡларға ярҙам итер (Римдарға 12:12). Изге Яҙмала ерҙә «йәшәүселәрҙең береһе лә: „Мин ауырыйым“, — тип әйтмәҫ» ваҡыт хаҡында алдан әйтелгән булған (Ишағыя 33:24). Ул саҡта бөгөнгө көндәрҙә фән еңә алмаған хроник сирҙәрҙе Алла үҙе бөтөрәсәк. Мәҫәлән, Алла кешеләрҙәге ҡартайыу процесын кирегә борасаҡ. Изге Яҙмала ололар хаҡында былай тиелә: «Тәне йәш сағынан сәләмәтерәк булһын, ул йәшлек ҡеүәте көндәренә ҡайтһын» (Әйүп 33:25).
Иҫкәрмә. Йәһүә шаһиттары Аллаға таянып йәшәһә лә, ауырыған саҡта медицина ярҙамы кәрәк икәнен таный һәм табиптарға мөрәжәғәт итә (Марк 2:17). Шулай ҙа беҙ дауаланыуҙың ниндәйҙер ысулын яҡлап сыҡмайбыҙ, ә һәр кем дауаланыу төрөн үҙе һайларға хоҡуҡлы тип иҫәпләйбеҙ.