Яңы Иерусалим нимә ул?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала ике тапҡыр осраған «яңы Иерусалим» тигән һүҙбәйләнеш ниндәйҙер тура мәғәнәләге ҡаланы белдермәй. Был һүҙҙәр менән символик рәүештә Ғайса Мәсихтең уның менән бергә Алла Батшалығында идара итәсәк шәкерттәренең төркөмө тасуирлана (Асылыш 3:12, ЯДТ; 21:2). Изге Яҙмала был төркөм шулай уҡ Мәсихтең кәләше тип атала.
Яңы Иерусалимдың нимә аңлатҡанын асыҡларға ярҙам иткән билдәләр
Яңы Иерусалим күктә урынлашҡан. Изге Яҙмала Яңы Иерусалим иҫкә алынған һайын уның күктән төшөүе тураһында әйтелә, унда фәрештәләр был ҡаланың ҡапҡаларын һаҡлап тора (Асылыш 3:12; 21:2, 10, 12). Шулай уҡ ҡаланың ғәйәт ҙур булыуы ла уның ерҙә була алмауын күрһәтә. Уның нигеҙенең периметры «ун ике мең стадия a», ә ҡала үҙе куб формаһында (Асылыш 21:16). Уның оҙонлоғо, киңлеге һәм бейеклеге (уның һәр яғы) — 560 саҡрым тиерлек, тимәк, ул асыҡ космосҡа һуҙылыр ине.
Яңы Иерусалимды Ғайсаның шәкерттәренең төркөмө, йәғни Мәсихтең кәләше тәшкил итә. Яңы Иерусалим «кәләш, Бәрәстең ҡатыны» тип аталған (Асылыш 21:9, 10). Был — символик тасуирлама, унда Бәрәс Ғайса Мәсихкә ҡарай (Яхъя 1:29; Асылыш 5:12). «Бәрәстең ҡатыны», йәғни Мәсихтең кәләше — күктә Ғайса менән бергә буласаҡ мәсихселәр. Изге Яҙмала Ғайса менән был төркөм мәсихселәр араһындағы мөнәсәбәттәр ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәргә оҡшатыла (2 Коринфтарға 11:2; Ефестарға 5:23—25). Өҫтәүенә, Яңы Иерусалимдың нигеҙ таштарына «Бәрәстең ун ике илсеһенең исеме яҙылған» (Асылыш 21:14). Күктәге тормошҡа саҡырылған башҡа мәсихселәр хаҡында иһә «һеҙ илселәр һәм пәйғәмбәрҙәр нигеҙ булып торған Йорт итеп ҡоролдоғоҙ» тиелә (Ефестарға 2:20). Был тасуирлама Яңы Иерусалимдың кемде символлаштырғанын билдәләргә ярҙам итә.
Яңы Иерусалим — күктәге хөкүмәттең өлөшө. Боронғо Иерусалим Израилдең баш ҡалаһы булған, унда Дауыт батша, уның улы Сөләймән һәм уларҙың тоҡомдары «Йәһүәнең тәхетендә батша булып» ултырған (1 Йылъяҙма 29:23). Шуға күрә «изге ҡала» тип аталған Иерусалим Алла идараһын сағылдырған, ул Дауыт нәҫеленән сыҡҡан батшалар аша башҡарылған (Ниҡәми 11:1). Шулай уҡ «изге ҡала» тип аталған Яңы Иерусалим күктә Ғайса менән бергә «ер өҫтөнән батшалыҡ итәсәк» майланғандарҙан тора (Асылыш 5:9, 10, ЯДТ; 21:2).
Яңы Иерусалим ерҙәге кешеләргә фатихалар килтерәсәк. Яңы Иерусалим «күктән, Алланан төшөүсе изге ҡала» итеп һүрәтләнә, был Алланың уның аша ерҙә үҙгәрештәр яһаясағын күрһәтә (Асылыш 21:2). Бынан Яңы Иерусалим менән Алла Батшалығы араһында бәйләнеш барлығы күренә, Алла Батшалығы аша Алла «күктәге кеүек, ерҙә лә» үҙенең ихтыярын үтәйәсәк (Матфей 6:10). Киләсәктә кешеләрҙе ниндәй фатихалар көтә?
Гонаһ юҡҡа сығасаҡ. Яңы Иерусалимдан «тереклек һыуы йылғаһы» ағып сыға һәм «халыҡтарҙы һауыҡтырыу өсөн» билдәләнгән тереклек ағастарын туйындыра (Асылыш 22:1, 2). Физик һәм рухи яҡтан һауығып, кешеләр гонаһтан арынасаҡ һәм, Алла баштан уҡ ниәтләгәнсә, камил тормошҡа эйә буласаҡ (Римдарға 8:21).
Кешеләр Алла менән яҡшы мөнәсәбәттә буласаҡ. Гонаһ арҡаһында кешеләр Алланан ситләшкән (Ишағыя 59:2). Гонаһ юҡ ителгәс, ошо пәйғәмбәрлек тулыһынса үтәләсәк: «Бына, Алланың кешеләр менән бергә йәшәү урыны. Ул кешеләр менән бергә йәшәйәсәк. Кешеләр Уның халҡы буласаҡ һәм Алла Үҙе улар менән буласаҡ» (Асылыш 21:3).
Ғазаптар һәм үлем булмаясаҡ. Алла кешеләрҙең «күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ» (Асылыш 21:4). Бының барыһын Алла үҙенең Батшалығы ярҙамында башҡарасаҡ.
a Стадия — Боронғо Римда ҡулланылған оҙонлоҡ үлсәме. Ул 185 метрға тигеҙ булған.