Төп мәғлүмәткә күсеү

Ғайса ниндәй тәндә терелтелгән: кеше тәнендәме әллә рухи тәндәме?

Ғайса ниндәй тәндә терелтелгән: кеше тәнендәме әллә рухи тәндәме?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙмала, Ғайса «кеше булараҡ үлтерелде, ә рух булараҡ терелтелде», тип әйтелә (1 Петер 3:18, ЯДТ; Илселәр 13:34; 1 Кәринттәргә 15:45; 2 Кәринттәргә 5:16).

 Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, ул үҙенең кеше булып йәшәгән тәнендә терелтелә алмаған, сөнки шул тәнен «донъя йәшәһен өсөн» ул йолом итеп биргән (Яхъя 6:51; Матфай 20:28). Әгәр ул терелтелгәндән һуң яңынан шул уҡ тәнде алһа, йолом түләнмәгән булып сығыр ине. Әммә улай була алмаған, сөнки Изге Яҙмала, ул «бер һәм... мәңгелек» өсөн үҙ ҡанын һәм тәнен ҡорбан итте, тиелә (Еврейҙарға 9:11, 12).

Әгәр Ғайса рухи тәндә терелтелгән икән, шәкерттәре уны нисек күрә алған?

  •  Рухи шәхестәр кеше ҡиәфәтенә инә ала. Мәҫәлән, боронғо ваҡытта кеше тәне алған фәрештәләр кешеләр менән бергә хатта ашап-эсә лә алған (Башланмыш 18:1—8; 19:1—3). Әммә улар барыбер рухи заттар булып ҡалған, сөнки физик донъяны ҡалдырып китә алған (Хөкөмсөләр 13:15—21).

  •  Терелтелгән Ғайса ла, боронғо ваҡыттағы фәрештәләр кеүек, ваҡытлыса кеше ҡиәфәтенә инә алған. Әммә, рухи шәхес булараҡ, ул көтмәгәндә генә пәйҙә була йә ҡапыл ғына юҡ була алған (Лука 24:31; Яхъя 20:19, 26). Һәр осраҡта ул төрлө физик тәндә күренгән. Шуға күрә хатта яҡын дуҫтары ла уны нимә һөйләүенән йә ниҙәр эшләүенән генә таный алған (Лука 24:30, 31, 35; Яхъя 20:14—16; 21:6, 7).

  •  Илсе Тамасҡа Ғайса яра эҙҙәре булған тәндә күренгән. Быны Ғайса уның иманын нығытыр өсөн эшләгән, сөнки Тамас Ғайсаның терелтелгәненә шикләнгән булған (Яхъя 20:24—29).