Нимә ул Мәсихтең килеү осоро?
Изге Яҙманан яуап
Мәсихтең киләсәктә ерҙә йәшәүселәрҙе хөкөм итергә киләсәге хаҡында Изге Яҙмала бер нисә тапҡыр әйтелә a. Мәҫәлән, Матфай 25:31—33-тә шулай яҙылған:
«Әҙәм улы [Ғайса Мәсих], бөтә фәрештәләре менән үҙенең данында килгәс, шөһрәтле тәхетенә ултырыр. Уның алдына бөтә халыҡтарҙы йыйырҙар, һәм ул, көтөүсе һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған шикелле, кешеләрҙе ике төркөмгә бүлер. Һарыҡтарҙы ул — үҙенең уң яғына, ә кәзәләрҙе һул яғына ҡуйыр».
Был хөкөм итеү ваҡыты кешелек тарихында әлегә тиклем бер ҡасан да булмаған «бөйөк афәттең» өлөшө буласаҡ. Афәттең юғары нөктәһе — Армагеддон һуғышы (Матфай 24:21; Асылыш 16:16). Изге Яҙмала Мәсихтең дошмандары кәзәләр итеп һүрәтләнә. Улар «язаға, мәңгелек һәләкәткә дусар ителер» (2 Фессалоникаларға 1:9; Асылыш 19:11, 15). Ә Мәсихтең һарыҡтар менән сағыштырылған тоғро хеҙмәтселәре «мәңгелек тормош алыр» (Матфай 25:46).
Мәсих ҡасан килер?
Ғайса «ул көндө һәм сәғәтте... бер кем дә белмәй» тип әйткән (Матфай 24:36, 42; 25:13). Әммә ул үҙенең килеү осоро алдынан күҙәтергә мөмкин булған билдәне тасуирлап биргән. Был билдә бер нисә өлөштән тора (Матфай 24:3, 7—14; Лука 21:10, 11).
Мәсих рухи тәндә йә физик тәндә киләсәкме?
Ғайса рухи тәндә терелтелгән булған, шуға күрә ул кеше кеүек физик тәндә түгел, ә рухи шәхес булып киләсәк (1 Коринфтарға 15:45; 1 Петр 3:18). Шунлыҡтан, Ғайса үлеренән бер көн алда илселәренә шундай һүҙҙәр әйтә алған: «Тағы аҙ ғына ваҡыт үткәс, донъя Мине күрмәйәсәк» (Яхъя 14:19).
Мәсихтең килеү осоро хаҡында яңылыш фекерҙәр
Яңылыш фекер. Изге Яҙмала Ғайса тураһында «болоттар өҫтөнән» килер тип әйтелгән, тимәк ул күренеп киләсәк (Матфай 24:30).
Факт. Изге Яҙмала «болот» һүҙе йыш ҡына күҙгә күренмәгән нәмәләр хаҡында әйтелгәндә ҡулланыла (Левиттар 16:2; Һандар 11:25; Ҡанун 33:26). Мәҫәлән, Алла Мусаға шулай тип әйткән: «Мин һиңә ҡара болот эсендә килермен» (Сығыш 19:9). Тик Муса Алланы күрмәгән. Шуның һымаҡ, кешеләр «болоттар өҫтөнән» килгән Мәсихте күрмәйәсәктәр, ә уның килеү осоро еткәнен аңлаясаҡтар.
Яңылыш фекер. Мәсихтең килеү осоро хаҡында яҙылған Асылыш 1:7-ләге «Уны һәр кем ... күрер» тигән һүҙҙәрҙе тура мәғәнәлә аңларға кәрәк.
Факт. Изге Яҙмала «күҙ» һәм «күреү» тип тәржемә ителгән грек һүҙҙәре «белеү» йә «аңлау» мәғәнәһендә ҡулланыла һәм күреү һәләтенә ҡағылмай b (Матфай 13:15; Лука 19:42; Римдарға 15:21; Ефестарға 1:18). Изге Яҙмала терелтелгән Ғайса «яҡынлашмаҫлыҡ яҡтылыҡта йәшәүсе, уны бер кеше лә күрмәгән һәм күрә лә алмай» тип әйтелә (1 Тимофейға 6:16, ЯДТ). Шулай итеп, кешеләр Ғайсаны шундай мәғәнәлә «күрер»: улар Ғайсаның Алла хөкөмөн үтәгәнен аңлар (Матфай 24:30).
Яңылыш фекер. 2 Яхъя 7-ләге һүҙҙәр Ғайсаның физик тәндә килеүен күрһәтә.
Факт. Изге Яҙмалағы аятта шулай яҙылған: «Ғайса Мәсихтең ысын кеше булараҡ килеүен инҡар иткән күп ялғансылар донъяға сыҡты» (2 Яхъя 7).
Илсе Яхъя көндәрендә ҡайһы берәүҙәр Ғайсаның ергә кеше һымаҡ килеүен танымағандар. Ундай кешеләр гностиктар тип аталған. 2 Яхъя 7-ләге һүҙҙәр ошо ялған ҡарашты кире ҡағыр өсөн яҙылған.