Ни өсөн Ғайса Мәсих Алланың Улы тип аталған?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙмала Ғайса Мәсих йыш ҡына «Алла Улы» тип атала (Яхъя 1:49). Был һүҙбәйләнеш бар тереклеккә, шул иҫәптән Ғайсаға ла йәшәүҙе Алла биргәнен аңлата (Зәбур 36:9; Асылыш 4:11). Изге Яҙма, Алла кешеләр аңлауынса тура мәғәнәлә Ғайсаға атай булған, тип өйрәтмәй.
Изге Яҙмала фәрештәләр ҙә «Алланың улдары» тип атала (Әйүп 1:6). Унда шулай уҡ беренсе кеше хаҡында «Әҙәм — Алланан» тиелгән (Лука 3:38). Шулай ҙа Изге Яҙмала Ғайса хаҡында Алланың башҡа улдарына ҡарағанда күберәк яҙылған. Ул — бар нәмәнән дә алдараҡ һәм Алланың үҙе тарафынан ғына барлыҡҡа килтерелгән берҙән-бер зат.
Ерҙә тыуғанға тиклем Ғайса күктә йәшәгәнме?
Эйе. Ерҙә кеше булып тыуғанға тиклем, Ғайса рухи зат булып күктә йәшәгән. Ул үҙе: «Мин күктән... килдем», — тигән (Яхъя 6:38; 8:23).
Алла Ғайсаны бөтә нәмәнән дә алдараҡ барлыҡҡа килтергән. Изге Яҙмала уның хаҡында былай тиелгән:
«ул яратылған бөтөн тереклектәрҙән дә алдараҡ бар ине» (Колосстарға 1:15),
«Алланың иң беренсе итеп яратҡан заты» (Асылыш 3:14, ЯДТ).
Изге Яҙмала пәйғәмбәрлек ителгәнсә, Ғайса «сығышы буйынса боронғо замандарҙан, элекке көндәрҙән» (Миҡай 5:2; Матфей 2:4—6).
Ергә килгәнгә тиклем Ғайса нимә эшләгән?
Ул күктә бик юғары дәрәжәләге рухи Зат булған. Аллаға доға ҡылғанда, Ғайса шул дәрәжәһе тураһында былай тигән: «Атам, донъя яратылғанға тиклем һинең менән бергә булғандағы данлы бөйөклөгөмдө... кире ҡайтарып бир» (Яхъя 17:5).
Ул Атаһына бөтә нәмәне барлыҡҡа килтерергә ярҙам иткән. Ғайса Алла менән бергә тырышып эшләгән, уның янында «оҫта һөнәрсе» булған (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:30). Изге Яҙмала Ғайса хаҡында: «Күктә һәм ерҙә булған... бөтөнөһө лә Уның аша... яратылған», — тип әйтелә (Колосстарға 1:16).
Ғайса ярҙамында Алла бөтә нәмәне, шул иҫәптән башҡа рухи заттарҙы һәм Ғаләмде барлыҡҡа килтергән (Асылыш 5:11). Ниндәйҙер мәғәнәлә Алла менән Ғайсаның бергәләп эшләүе архитекторҙың төҙөүсе менән хеҙмәттәшлек итеүенә оҡшаш. Архитектор проект төҙөй, ә төҙөүсе уны тормошҡа ашыра.
Ул «Һүҙ» булған. Изге Яҙмала Ғайсаның кеше булып тыуғанға тиклемге тормошо һүрәтләнгәндә, ул «Һүҙ» тип атала (Яхъя 1:1). Күрәһең, Алла үҙенең төрлө хәбәрҙәрен һәм күрһәтмәләрен башҡа рухи заттарға уның аша тапшырған.
Бынан тыш, Ғайса, күрәһең, кешеләр алдында Алланың Вәкиле булған. Эден баҡсаһында Әҙәм менән Һауаға әмерҙәр биргәндә, Алла, моғайын, тап Ғайса аша һөйләшкәндер (Башланмыш 2:16, 17). Израилдәр сүлдә булғанда, уларҙы етәкләргә Алла бер фәрештәһен ебәргән һәм уның әйткәндәренә буйһонорға ҡушҡан. Күрәһең, ул фәрештә Ғайса булған (Сығыш 23:20—23). a
a «Һүҙ» Алланың башҡалар менән һөйләшер өсөн ҡулланған берҙән-бер фәрештәһе булмаған. Мәҫәлән, израилдәргә Ҡанун биргәндә, Алла уны беренсе Улы аша түгел, ә башҡа фәрештәләр аша еткергән (Ғәмәлдәр 7:53; Галаттарға 3:19; Еврейҙарға 2:2, 3).