Төп мәғлүмәткә күсеү

Мин йәшәргә теләмәйем. Үҙ-үҙемә ҡул һалыу теләге тыуғанда, Изге Яҙма миңә ярҙам итә аламы?

Мин йәшәргә теләмәйем. Үҙ-үҙемә ҡул һалыу теләге тыуғанда, Изге Яҙма миңә ярҙам итә аламы?

Изге Яҙманан яуап

 Эйе! Сөнки Изге Яҙманы «рухтары төшкәндәргә ярҙам итеүсе Алла» биргән бит (2 Коринфтарға 7:6). Изге Яҙма психиатрия буйынса белешмәлек булмаһа ла, ул күп кешегә үҙ-үҙенә ҡул һалыу теләгенән ҡотолорға инде ярҙам иткән. Ундағы ғәмәли кәңәштәр һеҙгә лә ярҙам итә ала.

 Изге Яҙмала ниндәй ғәмәли кәңәштәр бирелә?

  • Хистәрегеҙ менән бүлешегеҙ.

     Изге Яҙмала нимә тиелә? «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға яҡын туғаныңа таянғандай таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

     Аңлатма. Ауыр уйҙар тынғы бирмәй башлаһа, ярҙам һорап берәйһенә өндәшергә кәрәк.

     Хистәрегеҙҙе үҙ эсегеҙҙә генә тотһағыҙ, улар көс етмәҫлек ауырайып китергә мөмкин. Ә инде берәйһе менән бүлешһәгеҙ, һеҙгә еңелерәк булып ҡалыр, ул сағында проблемаға, бәлки, башҡаса ҡарай башларһығыҙ.

     Кәңәш. Мәҫәлән, ғаиләләге берәйһе йәиһә яҡын дуҫығыҙ менән бөгөн һөйләшеп ҡарағыҙ a. Шулай уҡ хистәрҙе ҡағыҙға яҙһаң да, күңелгә еңелерәк булып ҡала.

  • Ярҙам һорап белгескә мөрәжәғәт итегеҙ.

     Изге Яҙмала нимә тиелә? «Табип сәләмәт кешеләргә түгел, ә ауырыуҙарға кәрәк» (Матфей 9:12).

     Аңлатма. Ауырыған саҡта табипҡа барырға кәрәк.

     Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу теләге психик йә эмоциональ ауырыуҙың билдәһе булырға мөмкин. Бындай ауырыуҙың һис ояты юҡ, башҡа ауырыу арҡаһында уңайһыҙланмайбыҙ бит. Психик һәм эмоциональ ауырыуҙарҙы дауалап була.

     Кәңәш. Мөмкин тиклем тиҙерәк табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

  • Һеҙҙең хәлегеҙ Алла өсөн барыбер түгел.

     Изге Яҙмала нимә тиелә? «Биш турғай ике баҡыр тәңкәгә һатыла түгелме ни? Ләкин уларҙың береһе лә Алла тарафынан онотолмаған. [...] Ҡурҡмағыҙ, һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ла ҡәҙерлерәк» (Лука 12:6, 7).

     Аңлатма. Алла өсөн һеҙ бик ҡәҙерле.

     Бәлки, һеҙҙе яңғыҙлыҡ хисе интектерәлер, әммә Алла һеҙгә ни тиклем ауыр икәнен күрә. Хатта артабан йәшәргә теләмәһәгеҙ ҙә, һеҙ уның өсөн барыбер түгел. Зәбур 51:17-лә: «Эй Раббым, үкенгән-өҙгөләнгән күңелде һин кире ҡаҡмаҫһың»,— тиелгән. Алла һеҙҙең үлеүегеҙҙе теләмәй, сөнки ул һеҙҙе ярата.

     Кәңәш. Изге Яҙмала Алланың һеҙҙе яратыуын күрһәтеүсе дәлилдәр күп. Шулар хаҡында уҡығыҙ. Мәҫәлән, «Йәһүәгә яҡынлаш» тигән китаптың (урыҫ) 24-се бүлеген уҡырға була.

  • Аллаға доға ҡылығыҙ.

     Изге Яҙмала нимә тиелә? «Үҙегеҙҙең бөтә мәшәҡәттәрегеҙҙе Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петр 5:7).

     Аңлатма. Алла үҙегеҙҙе ғазаплаған бар уй-хистәрегеҙҙе түкмәй-сәсмәй уға һөйләп биреүегеҙҙе теләй.

     Алла һеҙгә йән тыныслығы һәм артабан йәшәр өсөн көс бирә ала (Филиптарға 4:6, 7, 13). Ул ихлас ялбарғандарҙың барыһына ла шулай ярҙам итә (Зәбур 55:22).

     Кәңәш. Аллаға бөгөн доға ҡылығыҙ. Йәһүә Аллаға исеме менән өндәшеп, үҙ хәлегеҙҙе һөйләгеҙ (Зәбур 83:18). Бар ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығыр өсөн унан көс һорағыҙ.

  • Изге Яҙмала вәғәҙә ителгән киләсәк тураһында уйланығыҙ.

     Изге Яҙмала нимә тиелә? «Был өмөт беҙҙең йәнебеҙ [йәғни тормошобоҙ] өсөн ныҡлы һәм ышаныслы якорь» булып тора (Еврейҙарға 6:19).

     Аңлатма. Кәйефегеҙ үҙгәреп тороу арҡаһында, һеҙ үҙегеҙҙе дауылда сайҡалған караптағы кеүек тойорға мөмкин, әммә Изге Яҙма биргән өмөт йығылмай ныҡ ҡалырға ярҙам итәсәк.

     Был өмөт буш хыял ғына түгел, ул Алланың вәғәҙәһенә нигеҙләнгән. Алла әрнеү һәм ғазаптарҙың бар сәбәптәрен бөтөрөргә вәғәҙә итә (Асылыш 21:4).

     Кәңәш. Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өмөт хаҡында «Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр» тигән брошюраның 5-се дәресенән күберәк белергә була.

  • Яратҡан эшегеҙ менән шөғөлләнегеҙ.

     Изге Яҙмала нимә тиелә? «Шат йөрәк — яҡшы дауа ул» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22).

     Аңлатма. Шатлыҡ килтергән эш менән шөғөлләнгәндә, психик һәм эмоциональ хәлебеҙ яҡшыра.

     Кәңәш. Күңелегеҙгә хуш килгән нәмәне эшләгеҙ. Мәҫәлән, күңел күтәргес музыка тыңларға, ыңғай хистәр тыуҙырған ҡыҙыҡлы берәй нәмә уҡырға йәиһә үҙеңә берәй хобби табырға була. Шулай уҡ башҡалар өсөн, әйтәйек, хатта бик үк ҙур булмаған берәй яҡшылыҡ эшләп тә шатлыҡ кисерергә була (Ғәмәлдәр 20:35).

  • Һаулығығыҙ хаҡында ҡайғыртып тороғоҙ.

     Изге Яҙмала нимә тиелә? «Тән күнекмәһенең ярҙамы [бар]» (1 Тимофейға 4:8).

     Аңлатма. Күберәк хәрәкәт иткәндә, етерлек йоҡлағанда һәм дөрөҫ туҡланғанда, беҙ үҙебеҙҙе яҡшыраҡ хис итәбеҙ.

     Кәңәш. Ҡыҙыу ғына хәрәкәт менән 15 минут ҡына булһа ла йөрөп килегеҙ.

  • Онотмағыҙ, хистәр ҙә, тормоштағы башҡа нәмәләр кеүек үк, үҙгәреп тора.

     Изге Яҙмала нимә тиелә? «Һеҙ иртәгә ни булырын белмә[йһегеҙ]» (Яҡуб 4:14).

     Аңлатма. Хатта бик ауыр һәм хәл итә алмаҫлыҡ булып күренгән осраҡтарҙың да аҙағы була.

     Бөгөн хәл нисек кенә ауыр булмаһын, иртәгә барыһы ла үҙгәрергә мөмкин. Шуға күрә өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ (2 Коринфтарға 4:8). Бер аҙҙан был ауыр осор артта ҡалыр, ә бына өҙөлгән ғүмерҙе инде кире ҡайтарып булмай.

     Кәңәш. Изге Яҙманан йәшәүҙән ваз кискән һәм үлергә теләгән кешеләр хаҡында уҡығыҙ. Һөҙөмтәлә уларҙың тормошо йыш ҡына үҙҙәре лә көтмәгәндә нисек яҡшыға үҙгәреп киткәненә иғтибар итегеҙ. Шундай миҫалдарҙың бер нисәһен ҡарап китәйек.

 Изге Яҙмала үлергә теләгән кешеләр хаҡында әйтеләме?

 Эйе. Изге Яҙмала асылда, «үлгем килә», тип әйткән кешеләр телгә алына. Алла уларға асыуланмаған, ә ярҙам ҡулы һуҙған. Ул һеҙгә лә ярҙам итә ала.

Ильяс

  •   Ул кем булған? Ильяс ҡыйыу пәйғәмбәр булған. Әммә ул да ҡайсаҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән. «Ильяс беҙҙең кеүек үк кеше булған»,— тиелә Яҡуб 5:17-лә.

  •   Ә ни өсөн ул үлергә теләгән? Бер ваҡыт ул, мин бер үҙем ҡалдым, бер нәмәгә лә эшкинмәйем, тип ҡурҡыуға төшкән. Шунда ул: «Булды, туйҙым! Эй Йәһүә, йәнемде алсы», — тип ялбарған (1 Батшалар 19:4).

  •   Уға нимә ярҙам иткән? Ильяс үҙ хистәрен Аллаға һөйләп биргән. Алла уға нисек көс өҫтәгән? Ул Ильястың хәлен аңлаған, уның хаҡында хәстәрләгән һәм үҙенең сикһеҙ көсөн күрһәткән. Бынан тыш, Алла Ильясты һаман да кәрәкле булыуына ышандырған һәм уға хәстәрлекле, ышаныслы ярҙамсы биргән.

  •   Ильяс хаҡында уҡығыҙ: 1 Батшалар 19:2—18.

Әйүп

  •   Ул кем булған? Әйүп ҙур ғаиләле бик бай кеше булған. Ул хаҡ Аллаға тоғро хеҙмәт иткән.

  •   Ә ни өсөн ул үлергә теләгән? Уның тормошо күҙ асып йомған арала селпәрәмә килгән. Башта Әйүп бар мөлкәтен юғалтҡан, шунан ғәрәсәт күтәрелеп бөтә балаларын бер юлы һәләк иткән, ә үҙе ғазаплы сир менән ауырып киткән. Ул ғына ла түгел, дуҫ булып һаналған кешеләре, йәлләйһе урынға, уға яла яғып, аяуһыҙ рәүештә бар ғазаптарында Әйүптең үҙен ғәйепләгән. Әйүп: «Тормошомдо нәфрәт итәм, бүтән йәшәгем килмәй», — тигән (Әйүп 7:16).

  •   Уға нимә ярҙам иткән? Әйүп Аллаға доға ҡылған һәм башҡалар менән аралашҡан (Әйүп 10:1—3). Ярҙамсыл, аңлаусан дуҫы Илуй уға таяныс булған һәм барыһын да аңларға ярҙам иткән. Ә иң мөһиме, Әйүп Алланың нәсихәтен һәм ярҙамын ҡабул иткән.

  •   Әйүп хаҡында уҡығыҙ: Әйүп 1:1—3, 13—22; 2:7; 3:1—13; 36:1—7; 38:1—3; 42:1, 2, 10—13.

Муса

  •   Ул кем булған? Муса боронғо Израилдең етәксеһе һәм Алланың тоғро пәйғәмбәре булған.

  •   Ә ни өсөн ул үлергә теләгән? Мусаға ифрат яуаплы һәм ауыр йөкләмә тапшырылған булған, ә халыҡ уны туҡтауһыҙ тәнҡитләгән. Һөҙөмтәлә Муса хәлдән тайған. Шуға ла ул Аллаға: «Зинһар, хәҙер үк мине үлтер», — тип ялбарған (Һандар 11:11, 15).

  •   Уға нимә ярҙам иткән? Муса йәшермәйенсә үҙ хистәрен Аллаға һөйләп биргән. Алла уға йөгөн еңеләйтергә ярҙам иткән, һәм Мусаға еңелерәк булып киткән.

  •   Муса хаҡында уҡығыҙ: Һандар 11:4—6, 10—17.

a Әгәр һеҙҙе үҙегеҙгә ҡул һалыу теләге борсоһа, ә янығыҙҙа берәү ҙә булмаһа, ышаныс телефонына йә ашығыс хеҙмәт телефонына шылтыратығыҙ.