Изге Яҙмала үҙеңде яратыу тураһында нимә әйтелә?
Изге Яҙманан яуап
Изге Яҙманан күренеүенсә, ниндәйҙер дәрәжәлә үҙ-үҙеңде яратыу тәбиғи һәм хатта шулай эшләргә кәрәк тә. Үҙеңде яратыу — ул үҙ-үҙең тураһында ҡайғыртыу, үҙеңде хөрмәт итеү һәм үҙ баһаңды белеү (Матфей 10:31). Изге Яҙма эгоист булырға дәртләндермәй, ләкин үҙеңде яратыу ниндәй булырға тейешлеген аңларға ярҙам итә.
Беҙ кемде яратырға тейеш?
Тормошта иң мөһиме — Алланы яратыу. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, иң мөһим әмер — «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең... менән ярат» (Марк 12:28—30; Ҡанун 6:5).
Икенсе иң мөһим әмер — «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» (Марк 12:31; Левиттар 19:18).
Изге Яҙмала «үҙеңде ярат» тигән айырым әмер юҡ. Ләкин «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тигән әмерҙән күренеүенсә, үҙеңде ниндәйҙер дәрәжәлә яратыу һәм хөрмәт итеү — яҡшы һәм хатта файҙалы.
Ғайса Мәсих беренсе сиратта кемде яратҡан?
Үҙ тормошо менән Ғайса пәйғәмбәр Алланы, яҡындарыбыҙҙы һәм үҙебеҙҙе ниндәй дәрәжәлә яратырға кәрәклеген күрһәткән һәм шәкерттәрен дә үҙенең үрнәгенә эйәрергә саҡырған (Яхъя 13:34, 35).
Барыһынан да бигерәк, Ғайса үҙенең Атаһы Йәһүә Алланы яратҡан. Ул бөтә ғүмерен уның ихтыярын үтәүгә бағышлаған. Ғайса былай тигән: «Донъя белһен: Мин Атамды яратам һәм Уның Миңә ҡушҡан әмерҙәренең барыһын да башҡарам» (Яхъя 14:31).
Ғайса шулай уҡ кешеләрҙе яратҡан. Ул уларҙың ихтыяждары тураһында ҡайғыртҡан һәм хатта улар өсөн үҙ ғүмерен биргән (Матфей 20:28).
Ниндәйҙер дәрәжәлә Ғайса үҙен дә яратҡан. Ул ял итергә, ашарға, шулай уҡ дуҫтары менән һәм үҙенең шәкерттәре булырға теләгән кешеләр менән аралашырға ваҡыт тапҡан (Марк 6:31, 32; Лука 5:29; Яхъя 2:1, 2; 12:2).
Башҡаларҙың ихтыяждарын үҙебеҙҙекенән өҫтөн ҡуйһаҡ, беҙ берәй нәмәнән мәхрүм булабыҙмы?
Юҡ. Беҙ Аллаға оҡшаш итеп яратылғанбыҙ, ә ул фиҙәҡәр яратыуҙың иҫ китмәле үрнәге булып тора (Башланмыш 1:27; 1 Яхъя 4:8). Тимәк, башҡаларҙы яратыу — кеше тәбиғәтенең айырылғыһыҙ өлөшө. Үҙеңде яратыу, һис шикһеҙ, мөһим. Ләкин Алланы яратыу һәм башҡаларға игелек эшләү беҙҙең өсөн иң мөһиме икән, беҙ күпкә бәхетлерәк булып китәбеҙ. Изге Яҙмала: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк», — тип әйтелә (Ғәмәлдәр 20:35).
Ҡайһы берәүҙәр, бәхетле булыр өсөн беренсе сиратта үҙең тураһында уйларға кәрәк, тип уйлай. Ундай кешеләр өсөн «яҡыныңды ярат» тигән һүҙҙәр «үҙеңде ярат» тигәнгә әйләнгән. Ләкин, һуңғы тикшеренеүҙәр буйынса, Изге Яҙмалағы «һәр кем үҙенә файҙа булғанды түгел, ә башҡаға файҙалыны эҙләһен» тигән кәңәште тотҡан кешеләр шаҡтай бәхетлерәк һәм һауыраҡ (1 Коринфтарға 10:24).