Төп мәғлүмәткә күсеү

666 һаны нимә аңлата?

666 һаны нимә аңлата?

Изге Яҙманан яуап

 Изге Яҙманың һуңғы китабы буйынса, 666 — ул диңгеҙҙән сығып килеүсе ете башлы һәм ун мөгөҙлө януарҙың һаны йәки исеме (Асылыш 13:1, 17, 18). Был януар — бөтә донъя сәйәси системаның символы, һәм ул «һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ» итә (Асылыш 13:7). 666 исеме шуны күрһәтә: Алла сәйәси системаны бөтөнләй булдыҡһыҙ тип һанай. Ни өсөн шундай һығымта яһап була?

  Ярлыҡ ҡына түгел. Алла биргән исемдәр һәр ваҡыт тәрән мәғәнәгә эйә. Мәҫәлән, Алла Ибрамды («бөйөклөк атаһы») Ибраһим («күп халыҡтарҙың атаһы») тип атаған, сөнки «һине бик күп халыҡтарҙың тәүатаһы итәсәкмен» тип вәғәҙә биргән (Башланмыш 17:5). Шуның шикелле януарға бирелгән 666 исеме лә уны айырып торған үҙенсәлектәрҙе күрһәтә.

  6 һаны камилһыҙлыҡты күрһәтә. Изге Яҙмалағы һандар йыш ҡына символик мәғәнәгә эйә. Ете һаны ғәҙәттә тулылыҡ һәм камиллыҡ символы булып тора. Ә алты, етенән берәүгә кәмерәк һан, Алла ҡарашында тулы һәм камил булмаған берәй нәмәне аңлатырға мөмкин. Шулай уҡ был һандың Алла дошмандары менән бәйле булыуы ла ихтимал (1 Йылъяҙма 20:6; Данил 3:1).

  Баҫым яһар өсөн өс тапҡыр ҡабатлана. Ҡайһы саҡта Изге Яҙмала, берәй нәмәгә баҫым яһар өсөн, уны өс тапҡыр ҡабатлайҙар (Асылыш 4:8; 8:13). Шуға күрә 666 һаны шуны күрһәтә: Алла кешеләрҙең сәйәси структураларын булдыҡһыҙ тип һанай. Улар тыныслыҡ һәм именлек урынлаштырырға бөтөнләй һәләтһеҙ. Быны бары тик Алла Батшалығы ғына эшләй ала.

Януарҙың тамғаһы

 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кешеләр, «ғәжәпкә ҡалып», януар артынан баралар йәки, ғәмәлдә, уға табыналар. Шулай итеп улар үҙҙәренә «януар тамғаһы» алалар, тип әйтеп була (Асылыш 13:3, 4; 16:2). Асылда, улар үҙ илдәрен, уның символдарын һәм хәрби көсөн илаһҡа тиң күрәләр. «Дин энциклопедияһында» былай тиелә: «Бөгөнгө донъяла милләтселек диндең өҫтөнлөк итеүсе формаһы булып китте».

 Ниндәй мәғәнәлә кешеләрҙең уң ҡулдарына йәки маңлайҙарына тамға һалына? (Асылыш 13:16). Бер миҫал ҡарайыҡ. Алла Израиль халҡына биргән әмерҙәре тураһында былай тигән: «Һеҙ... уларҙы ҡулығыҙға иҫкә төшөрөүҙәрҙе бәйләгәндәй бәйләргә тейеш, һәм улар маңлайығыҙҙа таҫма һымаҡ булһын» (Ҡанун 11:18). Израилдәрҙән ҡулдарында һәм маңлайҙарында ниндәйҙер тамға йөрөтөү талап ителмәгән. Улар бөтә уйҙарында һәм эштәрендә Алла әмерҙәрен иҫәпкә алырға тейеш булған. Шуның кеүек үк «януар тамғаһы» ла тура мәғәнәлә кеше тәненә ҡуйылған 666 һаны түгел. Был символик һан сәйәси системаға үҙ тормоштары менән идара итергә рөхсәт иткәндәргә ҡуйылған. Януар тамғаһын ҡабул иткән кешеләр Аллаға буйһонмау юлын һайлаған (Асылыш 14:9, 10; 19:19—21).