Төп мәғлүмәткә күсеү

Нимә ул пәйғәмбәрлек?

Нимә ул пәйғәмбәрлек?

Изге Яҙманан яуап

 Пәйғәмбәрлек — ул Алла рухландырған хәбәр, Хоҙайҙан килгән асылыш. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, пәйғәмбәрҙәр «Алланан килгән хәбәрҙе Изге Рухтан рухланып» һөйләгәндәр (2 Петр 1:20, 21). Шуға күрә, Алланан хәбәр алып, уны башҡаларға еткереүсе кеше пәйғәмбәр тип һанала (Илселәр 3:18).

Пәйғәмбәрҙәр хәбәрҙе Алланан нисек алған?

 Алла үҙ фекерҙәрен пәйғәмбәрҙәргә төрлө ысулдар менән еткергән:

  •   Яҙма формала. Алла был ысулды кәм тигәндә бер тапҡыр — Мусаға Ун әмерҙе таш таҡталарға яҙып биргәндә ҡулланған (Сығыш 31:18).

  •   Фәрештәләр аша. Мәҫәлән, Алла Мусаға фәрештә аша Мысыр фирғәүененә ниндәй хәбәр еткерергә кәрәклеге тураһында күрһәтмәләр биргән (Сығыш 3:2—4, 10). Һүҙҙәрҙе теүәл еткерергә кәрәк булғанда, Алла фәрештәгә хәбәрҙе һүҙмә-һүҙ әйтеп яҙҙырырға ҡушҡан. Муса осрағында тап шулай булған да. Алла уға: «Был һүҙҙәрҙе яҙып ҡуй, сөнки ошо һүҙҙәр буйынса мин һинең менән һәм Израиль менән килешеү төҙөйөм», — тип әйткән (Сығыш 34:27) a.

  •   Күренештәр. Ҡайһы саҡта күренеш пәйғәмбәргә ул уяу һәм аңлы хәлдә булғанда бирелгән (Ишағыя 1:1; Абаҡум 1:1). Ҡайһы бер күренештәр шул тиклем реаль булған, хатта пәйғәмбәр унда ҡатнашҡан (Лука 9:28—36; Асылыш 1:10—17). Башҡа осраҡтарҙа иһә Алла, пәйғәмбәрҙе транс хәленә индереп, уға күренеш биргән (Илселәр 10:10, 11; 22:17—21). Алла шулай уҡ пәйғәмбәрҙәргә хәбәрҙәрен төштәр аша ла еткергән (Данил 7:1; Илселәр 16:9, 10).

  •   Фекер йүнәлтеү. Алла, пәйғәмбәрҙәрҙең фекерҙәрен йүнәлтеп, үҙ хәбәрен еткергән. Изге Яҙмалағы: «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған», — тигән һүҙҙәр тап шуны күрһәтә. «Алла тарафынан рухландырылған» тигән һүҙбәйләнеш шулай уҡ «Алла өргән» тигәнде аңлатырға мөмкин (2 Тимофейға 3:16). Алла изге рухы, үҙенең эш итеүсе көсө, ярҙамында хеҙмәтселәрен үҙенең фекерҙәрен яҙырға дәртләндергән. Хәбәр Алланан килгән, ләкин уны пәйғәмбәрҙәр үҙ һүҙҙәре менән яҙған (2 Самуил 23:1, 2).

Бөтә пәйғәмбәрлектәр ҙә киләсәкте алдан әйтеү менән бәйлеме?

 Юҡ. Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр тик киләсәкте алдан әйтеү менән генә сикләнмәй. Шулай ҙа Алла хәбәрҙәренең күбеһе ситләтеп булһа ла киләсәккә ҡағыла. Мәҫәлән, Алланың пәйғәмбәрҙәре боронғо Израиль халҡын яуыз эштәр өсөн яуаплылыҡ тураһында ҡат-ҡат киҫәткән. Был пәйғәмбәрлектәрҙә әйтелгәнсә, израилдәр яуыз эштәрен ҡалдырһа, уларҙы фатихалар, ә ҡалдырмаһа, һәләкәт көткән (Иремия 25:4—6). Уларҙың киләсәктәре ниндәй юл һайлауҙарына бәйле булған (Ҡанун 30:19, 20).

Киләсәкте алдан әйтеү менән бәйле булмаған Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр

  •   Бер тапҡыр, израилдәр Алланан ярҙам һорағанда, ул пәйғәмбәрен ебәргән. Был пәйғәмбәр уларға, Аллаға буйһонмағанға күрә, ул һеҙгә ярҙам итмәйәсәк, тип әйткән (Хөкөмсөләр 6:6—10).

  •   Ғайса Мәсих, Самария ҡатыны менән һөйләшкәндә, уға уның үткәндәге тормошо тураһында һөйләп биргән. Ул был турала Алланан ғына белә алған. Ғайса киләсәк тураһында бер нәмә лә әйтмәһә лә, Самария ҡатыны уны пәйғәмбәр тип таныған (Яхъя 4:17—19).

  •   Ғайсаға суд яһаған ваҡытта дошмандар, уның күҙҙәрен ҡаплап: «Эй, пәйғәмбәр, әйт, һиңә кем һуҡты?» — тип һорағандар. Улар Ғайсаның киләсәкте әйтеүен түгел, ә уға кем һуҡҡанын Алла ярҙамы менән билдәләй алыуын һораған (Лука 22:63, 64).

a Тәү ҡарашҡа Муса менән Алла үҙе һөйләшкән кеүек күренергә мөмкин. Әммә Изге Яҙмала, Алла Ҡанунды фәрештәләр аша тапшырған, тип әйтелә (Илселәр 7:53; Галаттарға 3:19).