Төп мәғлүмәткә күсеү

Афәттәр ваҡытында Йәһүә шаһиттары ярҙам күрһәтәме?

Афәттәр ваҡытында Йәһүә шаһиттары ярҙам күрһәтәме?

 Эйе, афәттәр булғанда, Йәһүә шаһиттары йыш ҡына ярҙам күрһәтә. Изге Яҙмаларҙа: «Бөтә кешегә, бигерәк тә имандаштарыбыҙға, игелек эшләйек», — тип әйтелгән (Галаттарға 6:10). Шуға күрә беҙ имандаштарыбыҙға ла, башҡа кешеләргә лә ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Беҙ шулай уҡ афәттәрҙән зыян күреүселәргә эмоциональ һәм рухи яҡтан ярҙам итергә тырышабыҙ, сөнки бындай ваҡыттарҙа кешеләр йыуатыуға айырыуса мохтаж (2 Көринттәргә 1:3, 4).

Ярҙам нисек ойошторола?

 Берәй афәт булып үткәндән һуң, йыйылыш өлкәндәре шунда уҡ үҙ йыйылыштарының ағзалары иҫән-һаумы һәм ниндәй ярҙамға мохтаж икәнлеген белер өсөн, улар менән элемтәгә инергә тырыша. Шунан өлкәндәр Йәһүә шаһиттарының урындағы филиалына йыйылған мәғлүмәттәрҙе һәм зыян күреүселәр өсөн нимә эшләнгәне тураһында отчет тапшыра.

 Урындағы йыйылыштар кәрәкле ярҙамды күрһәтә алмаһа, уны Йәһүә шаһиттарының Етәксе советы ойоштора. Беренсе быуатта йәшәгән Алла хеҙмәтселәре лә шулай эшләгән. Аслыҡ булғанда, улар бер-береһе тураһында ҡайғыртҡан (1 Көринттәргә 16:1—4). Урындағы филиал, алып барылған эштәрҙе күҙәтер өсөн, Ярҙам күрһәтеү комитетын билдәләй. Башҡа ерҙәрҙә йәшәгән Йәһүә шаһиттары ла ярҙам итер өсөн үҙ ваҡыттарын, көстәрен һәм милкен теләп сарыф итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17).

Финанслау

 Йәһүә шаһиттарының филиалдарына ебәрелгән ирекле иғәнәләр афәттәрҙән зыян күреүселәргә ярҙам итер өсөн дә ҡулланыла (Илселәр 11:27—30; 2 Көринттәргә 8:13—15). Барлыҡ эштәрҙе ирекле хеҙмәтселәр башҡара, шуға күрә йыйылған иғәнәләр эшселәргә түләр өсөн түгел, ә ярҙам күрһәтер өсөн тотонола. Беҙ бөтә иғәнәләрҙең үҙ тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылыуын күҙәтеп торабыҙ.