Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттарының ойошмаһында түләү алған дин башлыҡтары бармы?

Йәһүә шаһиттарының ойошмаһында түләү алған дин башлыҡтары бармы?

 Беренсе быуаттағы мәсихселәр үрнәге буйынса Йәһүә шаһиттарының ойошмаһында дин башлыҡтарына һәм ябай кешеләргә бүленеү юҡ. Һыуға сумдырылыу үткәндәрҙең барыһы ла Аллаға бағышланған, барыһы ла вәғәзләү һәм өйрәтеү эшендә ҡатнаша. Йәһүә шаһиттарының йыйылыштары яҡынса 100 кешенән тора. Һәр йыйылышта рухи яҡтан етлеккән ир-аттар «өлкәндәр» булып хеҙмәт итә (Титҡа 1:5). Улар үҙ хеҙмәттәре өсөн түләү алмай.