Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге нисек финанслана?
Бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ иң элек Йәһүә шаһиттарының ирекле иғәнәләре ярҙамында тәьмин ителә a. Иғәнә һалыр өсөн осрашыуҙарыбыҙҙа махсус йәшниктәр бар. Иғәнә индереүҙең башҡа ысулдары сайтыбыҙҙағы «Иғәнәләр» битендә килтерелә. Унда кеше, үҙ теләгенә ҡарап, иғәнәне бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙгә, урындағы йыйылыштарға йә икеһенә лә ебәрә ала.
Йәһүә шаһиттарынан үҙ килемдәренең ундан бер йә башҡа билдәле бер өлөшөн биреү талап ителмәй (2 Коринфтарға 9:7). Беҙҙең осрашыуҙар бушлай үткәрелә, аҡса йыйыу бөтөнләй юҡ, шулай уҡ һыуға сумдырылыу, ерләү, туйҙар һәм башҡа төрлө хеҙмәт түләүһеҙ башҡарыла. Беҙ аҡса эшләр өсөн ҡамыр аштары бешереп һатыу, йәрминкәләр, фестивалдәр, лотерея уйындары йә башҡа саралар ойоштормайбыҙ һәм һорап та иғәнә йыйып йөрөмәйбеҙ. Иғәнә индергән кешеләрҙең исеме билдәһеҙ килеш ҡала (Матфей 6:2—4). Сайтыбыҙҙа һәм баҫмаларыбыҙҙа рекламалар ҙа юҡ.
Йәһүә шаһиттарының һәр йыйылышы осрашыуҙар ваҡытында айлыҡ хисап бирә. Был мәғлүмәт һәр кемгә асыҡ. Иғәнәләрҙең маҡсатлы рәүештә тотонолғанына ышаныр өсөн һәр йыйылыштың иҫәбе даими рәүештә тикшерелеп бара (2 Коринфтарға 8:20, 21).
Иғәнә индереү ысулдары
Ирекле иғәнәләр өсөн йәшниктәр. Батшалыҡ залдарында, Конгресс залдарында йә осрашыуҙар үтә торған башҡа урындарҙа ҡуйылған йәшниктәргә иғәнәне ҡулаҡса йә чек рәүешендә һалырға була.
Онлайн-иғәнәләр. Күп кенә илдәрҙә иғәнә бирер өсөн «Йәһүә шаһиттарына иғәнә» тигән биттә кредит, дебит карталары ярҙамында аҡсаны банкка ебәрергә йә башҡа электрон ысулдарҙан файҙаланырға була b. Ҡайһы берәүҙәр, ошо ысулдарҙың береһен ҡулланыр өсөн алдан уҡ был турала хәстәрләп, ай һайын «табышының бер өлөшөн айырып» ҡуя (1 Коринфтарға 16:2).
Алдан планлаштырылған иғәнәләр. Иғәнәләрҙең ҡайһы бер ысулдары алдан уҡ планлаштырыуҙы йә юрист менән кәңәшләшеүҙе талап итергә мөмкин. Шул саҡта һеҙ, бәлки, һалым менән бәйле берәй льготанан файҙалана алырһығыҙ. Иҫән саҡта йә үлгәндән һуң яһалырға мөмкин булған иғәнәләр хаҡындағы мәғлүмәт күптәргә ярҙам иткән. Түбәндә килтерелгән иғәнәләрҙе бирергә теләһәгеҙ, зинһар, урындағы филиал менән бәйләнешкә инегеҙ:
банк вкладтары,
страховка түләүҙәре,
күсемһеҙ милек,
акциялар һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар,
васыят һәм мөлкәт менән идара итеүгә ышаныс килешеүе.
Илегеҙҙәге иғәнә биреү ысулдары хаҡында «Йәһүә шаһиттарына иғәнәләр» тигән биттән күберәк белә алаһығыҙ.
a Йәһүә шаһиттары булмаған ҡайһы бер кешеләр ҙә эшмәкәрлегебеҙҙе ҡәҙерләгәнгә иғәнә индерә.
b Был хаҡта күберәк белер өсөн «Как сделать пожертвование через наш сайт» тигән видеояҙманы (урыҫ) ҡарағыҙ.