Ни өсөн Йәһүә шаһиттары ҡайһы бер байрамдарҙы байрам итмәй?
Йәһүә шаһиттары байрамдың Аллаға яраҡлымы-юҡмы икәнен нисек билдәләй?
Ниндәйҙер байрамды байрам итергәме-юҡмы икәнен хәл иткәндә, Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмаға мөрәжәғәт итә. Байрамда ҡатнашыу Изге Яҙмала яҙылғандарға ҡаршы килһә, улар уны байрам итмәй. Башҡа байрамдар тураһында әйткәндә, һәр Йәһүә шаһиты нисек эш итергә икәнен үҙе хәл итә. Шул уҡ ваҡытта ул «Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә» тырыша (Ғәмәлдәр 24:16).
Түбәндә Йәһүә шаһиттарына ниндәйҙер байрамды байрам итергәме-юҡмы икәнен аңларға ярҙам иткән бер нисә һорау килтерелә a.
Байрам Изге Яҙмаға ҡаршы килгән тәғлимәт менән бәйлеме?
Изге Яҙманан принцип: «Иманһыҙҙар араһынан сығығыҙ һәм уларҙан айырылығыҙ, — ти Раббы. — Таҙа булмағанға йоғонмағыҙ» (2 Коринфтарға 6:15—17).
Йәһүә шаһиттары рухи яҡтан таҙа булмаған, йәғни Изге Яҙмаға ҡаршы килгән тәғлимәттәрҙән йыраҡ тора, шуға күрә улар ошондай байрамдарҙа ҡатнашмай:
Килеп сығышы башҡа илаһтарға табыныу менән бәйле булған байрамдар. Ғайса пәйғәмбәр: «Йәһүә Аллаңа ғына табын һәм тик уға ғына хеҙмәт ит», — тигән (Матфай 4:10). Ошо һүҙҙәргә ярашлы рәүештә, Йәһүә шаһиттары Раштыуа, Пасха һәм Беренсе майҙы b байрам итмәйҙәр, сөнки был байрамдарҙың килеп сығышы Йәһүәгә түгел, ә башҡа илаһтарға табыныу менән бәйле. Шулай уҡ улар түбәндәге байрамдарҙы байрам итмәй.
Кванза. Бер энциклопедияла былай тиелә: «Был байрамдың исеме матунда я кванза тигән һүҙбәйләнештән килеп сыҡҡан. Суахили телендә „беренсе емештәр“ тигәнде аңлата. Был Кванзаның тамырҙары менән Африка тарихында иҫкә алынған беренсе уңыш байрамдарына барып тоташҡанын күрһәтә» («Encyclopedia of Black Studies»). Ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, Кванза дини байрам түгел. Ләкин Африка диндәренә арналған энциклопедияла Кванза бер Африка байрамы менән сағыштырыла. Ул байрамда «кешеләр тәүге уңыштарын рәхмәт белдерер өсөн илаһтарға һәм үлгән ата-бабаларына килтергән». Шул энциклопедияла шулай уҡ былай тиелә: «Афро-Америка байрамы Кванза нигеҙендә лә кешеләргә үҙҙәренең үлгән ата-бабалары биргән фатихалар өсөн рәхмәт белдереү ята» («Encyclopedia of African Religion»).
Яңы йыл. Бер энциклопедия буйынса, б. э. 46 йылында Рим идарасыһы Юлий Цезарь, йыл 1 ғинуар көнөнән башланасаҡ, тигән фарман сығарған. Был көн римдарҙың Янус исемле илаһына бағышланған булған. Уның хөрмәтенә айҙың исеме лә ғинуар [январь] тип аталған булған. Римдар, Яңы йылды байрам итһәң, киләһе йылда тормошоң бәхеткә тулы буласаҡ, тип һанаған («The World Book Encyclopedia»).
Науруз (Навруз). Ҙур Рәсәй энциклопедияһы Наурузды «зороастрҙар байрамы» тип атай һәм былай тип аңлата: «[Был байрам] яҙғы көн менән төн тигеҙләшер алдынан үткәрелгән, шул ваҡытта фраваши (мәрхүмдәрҙең йәндәре) үҙҙәренең элекке йорттарына ҡайта, тип иҫәпләнгән. Яңы йылдың беренсе көнөнөң уртаһында көн үҙәге рухы Рапитвиндың ер аҫтынан ҡайтыуын сәләмләгәндәр». Ә башҡа бер энциклопедияла: «Науруз йолалары яңы йылда мул, имен тормош булһын өсөн тәбиғәт көстәрен һәм ата-бабалар рухтарын йыумалау өсөн үткәрелгән», — тип әйтелә («Башкортостан. Краткая энциклопедия»).
Шаб-е Ялда. «Персияның изге тарихында суфыйсылыҡ» тигән китапта әйтелгәнсә, был ҡышҡы ҡояш торошо хөрмәтенә үткәрелгән байрам «һис шикһеҙ Митра культы менән бәйле», Митра — яҡтылыҡ илаһы («Sufism in the Secret History of Persia»). Шаб-е Ялданың Рим һәм Грек ҡояш илаһтарына табыныуға ҡағылышы бар, тип фараз ителә c.
Рәхмәт әйтеү көнө. Кванза кеүек, был байрам тамырҙары менән төрлө илаһтар хөрмәтенә үткәрелгән боронғо уңыш байрамдарына барып тоташа. Ваҡыт үтеү менән, бер китапта әйтелгәнсә, «был боронғо халыҡ йолаларын христиан сиркәүе үҙләштергән» («A Great and Godly Adventure — The Pilgrims and the Myth of the First Thanksgiving»).
Хөрәфәттәр һәм уңышҡа ышаныу менән бәйле байрамдар. Изге Яҙмала «Уңыш илаһы өсөн табын йәйгән» кешеләр тураһында «Йәһүәне ташлап киттегеҙ» тип әйтелә (Ишағыя 65:11). Шуға күрә Йәһүә шаһиттары түбәндәге байрамдарҙы байрам итмәй.
Иван Купала. «Беларусь А-нан Я-ға тиклем» тигән китапта әйтелгәнсә, «киң таралған ышаныу буйынса, [Иван Купала] ваҡытында... тәбиғәт үҙенең батырлыҡ һәм уңыш ярҙамында яулап алып булған мистик көстәрен сығара» («The A to Z of Belarus»). Ҙур Рәсәй энциклопедияһы уны «Европа халыҡтарының Юл һалыусы Яхъяның тыуған көнөнә арналған сиркәү байрамына тап килтерелгән йәйге ҡояш торошо байрамы» тип атай.
Ай календарендәге Яңы йыл (ҡытай Яңы йылы, корей Яңы йылы). Бер китапта былай тиелә: «Йылдың был ваҡытында ғаилә ағзалары, дуҫтар һәм туғандар етеп килгән яңы йылда башлыса уңыш йәлеп итеү, илаһтар һәм рухтарҙы хөрмәтләү, шулай уҡ киләһе йылдың хәйерле булыуы тураһында уйлай» («Mooncakes and Hungry Ghosts — Festivals of China»). Корей Яңы йылы тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Был байрам ваҡытында, Яңы йылды байрам итеүгә арналған энциклопедия буйынса, «кешеләр үлгән ата-бабаларына табына, яуыз рухтарҙы ҡурҡыта торған һәм яңы йылда уңыш йәлеп итә торған ритуалдар үткәрә, шулай уҡ яңы йылдың нимә килтеререн белер өсөн күрәҙәлек итә» («Encyclopedia of New Year’s Holidays Worldwide»).
Йәндең үлемһеҙлегенә ышаныуға нигеҙләнгән байрамдар. Изге Яҙмала асыҡтан-асыҡ, йән үлә, тип әйтелә (Йәзәкил 18:4). Шуға күрә Йәһүә шаһиттары түбәндәге байрамдарҙы байрам итмәй, сөнки ул байрамдар, йән үлмәй, тигән идеяны хуплай.
Бар йәндәрҙең көнө (Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу байрамы). «Яңы католик энциклопедияһында» әйтелгәнсә, был көндә «бөтә үлгәндәрҙе иҫкә алалар». Унда шулай уҡ былай тиелгән: «Урта быуаттарҙа күптәр, был көндә гонаһтарҙан таҙарыныу урынында булған йәндәр рухтарға, сихырсы ҡарсыҡтар, баҡаларға һ. б. әйләнеп, үҙҙәренә ҡасандыр насарлыҡ эшләгән кешеләргә киләләр, тип ышанған» («New Catholic Encyclopedia»).
Цинмин һәм Ас рухтар фестивале. Был ике байрам ваҡытында кешеләр ата-бабаларын хөрмәтләй. Бер сығанаҡта әйтелгәнсә, Цинминды байрам иткәндә, кешеләр, «үлгәндәр ас булмаһын, һыуһамаһын һәм аҡсаға ҡытлыҡ кисермәһен өсөн, аҙыҡ, эсемлектәр һәм ҡағыҙ аҡсалар яндырғандар». Унда шулай уҡ, ышаныуҙар буйынса, «Ас рухтар айында тереләр һәм үлеләр араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә, был бәйләнеш бигерәк тә ай тулғанда тығыҙ була, шуға күрә үлгәндәрҙе ризалатыу һәм мәрхүм ата-бабаларҙы хөрмәтләү өсөн барыһын да эшләү мөһим» тип аңлатыла («Celebrating Life Customs Around the World — From Baby Showers to Funerals»).
Чхусок. Бер китапта әйтелгәнсә, был байрам ваҡытында «үлгәндәрҙең йәндәренә аҙыҡ һәм шарап килтерәләр». Был, «кешенең йәне тәне үлгәс тә йәшәүен дауам итә, тигән ышаныуға» бәйле («The Korean Tradition of Religion, Society, and Ethics»).
Оккультизм менән бәйле байрамдар. Изге Яҙмала: «Һинең араңда... күрәҙәлек итеүсе, сихырсылыҡ ҡылыусы, фал асыусы, башҡаларға әпсен менән тәьҫир итеүсе, рухтар саҡырыусыға йә бағымсыға барыусы йә үлгәндәр менән һөйләшеүсе булмаһын. Сөнки шулай эшләгән һәр кем Йәһүә өсөн ерәнес», — тип әйтелә (Ҡанун 18:10—12). Үҙ эсенә астрологияны (киләсәкте алдан әйтеүҙең бер ысулы) алған оккультизм менән шөғөлләнеүҙә ҡатнашмаҫ өсөн, Йәһүә шаһиттары Хеллоуинды һәм түбәндәге байрамдарҙы байрам итмәй.
Сингал һәм тамил Яңы йылы. Шри-Ланкаға арналған бер энциклопедияла әйтелгәнсә, «был ваҡиға менән бәйле традицион ритуалдарға астрологик иҫәпләүҙәр буйынса иң уңайлы ваҡытта билдәле бер эштәр башҡарыу инә» («Encyclopedia of Sri Lanka»).
Сонгкран. Бер энциклопедияла әйтелгәнсә, был Азия байрамының исеме «„күсеү“ йә „үҙгәреү“ тигән мәғәнәле санскрит һүҙенән килеп сыҡҡан. Ул ҡояштың Ҡуҙы йондоҙлоғона күсеүен белдерә» («Food, Feasts, and Faith — An Encyclopedia of Food Culture in World Religions»).
Ғайса үҙен ҡорбан итеп биргәндән һуң ғәмәлдән сығарылған Муса ҡанунына бәйле байрамдар. Изге Яҙмала: «Мәсих ҡанундың ахыры булды», — тип әйтелә (Римдарға 10:4, ЯДТ). Мәсихселәр Алла боронғо Израилгә биргән Муса ҡанунының принциптарын тормоштарында һаман да ҡуллана. Ләкин улар Муса ҡанунында әйтелгән байрамдарҙы, бигерәк тә Мәсихкә ҡарағандарын байрам итмәй, сөнки улар, Мәсих инде килгән, тип ышана. Изге Яҙмала: «Былар барыһы ла киләсәктә була торғандың күләгәһе генә, ә бөгөнгө ысынбарлыҡ — Мәсихтә», — тип әйтелә (Колосстарға 2:17). Шул сәбәпле Йәһүә шаһиттары үҙ эсенә Изге Яҙмаға ҡаршы килгән йолаларҙы алған түбәндәге байрамдарҙы байрам итмәй.
Ханука. Был байрам Иерусалимдағы йәһүдтәр ғибәҙәтханаһын яңынан бағышлау хөрмәтенә үткәрелә. Ләкин, Изге Яҙма буйынса, Ғайса «кеше ҡулы менән һалынмаған, фани донъяныҡы булмаған, бөйөгөрәк һәм камилыраҡ сатыр», йәғни ғибәҙәтханала Баш рухани булып киткән (Еврейҙарға 9:11). Мәсихселәр, был рухи ғибәҙәтхана Иерусалимдағы букваль ғибәҙәтханаға алмашҡа килгән, тип ышана.
Рош ха-Шана. Еврейҙарҙың Яңы йылы шулай тип атала. Элек был байрам ваҡытында Аллаға махсус ҡорбандар килтергәндәр (Һандар 29:1—6). Ләкин Ғайса Мәсих ҡорбандар һәм бүләктәр килтереүҙе туҡтатҡан, Алла өсөн улар хәҙер бер ниндәй ҙә әһәмиәткә эйә түгел (Данил 9:26, 27).
Байрам диндәр араһындағы бәйләнеште хуплаймы?
Изге Яҙманан принцип: «Иманлылар менән иманһыҙҙар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? Алла Йорто менән ялған илаһтар араһында ла уртаҡлыҡ була аламы?» (2 Коринфтарға 6:15—17).
Йәһүә шаһиттары башҡалар менән татыу йәшәргә тырыша һәм һәр кешенең дин һайлау иреген хөрмәт итә. Шулай ҙа улар диндәр араһындағы бәйләнеште хуплаған байрамдарҙы байрам итмәй.
Төрлө дин тотҡан кешеләрҙе берләштереү маҡсаты менән берәй дин башлығы йәки дини ваҡиға хөрмәтенә үткәрелгән байрамдар. Алла, үҙенең халҡын башҡа илаһтарға табынған кешеләр йәшәгән ергә килтергәс, былай тигән: «Улар менән һәм уларҙың илаһтары менән килешеү төҙөмәгеҙ. [...] Әгәр уларҙың илаһтарына хеҙмәт итһәгеҙ, был һеҙҙең өсөн, һис шикһеҙ, тоҙаҡ буласаҡ» (Сығыш 23:32, 33). Шуға күрә Йәһүә шаһиттары түбәндә килтерелгән байрамдарҙы байрам итмәй.
Лойкратхонг. Буддизм буйынса энциклопедияла былай тиелә: «[Таиландтың был байрамы ваҡытында] кешеләр япраҡтарҙан һауыт яһай, уларға шәм йә хуш еҫле таяҡсалар ҡуя һәм һыуға ағыҙып ебәрә. Ошо бәләкәй кәмәләр уңышһыҙлыҡты үҙҙәре менән алып китә, тип һанала. Был байрам ваҡытында кешеләр Будданың табаны ҡалдырған изге эҙҙе хөрмәтләйҙәр» («Encyclopedia of Buddhism»).
Тәүбәгә килеү көнө. Папуа — Яңы Гвинеяла баҫтырылған бер гәзиттә бер дәүләт хеҙмәткәренең һүҙҙәре килтерелә. Ул, был байрамды байрам итеүселәр «христиан диненең нигеҙҙәрен ҡабул итә», тип әйткән. Был көн «илдә христиан принциптарының алға китеүенә булышлыҡ итә», тигән ул («The National»).
Весак. «Весак — буддизмдың ҙур байрамы. Уны май айында ай тулған ваҡытта байрам итәләр. Ул Буддаға бағышланған һәм уның тыуыуын, аңының яҡтырыуын һәм үлеүен символлаштыра», — тип әйтелгән «Көньяҡ Азия халыҡтары» тигән китапта.
Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән дини йолалар менән бәйле байрамдар. Ғайса дин етәкселәренә: «Һеҙ үҙегеҙҙең йолағыҙ хаҡына Алла һүҙен юҡҡа сығараһығыҙ», — тигән. Ул шулай уҡ, уларҙың Аллаға табыныуы бушҡа, тигән һәм «улар кеше уйлап сығарған әмерҙәргә өйрәтә» тип аңлатҡан (Матфай 15:6, 9). Йәһүә шаһиттары был киҫәтеүгә етди ҡарай, шуға күрә күпселек дини байрамдарҙы байрам итмәй.
Алланың күренеүе (Өс король көнө, Тимкат, Тылсымсы королдәр көнө). Был байрам астрологтарҙың бәләкәй Ғайсаға килеүе йәки уның һыуға сумдырылыуы менән бәйле. Ысынында был байрам «йылғалар һәм шишмәләр илаһтарын данлаған, христианлашҡан мәжүси яҙ байрамдарынан» килеп сыҡҡан («The Christmas Encyclopedia»). Шуға оҡшаш Тимкат байрамы «боронғо йолаларҙан башланғыс ала» («Encyclopedia of Society and Culture in the Ancient World»).
Мәрйәм исемле ғиффәтле ҡыҙҙың күккә күтәрелеүен иҫкә алыу көнө. Был байрамдың нигеҙендә, Ғайсаның әсәһе үлгәндән һуң физик тәндә күккә күтәрелгән, тигән ышаныу ята. «Башта сиркәүгә был тәғлимәт таныш булмаған, — тип әйтелә бер энциклопедияла, — Изге Яҙмала ла уның тураһында бер нәмә лә әйтелмәй» («Religion and Society — Encyclopedia of Fundamentalism»).
Ғиффәтле ҡыҙҙың балаға уҙыуын байрам итеү көнө. «Яңы католик энциклопедияһында» былай тиелә: «Изге Яҙма ғиффәтле рәүештә балаға уҙыу тураһындағы тәғлимәткә өйрәтмәй». Унда шулай уҡ: «[Был тәғлимәт] Сиркәү яһаған һығымта булып тора», — тип әйтелгән («New Catholic Encyclopedia»).
Бөйөк пост. «Яңы католик энциклопедияһы» буйынса, пост — тәүбә итеү һәм ашамай тороу ваҡыты — IV быуатта, Изге Яҙма яҙылып бөткәндән һуң 200 йыл үткәс барлыҡҡа килгән («New Catholic Encyclopedia»). Постың беренсе көнөндә башҡа көл һибеү йолаһы тураһында (Көл шаршамбыһы тип атала) «Католик энциклопедияһында» былай тиелә: «Көнбайышта был йола 1091 йылда Беневент соборында дөйөм ҡулланышҡа индерелгән».
Мескель (Маскал). Был эфиоп байрамы ваҡытында «кешеләр усаҡ яндыра һәм уның тирәләй бейей, шулай итеп улар Хаҡ Тәренең (Христос ҡаҙаҡланған тәре) асылыуын [табылыуын] билдәләй» («Encyclopedia of Society and Culture in the Medieval World»). Ләкин Йәһүә шаһиттары Аллаға табынғанда тәре ҡулланмай.
Байрам ниндәйҙер кешене, ойошманы йәки милли символды ҙурлаймы?
Изге Яҙманан принцип: «Йәһүә былай ти: „Әҙәм улына таянған, әҙәм көсөнә өмөтләнгән һәм йөрәге Йәһүәнән ситләшә барған кешегә ләғнәт төшһөн“» (Иремия 17:5).
Йәһүә шаһиттары башҡа кешеләргә рәхмәт белдерә һәм хатта улар өсөн доға ҡыла, ләкин түбәндәге сараларҙа һәм байрамдарҙа ҡатнашмай.
Хакимдар һәм башҡа билдәле шәхестәр хөрмәтенә үткәрелгән байрамдар. Изге Яҙмала былай тиелә: «Үҙ файҙағыҙ өсөн кешегә бүтән таянмағыҙ, ул бит үҙенең танау тишектәрендәге һулыш ҡына. Ни файҙа бар һуң унан?» (Ишағыя 2:22). Шуға күрә Йәһүә шаһиттары, мәҫәлән, хакимдарҙың тыуған көндәрен байрам итмәй.
Милли байраҡ хөрмәтенә үткәрелгән байрамдар. Йәһүә шаһиттары Байраҡ көнөн байрам итмәй, сөнки Изге Яҙмала «үҙегеҙҙе ялған илаһтарҙан һаҡлағыҙ» тигән әмер бар (1 Яхъя 5:21). Бөгөн ҡайһы бер кешеләр байраҡты бот йәки табыныу объекты тип һанамай. Ләкин тарихсы Карлтон Хейз: «Милләтселектең төп иман символы һәм үҙәк табыныу объекты — байраҡ», — тип аңлата.
Изгеләр хөрмәтенә байрам. Алланан ҡурҡыусы бер кеше илсе Петрға табынғас, нимә булған? Изге Яҙмала: «„Тор, мин дә кеше бит“, — тип Петр уны торғоҙҙо», — тип әйтелгән (Ғәмәлдәр 10:25, 26). Петр ҙа, бүтән илселәр ҙә башҡа кешеләргә үҙҙәрен хөрмәтләргә һәм үҙҙәре алдында тубыҡланырға рөхсәт итмәгән, шуға күрә Йәһүә шаһиттары изгеләр тип аталғандарҙы хөрмәтләгән сараларҙа ҡатнашмай. Шундай байрамдарға түбәндәгеләр ҡарай.
Бөтә изгеләр көнө. «Яңы католик энциклопедияһында», был «бөтә изгеләр хөрмәтенә мәжлес», тип әйтелә һәм: «Был байрамдың килеп сығышы билдәле түгел», — тип өҫтәлә («New Catholic Encyclopedia»).
Гваделупалағы Мәрйәм әсә көнө. Был байрамды «Мексиканы ҡурсалаусы» хөрмәтенә үткәрәләр, ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренсә, ул — Ғайсаның әсәһе Мәрйәм. 1531 йылда ул урындағы крәҫтиәнгә күренгән, тип иҫәпләнә («The Greenwood Encyclopedia of Latino Literature»).
Исем туйы. «Исем туйы — һыуға сумдырылған сағында йәки конфирмация ваҡытында балаға исеме бирелгән изгенең хөрмәтенә үткәрелгән байрам», — тип әйтелә йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә бағышланған бер китапта. Унда шулай уҡ, «был көндөң төптә ятҡан көслө дини мәғәнәһе» бар, тиелә («Celebrating Life Customs Around the World — From Baby Showers to Funerals»).
Сәйәси һәм ижтимағи хәрәкәттәр менән бәйле байрамдар. Изге Яҙмала: «Йәһүәнән һыйыныр урын эҙләү кешеләргә таяныуҙан яҡшыраҡ», — тип яҙылған (Зәбур 118:8, 9). Йәһүә шаһиттары, кешелектең проблемаларын Алла түгел, ә кешеләр хәл итә ала, тип иҫәпләмәй һәм шундай тәьҫорат ҡалдырырға теләмәй. Шуға күрә улар Йәштәр көнөн йәки Ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итмәй, сөнки был байрамдар сәйәси һәм ижтимағи хәрәкәттәр менән бәйле. Шул уҡ сәбәптән улар төрлө илдәрҙә үткәрелгән ҡоллоҡто ғәмәлдән сығарыу көндәрен байрам итмәй. Йәһүә шаһиттары, тик Алла Батшалығы ғына расизм һәм тигеҙһеҙлек арҡаһында килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итә ала, тип ышана (Римдарға 2:11; 8:21).
Байрам бер милләтте йә этник төркөмдө башҡаларынан өҫтөн ҡуямы?
Изге Яҙманан принцип: «Алл[а] кеше айырма[й]… Һәр халыҡ араһында Алланы ололаусылар һәм тәҡүә булыу яҡлылар Уға ҡулай» (Ғәмәлдәр 10:34, 35).
Йәһүә шаһиттары, үҙҙәренең тыуған илен яратһа ла, билдәле бер милләтте йә этник төркөмдө юғары күтәргән байрамдарҙа ҡатнашмай.
Ҡораллы көстәрҙе ҙурлаған саралар. Ғайса һуғыштарҙы хупламаған. Киреһенсә, ул үҙенең шәкерттәренә: «Дошмандарығыҙҙы яратығыҙ һәм эҙәрләүселәрегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ», — тигән (Матфай 5:44). Шуға күрә Йәһүә шаһиттары хәрби кешеләрҙе данлаған байрамдарҙы, шул иҫәптән түбәндә килтерелгән байрамдарҙы байрам итмәй.
АНЗАК көнө. Бер һүҙлектә былай тиелә: «АНЗАК Австралия-Яңы Зеландия армия корпусы тигәнде аңлата». Шулай уҡ унда: «Ваҡыт уҙыу менән АНЗАК көнө һуғышта һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнөнә әйләнгән», — тип өҫтәлә («Historical Dictionary of Australia»).
Ветерандар көнө (Һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө, Иҫкә алыу йәкшәмбеһе, Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө). Был байрамдар ваҡытында кешеләр «һуғыш ветерандарын, шулай уҡ ил алып барған һуғыштарҙа һәләк булғандарҙы» ололайҙар («Encyclopædia Britannica»).
Илдәге тарихи ваҡиғаларға арналған байрамдар. Ғайса үҙенең шәкерттәре тураһында: «Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел», — тип әйткән (Яхъя 17:16). Йәһүә шаһиттарына үҙ иленең тарихын өйрәнеү оҡшаһа ла, улар түбәндәге байрамдарҙы байрам итмәй.
Австралия көнө. Бер энциклопедияла аңлатылғанса, был байрам «1788 йылда Англия һалдаттары, байраҡтарын күтәреп, Австралияны яңы колония тип иғлан иткән көнгә» арналған («Worldmark Encyclopedia of Cultures and Daily Life»).
Гай Фокс көнө. Инглиз фольклоры һүҙлегендә аңлатылғанса, «был көндә кешеләр Гай Фокс һәм уның католик тарафдарҙарының 1605 йылда, король Яков I һәм [Англия] парламенты ағзаларын үлтерер өсөн, шартлатыу ойошторорға маташыуын иҫкә төшөрәләр» («A Dictionary of English Folklore»).
Бойондороҡһоҙлоҡ көнө. Төрлө илдәрҙә был көндә «дәүләттең бойондороҡһоҙлоҡҡа эйә булыуының йыллығын» байрам итәләр («Merriam-Webster’s Unabridged Dictionary»).
Байрамда кешеләр үҙҙәрен әҙәпһеҙ тотамы?
Изге Яҙманан принцип: «Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға етерлек табындығыҙ» (1 Петр 4:3).
Был принцип буйынса, Йәһүә шаһиттары күп иҫерткес эсемлек эсеү һәм тыйылғыһыҙ күңел асыу хас булған байрамдарҙан ситтә тора. Йәһүә шаһиттарына дуҫтары менән бергә ваҡыт үткәреү оҡшай, һәм улар дуҫлыҡ кисәләрендә алкоголь эсә ала. Шул уҡ ваҡытта улар Изге Яҙмалағы бындай кәңәшкә етди ҡарай: «Ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме — бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ» (1 Коринфтарға 10:31).
Шуға күрә Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмала хөкөм ителгән әҙәпһеҙ тәртип хас булған карнавал һәм фестивалдәрҙә ҡатнашмай. Шулар иҫәбенә еврейҙарҙың Пурим байрамы ла керә. Еврейҙар был байрамда үҙҙәренең б. э. т. V быуатта ҡотҡарылыуын иҫкә ала. Ләкин хәҙер, иудаизм тураһындағы бер китапта әйтелгәнсә, «уны Марди Гра карнавалына еврейҙар яуабы тип атау ғәҙел булыр» («Essential Judaism»). Унда шулай уҡ былай тиелә: «Был байрамға костюмдар алмаштырыу (йыш ҡына ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы), оятһыҙ тәртип, күп иҫерткес эсемлектәр эсеү һәм шау-шыулы күңел асыу хас».
Йәһүә шаһиттарының ҡайһы бер байрамдарҙы байрам итмәүе, улар үҙ ғаиләһен яратмай, тигәнде аңлатамы?
Юҡ, аңлатмай. Изге Яҙма ғаиләнең бөтә ағзаларын да тотҡан диндәренә ҡарамаҫтан яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәтә (1 Петр 3:1, 2, 7). Әлбиттә, Йәһүә шаһиты ҡайһы бер байрамдарҙы байрам итеүҙән туҡтаһа, уның туғандары һәм дуҫтары үпкәләргә, ҡайғырырға һәм хатта, ул беҙгә хыянат итте, тип уйларға мөмкин. Быны аңлағанға, Йәһүә шаһиттарының күбеһе туғандарын үҙ яратыуына ышандыра, ни өсөн шундай ҡарар ҡабул иткәнен ипле итеп аңлата һәм уларға башҡа көндәрҙә килеп йөрөй.
Йәһүә шаһиттары башҡа кешеләргә ниндәйҙер байрамдарҙы үткәреүҙе тыямы?
Юҡ. Улар, һәр кемдең шәхси ҡарарҙар ҡабул итергә хоҡуғы бар, тип иҫәпләй (Ешуа 24:15). Йәһүә шаһиттары «һәммә кешеләрҙе», ниндәй генә диндәре булмаһын, ихтирам итә (1 Петр 2:17).
a Был мәҡәләлә Йәһүә шаһиттары байрам итмәгән байрамдарҙың исемлеге килтерелмәй һәм улар ҡулланған Изге Яҙмалағы принциптарҙың барыһы ла ҡарап сығылмай.
b Бөгөн Беренсе май күпселек илдәрҙә Халыҡ-ара хеҙмәт көнө булараҡ билдәле. Әммә ысынында был байрам боронғо Римда барлыҡҡа килгән. Беренсе май көнө тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, «Уянығыҙ!» (урыҫ) 2005 йыл, 22 апрель, 12—14-се биттәрҙәге «Первое мая. Что этот день означает для вас?» тигән мәҡәләне уҡығыҙ.
c Mithra, Mithraism, Christmas Day & Yalda, Eduljee K. E., 31—33 бб.