Ни өсөн Йәһүә шаһиттары йыйылған урын «Батшалыҡ Залы» тип атала?
Быға бер нисә сәбәп бар:
Беҙ йыйылған бинаның эсендә осрашыуҙар үткәрер өсөн зал бар.
Беҙ Изге Яҙмалар тасуирлаған Аллаға, Йәһүәгә, ғибәҙәт ҡылыр өсөн һәм уның тураһында шаһитлыҡ бирергә өйрәнер өсөн йыйылабыҙ (Мәҙхиә 83:18; Ишағия 43:12).
Осрашыуҙарҙа беҙ шулай уҡ Алла Батшалығы хаҡында белем алабыҙ. Ғайса пәйғәмбәр был Батшалыҡ тураһында йыш һөйләгән булған (Маттай 6:9, 10; 24:14; Лука 4:43).
Беҙ һеҙҙе яҡындағы Батшалыҡ Залына килергә саҡырабыҙ. Унда һеҙ Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙары нисек үткәнен күрә алырһығыҙ.