Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары вакцинацияға ҡаршымы?

Йәһүә шаһиттары вакцинацияға ҡаршымы?

 Юҡ, Йәһүә шаһиттары вакцинацияға ҡаршы түгел. Һәр мәсихсе был һорауҙа шәхси ҡарар ҡабул итә. Күп Йәһүә шаһиттары вакцинация яһарға хәл иткән.

 Беҙ квалификациялы медицина ярҙамы алырға теләйбеҙ һәм медицинаның етди ауырыуҙар менән ауырып китеү ҡурҡынысын кәметкән ҡаҙаныштарын юғары баһалайбыҙ. Беҙ һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса эпидемиялар мәлендә башҡарған фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн, бик рәхмәтле.

 Йәһүә шаһиттары һаулыҡ һаҡлау органдары менән хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, COVID-19 пандемияһы башланғаны бирле Йәһүә шаһиттары jw.org сайтында йөҙләгән телдәрҙә һаҡлыҡ сараларын тоторға кәрәклеге тураһында мәҡәләләр баҫтырып тора. Ундай сараларға дистанция һаҡлау, карантин, ҡул йыуыу, маска йөрөтөү керә. Беҙ шулай уҡ йәмәғәт сараларын үткәреү ҡағиҙәләрен һәм хөкүмәт башлыҡтары талап иткән бүтән һаҡлыҡ сараларын тоторға өндәйбеҙ (Римдарға 13:1, 2).

 Тиҫтәләгән йылдар дауамында Йәһүә шаһиттарының баҫмаларында түбәндәге принциптарға баҫым яһалды:

  •   Дауаланыу менән бәйле ҡарарҙарҙы һәр кем үҙе ҡабул итә (Галаттарға 6:5).

     «[Был журнал] ниндәйҙер дарыуҙарға йәки дауалау ысулдарына реклама яһамай һәм дауаланыу буйынса кәңәштәр бирмәй. Уның маҡсаты — факттар килтереү һәм уҡыусыға, үҙенә һығымталар яһап, шәхси ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек биреү» («Уянығыҙ!» журналы, 8 февраль, 1987 йыл, ингл.).

     «Үҙегеҙгә һәм балаларығыҙға прививка яһарғамы, юҡмы икәнен һеҙ үҙегеҙ хәл итергә тейеш» («Уянығыҙ!» журналы, 22 август, 1965, ингл.).

  •   Беҙ медицина ярҙамы алабыҙ, сөнки тормошто юғары баһалайбыҙ. (Ғәмәлдәр 17:28).

     «Йәһүә шаһиттары, ауырыған саҡта ярҙам алыр өсөн, табиптарҙың хеҙмәттәре менән файҙалана. Улар тормошто ярата һәм, ғүмерҙәрен һаҡлар өсөн, Изге Яҙмаға тура килгән, аҡыллы булған бар нәмәне эшләй» («Күҙәтеү манараһы», 1 сентябрь, 1976, урыҫ).

     «Йәһүә шаһиттары дарыу эсеүҙә һәм дауаланыу курсы үтәүҙә бер насарлыҡ та күрмәй. Улар үҙ һаулығы тураһында ҡайғырта һәм мөмкин тиклем оҙағыраҡ йәшәргә теләй. Беренсе быуатта мәсихселәр араһында табиптар булған кеүек (мәҫәлән, Лука), бөгөн дә Йәһүә шаһиттары араһында врачтар бар. [...] Йәһүә шаһиттары медицина хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәтен һәм фиҙаҡәрлеген юғары баһалай. Улар шулай уҡ табиптарға медицина ярҙамы күрһәткәндәре өсөн рәхмәтле» («Күҙәтеү манараһы», 1 февраль, 2011, тат.).