Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманың ниндәй тәржемәһен ҡуллана?
Йәһүә шаһиттары Изге Яҙманы өйрәнгәндә, уның күп тәржемәләрен ҡуллана. Шулай ҙа беҙ «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе»н айырыуса ҡәҙерләйбеҙ. Шулай уҡ был тәржемә кәрәкле телдә булған саҡта тап уны ҡулланырға тырышабыҙ. Ни өсөн? Сөнки был тәржемә теүәл, аңлайышлы һәм унда Алланың исеме ҡулланыла.
Алланың исемен ҡулланыу. Изге Яҙманы баҫтырып сығарған ҡайһы бер кешеләр уның Авторына тейешле хөрмәт күрһәтмәй. Мәҫәлән, Изге Яҙманың бер тәржемәһендә уны баҫтырып сығарыуҙа ҡатнашҡан 70-тән артыҡ кешенең исеме килтерелә, ләкин уның Авторының, йәғни Йәһүә Алланың исеме төшөрөп ҡалдырылған!
Изге Яҙманың төп нөсхәһендә Алланың исеме меңләгән тапҡыр осрай. «Яңы донъя тәржемәһе»ндә был исем үҙ урынына ҡайтарылған, ә тәржемәселәр билдәһеҙ булып ҡалырға теләгән.
Теүәл. Бөтә тәржемәселәр ҙә Изге Яҙманың тәүге тексындағы фекерҙәрҙе теүәл еткермәй. Мәҫәлән, бер тәржемәлә Матфей 7:13-тәге һүҙҙәр былай яңғырай: «Тар ҡапҡанан инегеҙ, сөнки тамуҡҡа илтеүсе юл еңел, ҡапҡаһы ла киң». Ләкин Изге Яҙманың төп нөсхәһендә «тамуҡ» түгел, ә «һәләкәт» тигән һүҙ ҡулланыла. Бәлки, тәржемәселәр яуыздарҙың тамуҡ утында мәңге яфаланасағына ышанғандыр, шуға күрә лә «тамуҡ» һүҙен ҡуйғандар. Әммә был тәғлимәт Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән. «Яңы донъя тәржемәһе»ндә был аят былай тәржемә ителгән: «Тар ҡапҡанан инегеҙ, сөнки һәләкәткә илтеүсе юл киң һәм иркен».
Аңлайышлы. Яҡшы тәржемә, теүәл булыуҙан тыш, аңлайышлы ла булырға тейеш. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Матфей 5:3-тә килтерелгән фекер һүҙмә-һүҙ былай тәржемә ителә: «Рухи яҡтан фәҡирҙәр бәхетле». Был һүҙҙәр хәҙерге телдә ҙур мәғәнәгә эйә түгел, шуға күрә «Яңы донъя тәржемәһе»ндә Ғайсаның был һүҙҙәре аңлайышлыраҡ бирелгән: «Рухи нәмәләргә һыуһағандар бәхетле».
Шулай итеп, «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» — теүәл, аңлайышлы тәржемә һәм унда Алланың исеме ҡулланыла. Ләкин уның тағы бер үҙенсәлеге бар: ул бушлай таратыла. Бының ярҙамында миллионлаған кеше, шул иҫәптән Изге Яҙма китабын һатып ала алмаған кешеләр ҙә, уны үҙенең туған телендә уҡый ала.