Ни өсөн Йәһүә шаһиттары үҙҙәренә шундай исем алған?
Изге Яҙманан күренгәнсә, Йәһүә — Алланың шәхси исеме (Сығыш 6:3; Зәбур 83:18). Шаһит — үҙе ышанған ҡараштар һәм хәҡиҡәттәр менән уртаҡлашыусы кеше.
Шулай итеп, «Йәһүә шаһиттары» — Йәһүә, йәғни һәммә нәмәне барлыҡҡа килтергән Алла тураһында хәҡиҡәтте һөйләүсе кешеләр (Асылыш 4:11). Беҙ Изге Яҙманан белгәндәребеҙ менән уртаҡлашып, шулай уҡ үҙ йәшәү рәүешебеҙ менән кешеләргә шаһитлыҡ бирәбеҙ (Ишағыя 43:10—12; 1 Петр 2:12).