Йәһүә шаһиттары медицина ярҙамынан баш тартамы?
Юҡ, Йәһүә шаһиттары медицинаға ҡаршы сыҡмай һәм дауаланыуҙан баш тартмай. Һаулығыбыҙҙы ҡайғыртырға тырышһаҡ та, ҡайһы ваҡыт беҙ «табип ярҙамына» мохтаж (Лука 5:31). Өҫтәүенә, Ғайса пәйғәмбәрҙең шәкерте Лука кеүек, ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары ла табип булып эшләй (Көләсәйҙәргә 4:14).
Дауалауҙың ҡайһы бер ысулдары Изге Яҙмаларҙағы принциптарға ҡаршы килә, шуға күрә беҙ уларҙан баш тартабыҙ. Мәҫәлән, Изге Яҙмалар тәнгә ҡан ебәреүҙе тыйғанға, беҙ ундай дауалау сараһын ҡулланмайбыҙ (Илселәр 15:20). Изге Яҙмалар шулай уҡ сихырсылыҡ менән бәйле дауалау ысулдары һәм процедуралар ҡулланыуҙы тыя (Галаттарға 5:19—21).
Ләкин дауалау ысулдарының күбеһе Изге Яҙмаларҙағы принциптарға ҡаршы килмәй. Ундай осраҡтарҙа һәр Йәһүә шаһиты дауалау төрөн үҙе һайлай. Берәйһе ниндәйҙер дауалау ысулына йәки процедураға ризалашырға, икенсеһе унан баш тартырға мөмкин (Галаттарға 6:5).