Йәһүә шаһиттары протестанттармы?
Юҡ. Йәһүә шаһиттары — мәсихселәр. Ләкин беҙ үҙебеҙҙе протестанттар тип иҫәпләмәйбеҙ. Ни өсөн?
Протестантлыҡ — «католицизмға ҡаршы ойошторолған дини йүнәлеш». Йәһүә шаһиттарының тәғлимәттәре католик сиркәүенең тәғлимәттәренән ысынлап та айырылып тора, әммә беҙ үҙебеҙҙе протестанттар тип һанамайбыҙ. Быға ике сәбәп бар:
Протестанттарҙың ҡайһы бер догматтары Изге Яҙмаларҙа яҙылғандарға ҡаршы килә. Мәҫәлән, Изге Яҙмаларҙа «Алла бер» тип әйтелә, ул Троица түгел (1 Тимутегә 2:5; Яхъя 14:28). Шулай уҡ Изге Яҙмалар, Алла яуыз кешеләрҙе тамуҡта язаламай, ә мәңгегә юҡ итә, тип өйрәтә (Мәҙхиә 36:9; 2 Тессалуникиҙарға 1:9).
Беҙ католик сиркәүенә йәки башҡа берәй сиркәүгә ҡаршы сыҡмайбыҙ һәм уларҙы үҙгәртергә тырышмайбыҙ. Беҙҙең төп эшебеҙ — Алла Батшалығы хаҡында яҡшы хәбәрҙе вәғәзләү һәм кешеләргә Алла вәғәҙәләренең үтәләсәгенә иман үҫтерергә ярҙам итеү (Маттай 24:14; 28:19, 20). Беҙ башҡа диндәрҙе үҙгәртергә түгел, ә эскерһеҙ кешеләргә Алла һәм уның Һүҙе тураһында хәҡиҡәтте еткерергә тырышабыҙ (Көләсәйҙәргә 1:9, 10; 2 Тимутегә 2:24, 25).