Йәһүә шаһиттары сектамы?
Юҡ, Йәһүә шаһиттары секта түгел. Улар Ғайса Мәсихтең үрнәгенә эскерһеҙ эйәреп, уның өйрәткәндәре буйынса йәшәргә тырышҡан мәсихселәр.
Нимә ул секта?
Күбеһе «секта» тигән һүҙҙе үҙенсә аңлай. Әйҙәгеҙ, был һүҙҙең мәғәнәһе менән бәйле ике киң таралған фекерҙе ҡарап сығайыҡ, һәм ни өсөн был һүҙҙең беҙгә ҡағылмағанына иғтибар итәйек.
Ҡайһы бер кешеләр уйлауынса, секта — ул яңы йәки дөйөм ҡабул ителмәгән дин. Йәһүә шаһиттары яңы дин уйлап сығармаған. Киреһенсә, беҙ Аллаға беренсе быуат мәсихселәренең үрнәге буйынса табынабыҙ, ә уларҙың йәшәү рәүеше менән тәғлимәттәре тураһында Изге Яҙмала яҙылған (2 Тимофейға 3:16, 17). Бынан тыш, Аллаға ғибәҙәт ҡылыу тураһында әйткәндә, нимәне лә булһа ҡабул итер өсөн, беҙ, Изге Яҙманы тикшерергә кәрәк, тип һанайбыҙ.
Ҡайһы бер кешеләр уйлауынса, секта — ул берәй кеше менән етәкләнгән ҡурҡыныс дини ағым. Йәһүә шаһиттары бер ниндәй кешене лә үҙҙәренең етәксеһе итеп һанамай. Ғайса Мәсих: «Һеҙҙең берҙән-бер Етәксегеҙ — Мәсих бар», — тип әйткән. Шуға күрә беҙ, Ғайсаның шәкерттәре булараҡ, уны етәксебеҙ тип һанайбыҙ (Матфей 23:10, ЯДТ).
Төрлө ҡурҡыныс секталарҙан айырмалы рәүештә, Йәһүә шаһиттары үҙҙәренә лә, башҡаларға ла файҙа килтергән динде тота. Мәҫәлән, беҙҙең вәғәз эшебеҙ ярҙамында күп кенә кешеләр алама ғәҙәттәрҙән, шул иҫәптән наркотик ҡулланыуҙан һәм эскеселектән, арына алған. Өҫтәүенә, беҙ төрлө илдәрҙә меңләгән кешеләрҙе уҡырға һәм яҙырға өйрәткән курстар үткәрәбеҙ. Шулай уҡ төрлө афәттәрҙән зыян күргәндәргә лә ярҙам итергә тырышабыҙ. Беҙ күп тырышлыҡтар һалып башҡаларға файҙа килтергән эштәр башҡарабыҙ, сөнки Ғайса үҙ шәкерттәрен шулай эш итергә өйрәткән дә (Матфей 5:13—16).