Йәһүә шаһиттары христиандармы?
Юҡ, беҙ христиан сиркәүҙәре менән бәйле түгел. Беҙ үҙебеҙҙе түбәндәге сәбәптәр буйынса мәсихселәр тип атайбыҙ:
Беҙ Ғайса Мәсихтең тәғлимәттәрен тоторға һәм уның үрнәгенә эйәрергә тырышабыҙ (1 Петер 2:21).
Беҙ Ғайса Мәсих арҡыры ғына ҡотҡарылыуға эйә була алыуыбыҙға һәм «ер йөҙөндә кешеләргә бирелгән исемдәр араһында беҙҙе ҡотҡара алырҙай башҡа исем юҡ» икәненә ышанабыҙ (Илселәр 4:12).
Кеше Йәһүә шаһиты булып киткәндә, Ғайса Мәсихте танып һыуға сумдырылыу үтә (Маттай 28:18, 19).
Беҙ Аллаға доға ҡылғанда, Ғайса исеме аша мөрәжәғәт итәбеҙ (Яхъя 15:16).
Беҙ Алланың Ғайсаны һәр кеше өҫтөнән Башлыҡ итеп билдәләгәненә ышанабыҙ (1 Көринттәргә 11:3).
Беҙ христиан диндәренән күп кенә яҡтарҙан айырылып торабыҙ. Мәҫәлән, беҙ Троицаға ышанмайбыҙ, сөнки Изге Яҙмаларҙа яҙылғанса, Ғайса — Троицаның өлөшө түгел, ә Алланың Улы (Маттай 16:16; Марк 12:29). Беҙ үлемһеҙ йәнгә һәм Алланың кешеләрҙе тамуҡта мәңге яфалағанына ышанмайбыҙ (Вәғәзсе 9:5; Йәзәкил 18:4). Шулай уҡ дини етәкселәр үҙҙәрен башҡаларҙан өҫтөн иткән титулдар алырға тейеш түгел тип һанайбыҙ (Маттай 23:8—10).