Йәһүә шаһиттары нимәгә ышана?
Беҙ, Йәһүә шаһиттары,— мәсихселәр. Беҙ Аллаға Ғайса урынлаштырғанса уның рәсүлдәре ғибәҙәт ҡылған кеүек хеҙмәт итәбеҙ. Был мәҡәләлә беҙҙең төп ышаныуҙарыбыҙ килтерелә.
Алла. Беҙ, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе һәм Барлыҡҡа килтереүсегә, Йәһүә исемле берҙән-бер хаҡ Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ. (Зәбур 83:18; Асылыш 4:11) Ул — Ибраһим, Муса һәм Ғайсаның Аллаһы. (Сығыш 3:6; 32:11; Яхъя 20:17).
Изге Яҙма. Беҙ Изге Яҙма кешелек өсөн Алла тарафынан рухландырылған хәбәр икәненә ышанабыҙ (Яхъя 17:17; 2 Тимофейға 3:16). Беҙ тәғлимәттәребеҙҙе Изге Яҙмалағы Яңы һәм Иҫке Ғәһедкә ингән бар 66 китапҡа нигеҙләйбеҙ. Профессор Джейсон Дейвид Бедун Йәһүә шаһиттары тураһында былай тип әйткән: «Улар үҙ тәғлимәтен һәм эшен Изге Яҙманың төп нөсхәһенә нигеҙләп төҙөй. Улар унда нәмә яҙылырға тейеш икәнен уйлап сығармай» a.
Беҙ Изге Яҙманы тулыһынса ҡабул итәбеҙ. Әгәр берәй ҡарашыбыҙ дөрөҫ булмаһа, беҙ уны үҙгәртергә әҙер. Беҙ Изге Яҙманың ҡайһы бер өлөштәре символик тел менән яҙылғанын һәм уларҙы тура мәғәнәлә аңларға кәрәкмәй икәнен таныйбыҙ (Асылыш 1:1).
Ғайса Мәсих. Беҙ Ғайса Мәсихтең үрнәгенә һәм тәғлимәтенә эйәрәбеҙ, уны Ҡотҡарыусыбыҙ һәм Алла улы тип хөрмәт итәбеҙ (Матфей 20:28; Ғәмәлдәр 5:31). Шуға күрә, беҙ — мәсихселәр (Ғәмәлдәр 11:26). Шул уҡ ваҡытта беҙ Изге Яҙманан Ғайса Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла түгел икәнен һәм Троица тураһындағы тәғлимәт Алла Һүҙенә нигеҙләнмәгән икәнен белдек (Яхъя 14:28).
Алла Батшалығы. Был христиандарҙың йөрәк торошо түгел, ә күктәге реаль хөкүмәт. Батшалыҡ кешеләрҙең хөкүмәттәре урынына киләсәк һәм ергә ҡарата Алла ихтыярын үтәйәсәк (Данил 2:44; Матфей 6:9, 10). Оҙаҡламай Алла Батшалығы бөтә был үҙгәрештәрҙе башҡарасаҡ, сөнки Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр буйынса беҙ «ахырызаман» ваҡытында йәшәйбеҙ (2 Тимофейға 3:1—5; Матфей 24:3—14).
Ғайса Мәсих — күктәге Алла Батшалығының Батшаһы. Ул 1914 йылда идара итә башланы (Асылыш 11:15).
Ҡотҡарылыу. Гонаһ һәм үлемдән азат итеү Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны ярҙамында мөмкин (Матфей 20:28; Ғәмәлдәр 4:12). Мәсихтең йолом ҡорбаны беҙгә файҙа килтерһен өсөн, беҙгә уға ышанырға, шулай уҡ тормошобоҙҙо үҙгәртергә һәм һыуға сумдырылырға кәрәк (Матфей 28:19, 20; Яхъя 3:16; Ғәмәлдәр 3:19, 20). Кешенең эштәре уның иманы тереме икәнен күрһәтә (Яҡуб 2:24, 26). Әммә ҡотҡарылыу кеше хеҙмәтенән тормай, уға Алла мәрхәмәте ярҙамында ғына ирешеп була (Галаттарға 2:16, 21).
Күк. Йәһүә Алла, Ғайса Мәсих һәм Аллаға тоғро булған фәрештәләр рухи сферала йәшәй (Зәбур 103:19—21; Ғәмәлдәр 7:55) b. Ғайса менән бергә Алла Батшалығында идара итер өсөн күктәге тормошҡа, күп һанлы булмаған, 144 000 кеше терелтелгән буласаҡ (Данил 7:27; 2 Тимофейға 2:12; Асылыш 5:9, 10; 14:1, 3).
Ер. Алла ерҙе, кешеләр унда мәңге йәшәһен өсөн, барлыҡҡа килтергән (Зәбур 104:5; 115:16; Вәғәзсе 1:4). Алла, уға тыңлаусан булған кешеләргә, ожмахта камил сәләмәтлек һәм мәңгелек тормош бүләк итәсәк (Зәбур 37:11, 34).
Яуызлыҡ һәм ғазаптар. Улар, бер фәрештә Аллаға ҡаршы фетнә күтәргәс, барлыҡҡа килгән (Яхъя 8:44). Фетнәнән һуң Шайтан һәм Иблис тип аталған был фәрештә беренсе кешеләрҙе үҙенең яғына баҫырға ҡотортҡан. Был уларҙың киләсәк быуындарына ҡарата һәләкәтле эҙемтәләргә килтергән (Башланмыш 3:1—6; Римдарға 5:12). Шайтан күтәргән бәхәсле һорауҙарҙы хәл итер өсөн, Алла яуызлыҡҡа һәм ғазаптарға юл ҡуйған, әммә ул уларға мәңге булырға рөхсәт итмәйәсәк.
Үлем. Кеше үлгәс, ул йәшәүҙән туҡтай. (Зәбур 146:4; Вәғәзсе 9:5, 10). Алла кешеләрҙе утлы тамуҡта яфаламай.
Алла терелтеү ярҙамында миллиардлаған кешене яңынан йәшәүгә ҡайтарасаҡ (Ғәмәлдәр 24:15). Терелтелгән кешеләр Алла юлына өйрәнергә теләмәһә, мәңгегә юҡ ителәсәк. Улар башҡа бер ҡасан да терелтелмәйәсәк (Асылыш 20:5).
Ғаилә. Беҙ Алла баштан уҡ урынлаштырған ғаиләгә ҡағылышлы нормаларҙы тотабыҙ. Ғаилә — ул бер ир һәм бер ҡатын араһындағы союз. Айырылышыр өсөн берҙән-бер сәбәп — енси әхлаҡһыҙлыҡ (Матфей 19:4—9). Беҙ, ғаиләләр Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе ҡулланһалар, бәхетле булыр, тип инанабыҙ (Ефестарға 5:22—6:1).
Аллаға ғибәҙәт ҡылыуыбыҙ. Беҙ тәрегә һәм һүрәттәргә табынмайбыҙ (Ҡанун 4:15—19; 1 Яхъя 5:21). Аҫта ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың бер нисә мөһим өлөшө килтерелә:
Аллаға доға ҡылыу (Филиптарға 4:6).
Изге Яҙманы уҡыу һәм тикшереү (Зәбур 1:1—3).
Изге Яҙмала уҡығаныбыҙ тураһында уйланыу (Зәбур 77:12).
Доға ҡылыр өсөн, Изге Яҙманы тикшерер өсөн, йырлар өсөн, иманыбыҙ тураһында һөйләшер өсөн һәм башҡаларҙы дәртләндерер өсөн бергә йыйылыу (Колосстарға 3:16; Еврейҙарға 10:23—25).
Батшалыҡ хаҡындағы «Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләү (Матфей 24:14).
Батшалыҡ залдарын һәм бөтә донъяла алып барылған Изге Яҙмаға нигеҙләнгән өйрәтеү эше өсөн ҡулланылған башҡа биналарҙы төҙөү һәм хеҙмәтләндереү эше (Зәбур 127:1).
Беҙҙең ойошма. Беҙ өлкәндәр советы ҡайғырта торған йыйылыштарға ойошторолғанбыҙ. Әммә өлкәндәр руханиҙар класын тәшкил итмәй һәм хеҙмәте өсөн түләү алмай (Матфей 10:8; 23:8). Беҙ кешеләрҙән уларҙың килеменең ундан бер өлөшен алмайбыҙ һәм йыйылыш осрашыуҙарында аҡса йыйып йөрөмәйбеҙ (2 Коринфтарға 9:7). Беҙҙең эшмәкәрлек йөрәгебеҙ ҡушыуы буйынса бирелгән ирекле иғәнәләр ярҙамында башҡарыла.
Йәһүә шаһиттарының бөтә донъя эшмәкәрлеге менән Етәксе совет — рухи яҡтан өлгөрөп еткән мәсихселәрҙән торған ҙур булмаған төркөм етәкселек итә. Улар Йәһүә шаһиттарының баш идаралығында хеҙмәт итә.
Берҙәмлек. Бөтә илдәрҙә Йәһүә шаһиттары бер ҡарашта берләшкән (1 Коринфтарға 1:10). Беҙ, арабыҙҙа ижтимағи дәрәжә, этник, милләт һәм раса айырмалыҡтары арҡаһында бүленештәр булмаһын өсөн, көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ (Ғәмәлдәр 10:34, 35; Яҡуб 2:4). Әммә беҙҙең берҙәмлек шәхси ҡараштарыбыҙға ҡағылмай. Һәр Йәһүә шаһиты Изге Яҙма ярҙамында өйрәтелгән выжданы буйынса ҡарарҙар ҡабул итә (Римдарға 14:1—4; Еврейҙарға 5:14).
Беҙҙең тәртип. Беҙ бар эштә лә эскерһеҙ яратыу күрһәтергә тырышабыҙ (Яхъя 13:34, 35). Беҙ, Алла хупламаған эштәрҙән, шул иҫәптән Алла ҡарашында тыйылған ҡан ҡойоуҙан, баш тартабыҙ (Ғәмәлдәр 15:28, 29; Галаттарға 5:19—21). Беҙ тыныслыҡҡа ынтылабыҙ һәм һуғыштарҙа ҡатнашмайбыҙ (Матфей 5:9; Ишағыя 2:4). Үҙебеҙ йәшәгән илдең хөкүмәтен хөрмәт итәбеҙ һәм уның ҡанундарын, әгәр улар Алла ҡанундарына ҡаршы булмаһа, үтәп йәшәйбеҙ (Матфей 22:21; Ғәмәлдәр 5:29).
Башҡа кешеләр менән мөнөсәбәтебеҙ. Ғайса: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат», — тигән әмер биргән. Шулай уҡ ул мәсихселәр «донъяныҡы түгел» тип әйткән (Матфей 22:39; Яхъя 17:16). Шуға күрә беҙ «һәр кешегә... изгелек» ҡылырға тырышабыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта сәйәси эштәрҙә нейтраль булып ҡалабыҙ һәм башҡа диндәр менән бер ниндәй бәйләнеш тотмайбыҙ (Галаттарға 6:10; 2 Коринфтарға 6:14). Шул уҡ ваҡытта беҙ башҡаларҙың был һорауҙарға ҡағылышлы ҡабул иткән ҡарарҙарын хөрмәт итәбеҙ (Римдарға 14:12).
Әгәр һеҙҙең Йәһүә шаһиттарының ышаныуҙары тураһында һорауҙарығыҙ ҡалһа, беҙҙең сайтта йәки филиалдарҙың береһендә, йә булмаһа яҡындағы Батшалыҡ залында үткәрелгән осрашыуында һәм Йәһүә шаһиттарының береһе менән шәхси һөйләшеүҙә күберәк белә алаһығыҙ.
a «Тәржемәлә булған хәҡиҡәт» тигән китапты ҡарағыҙ, 165 бит («Truth in Translation»).
b Яуыз фәрештәләр күктән бәреп төшөрөлгән булһа ла, улар рухи сферала йәшәүен дауам итә (Асылыш 12:7—9).