Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм буклеттар йәмғиәте нимә ул?
Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм буклеттар йәмғиәте (Пенсильвания) — был коммерция менән бәйле булмаған ойошма; ул 1884 йылда Пенсильвания штатының (АҠШ) ҡануниәте буйынса ойошторолған. Йәһүә шаһиттары был ойошманы Изге Яҙма һәм уға нигеҙләнгән әҙәбиәтте баҫтырыр өсөн, шулай уҡ бөтә донъя эшмәкәрлектәрен башҡарыр өсөн, ҡуллана.
Йәмғиәт уставында, был ойошма «дини, өйрәтеү һәм хәйриә» маҡсаттары менән, шул иҫәптән «Ғайса Мәсих идара иткән Алла Батшалығы тураһындағы хәбәрҙе вәғәзләр» өсөн ойошторолған, тип әйтелә. Йәмғиәт ағзаһы булып китеү саҡырыу буйынса ғына мөмкин һәм ирекле иғәнәләрҙең күләменән тормай. Йәмғиәттең ағзалары һәм директорҙары Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһенә ярҙам итә.
Башҡа юридик ойошмалар
Күҙәтеү манараһы, Изге Яҙма һәм буклеттар йәмғиәтенән (Пенсильвания) тыш Йәһүә шаһиттары төрлө илдәрҙә башҡа күп юридик ойошмаларҙы ҡуллана. Уларҙың ҡайһы бер исемдәренә Watch Tower, Watchtower («Күҙәреү манараһы»), йә был һүҙҙәрҙең тәржемәләре инә.
Был юридик ойошмалар ярҙамында, уларҙың барлыҡҡа килеүенән башлап, беҙ иҫ киткес уңыштарға ирештек. Бына уларҙың бер нисәһе:
Яҙыу һәм баҫып сығарыу эше. Беҙ яҡынса 220 миллион Изге Яҙманы һәм 40 миллиард Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте 700-ҙән артыҡ телдә баҫып сығарҙыҡ. Сайтыбыҙҙа Изге Яҙманы 120-нән ашыу телдә түләүһеҙ уҡып була, шулай уҡ унда «Алла Батшалығы нимә ул?» тигән оҡшаш һорауҙарға ла яуаптар табып була.
Өйрәтеү эше. Беҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән программа буйынса төрлө мәктәптәр үткәрәбеҙ. 1943 йылдан башлап 8 меңдән артыҡ Йәһүә шаһиты Күҙәтеү манараһының Изге Яҙма мәктәбе Галаадта интенсив уҡыу курсын үтте. Был мәктәпте тамамлаусылар миссионер булып хеҙмәт итә, йыйылыштарҙы нығыта һәм бөтә донъя эшмәкәрлегебеҙ тураһында ҡайғырта. Бынан тыш, миллионлаған кеше, шул иҫәптән Йәһүә шаһиты булмаған кешеләр ҙә, һәр аҙна үткәрелгән йыйылыш осрашыуҙарында өйрәнә. Беҙ шулай уҡ уҡырға-яҙырға өйрәтеү курстары үткәрәбеҙ, шуға күрә 110 телгә тәржемә ителгән дәреслек сығарҙыҡ.
Хәйриә эшмәкәрлеге. Беҙ төрлө фажиғәләрҙән — кеше арҡаһында (мәҫәлән, 1994 йылда Руанда илендә геноцид булғанда) йә афәт арҡаһында (мәҫәлән, 2010 йылда Гаитила ер тетрәүе булғанда) — зыян күргән кешеләргә матди ярҙам күрһәтәбеҙ.
Был юридик ойошмалар ярҙамында күп нәмәгә ирешкән булһаҡ та, беҙҙең төп эшебеҙ уларға бәйле түгел. Һәр бер мәсихсе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе иғлан итеп һәм Мәсих шәкерттәрен әҙерләп, Алланың бойороғон үтәү өсөн яуаплы (Матфей 24:14; 28:19, 20). Һис шикһеҙ, «үҫтереүсе Алла» артабан да беҙҙе фатихалап торасаҡ (1 Коринфтарға 3:6, 7).