Йәһүә шаһиттарының миссионерҙары бармы?
Эйе. Бөтә Йәһүә шаһиттары, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, осраған кешеләргә үҙ имандары тураһында һөйләп, миссионер рухын сағылдырырға тырыша (Маттай 28:19, 20).
Шулай уҡ ҡайһы бер Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмаларҙағы яҡшы хәбәрҙе әле күп кеше ишетмәгән ерҙәргә барып йөрөй йәки шул яҡтарына бөтөнләй күсенә. Ә башҡалары, хеҙмәттәрен киңәйтер өсөн, хатта сит илдәргә күсә. Ғайса Мәсих бындай пәйғәмбәрлек әйткән булған: «Һеҙ... ер ситенә тиклем минең шаһиттарым буласаҡһығыҙ». Йәһүә шаһиттары был пәйғәмберлектең үтәлешендә шатланып әүҙем ҡатнаша (Илселәр 1:8).
1943 йылда Йәһүә шаһиттары миссионерҙар әҙерләр өсөн махсус мәктәп ойошторҙо. Шул ваҡыттан алып уны 8 000-дән ашыу кеше тамамланы. Был мәктәп Күҙәтеү манараһының Изге Яҙмалар мәктәбе Галаад тип атала.