Ни өсөн Йәһүә шаһиттары ҡан ебәреүҙән баш тарта?
Киң таралған яңылыш фекерҙәр
Уйҙырма: Йәһүә шаһиттары медицинаға йә медицина ярҙамына ышанмай.
Факт: Беҙ үҙебеҙ һәм туғандарыбыҙ өсөн иң яҡшы дауалау ысулдарын эҙләйбеҙ. Ауырып китһәк, беҙ табиптарға, шул иҫәптән ҡан ебәрмәйенсә квалификациялы ярҙам күрһәтә алған хирургтарға мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙ медицина өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы ҡәҙерләйбеҙ һәм улар менән файҙаланабыҙ. Йәһүә шаһиттарына ярҙам итер өсөн уйлап сығарылған ҡан ебәрмәйенсә дауалау ысулдары бөтә донъяла киң ҡулланыла. Хәҙерге ваҡытта күп илдәрҙә һәр бер кеше ҡан ебәреү менән бәйле ҡурҡыныстарҙан, мәҫәлән, ҡан аша күсә торған ауырыуҙарҙан, иммунитет менән бәйле ҡыйынлыҡтар һәм табиптарҙың хаталарынан һаҡланырға ярҙам иткән дауалау һайлай ала.
Уйҙырма: Йәһүә шаһиттары, иман ауырыуҙарҙан һауыҡтыра, тип уйлай.
Факт: Беҙ имандың һауыҡтыра алыуына ышанмайбыҙ.
Уйҙырма: Ҡан ебәрмәйенсә дауалау ысулдары бик ҡыйбат.
Факт: Ҡан ебәрмәй дауалау бик ҡыйбат түгел, һәр кем алырлыҡ a.
Уйҙырма: Йыл һайын, ҡан ебәреүҙән баш тартҡанға, күп Йәһүә шаһиттары, шул иҫәптән балалар үлә.
Факт: Был бөтөнләй нигеҙһеҙ фекер. Хирургтар даими рәүештә ҡан ебәрмәйенсә йөрәккә операция, кеше органын күсереп ҡуйыу буйынса һәм ортопедик операция кеүек ҡатмарлы операциялар яһайҙар b. Ҡан ебәрмәйенсә дауаланған пациенттар (шул иҫәптән балалар ҙа), ғәҙәттә, ҡан ебәреп дауаланған пациенттарға ҡарағанда, операциянан һуң шулай уҡ йә хатта тиҙерәк аяҡҡа баҫа c. Нисек кенә булмаһын, кеше ҡан ебәреүҙән баш тартһа — үләсәк, ә ҡан ебәреүгә ризалашһа — иҫән ҡаласаҡ, тип раҫлау дөрөҫ булмаҫ ине.
Ни өсөн Йәһүә шаһиттары ҡан ебәреүҙән баш тарта?
Был һорау медицина менән түгел, ә дин менән бәйле. Тәүратта ла, Инжилдә лә ҡандан тыйылырға тигән ап-асыҡ әмер бирелә (Башланмыш 9:4; Левиттар 17:10; Ҡанун 12:23; Ғәмәлдәр 15:28, 29). Шулай уҡ, Алланың ҡарашы буйынса, ҡан йәшәүҙе символлаштыра (Левиттар 17:14). Шуға күрә беҙ Аллаға тыңлаусан булырға теләгәнгә генә түгел, ә уны Йәшәү биреүсе булараҡ хөрмәтләгәнгә лә ҡан ебәреүҙән баш тартабыҙ.
Ҡан ебәреүгә ҡараштар үҙгәрә
Ҡасандыр медицина өлкәһендә ҡан ебәрмәйенсә дауалау ысулдарын ҡулланыуҙы ғәҙәттән тыш һәм хатта үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға тиң тип һанағандар. Ләкин һуңғы йылдарҙа табиптарҙың ҡараштары үҙгәргән. Мәҫәлән, 2004 йылда бер медицина журналында баҫтырылған мәҡәләлә, «Йәһүә шаһиттарына ярҙам итер өсөн уйлап сығарылған дауалау ысулдары киләһе йылдарҙа стандарт булып китәсәк», тип әйтелгән d. Ә 2010 йылда йөрәк ауырыуҙарына бағышланған башҡа бер журналдағы мәҡәләлә әйтелгәнсә, «ҡан ебәрмәйенсә дауалау Йәһүә шаһиттары менән генә сикләнергә тейеш түгел, ә хирургтың көндәлек практикаһының айырылғыһыҙ өлөшө булып китергә тейеш» («Heart, Lung and Circulation»).
Бөгөн бөтә донъя буйынса меңләгән табип ҡан ебәрмәйенсә ҡатмарлы операциялар яһау өсөн ҡан һаҡлау ысулдарын ҡуллана. Бындай альтернатив ысулдар хатта үҫешеүсе илдәрҙә лә ҡулланыла, һәм Йәһүә шаһиттары булмаған күп кенә пациенттар был ысулдарҙы ҡулланырға теләк белдерә.
a Ҡарағыҙ: Transfusion and Apheresis Science, Volume 33, No. 3, p. 349.
b Ҡарағыҙ: The Journal of Thoracic and Cardiovascular Surgery, Volume 134, No. 2, pp. 287-288; Texas Heart Institute Journal, Volume 38, No. 5, p. 563; Basics of Blood Management, p. 2; and Continuing Education in Anaesthesia, Critical Care & Pain, Volume 4, No. 2, p. 39.
c Ҡарағыҙ: The Journal of Thoracic and Cardiovascular Surgery, Volume 89, No. 6, p. 918; and Heart, Lung and Circulation, Volume 19, p. 658.
d Continuing Education in Anaesthesia, Critical Care & Pain, Volume 4, No. 2, page 39.