Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Пасханы байрам итмәй?
Киң таралған яңылыш ҡараштар
Миф: Йәһүә шаһиттары Пасха байрамын үткәрмәй, сөнки улар мәсихселәр түгел.
Факт: Беҙ Ғайса Мәсихтең Ҡотҡарыусыбыҙ булыуына ышанабыҙ һәм уның «эҙенән барырға» тырышабыҙ (1 Петр 2:21; Лука 2:11).
Миф: Һеҙ Ғайсаның үленән терелтелгәненә ышанмайһығыҙ.
Факт: Беҙ Ғайсаның үленән терелгәненә ышанабыҙ; беҙ терелтеү мәсихсе имандың нигеҙе булып тора, тип һанайбыҙ һәм быға хеҙмәтебеҙҙә ҙур иғтибар бирәбеҙ (1 Коринфтарға 15:3, 4, 12—15).
Миф: Һеҙ балаларығыҙҙы Пасха байрамы килтергән шатлыҡтан мәхрүм итәһегеҙ.
Факт: Беҙ балаларыбыҙҙы яратабыҙ, шуға күрә уларҙы тәрбиәләү өсөн һәм улар бәхетле булһын өсөн, бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ (Титҡа 2:5).
Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Пасханы байрам итмәй?
Пасха байрамын үткәреү Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән.
Ғайса үҙ терелтелеүен түгел, ә үҙ үлемен иҫкә алырға ҡушҡан. Шуға күрә беҙ Изге Яҙма ай календары буйынса Ғайсаның үлгән көнөндә Иҫкә алыу кисәһен йыл һайын үткәрәбеҙ (Лука 22:19, 20).
Пасха байрамы боронғо уңдырыш йолаһынан башланғыс ала, шуға күрә ул Аллаға яраҡлы түгел, тип һанайбыҙ. Алла үҙенә «йән-тән менән бирелгәнлекте» талап итә; яраҡлы булмаған дини йолаларҙа ҡатнашыуыбыҙ уны хурлай (Сығыш 20:5; 1 Батшалар 18:21).
Пасха байрамын үткәрмәҫкә тигән ҡарарға килеүебеҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгәненә бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Изге Яҙма, кешеләрҙең йолаларына эйәреү урынына, «зирәклек һәм аңды» һаҡларға өндәй (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:21; Матфей 15:3). Башҡалар беҙҙән Пасха байрамы хаҡында һорашҡанда, беҙ ҡараштарыбыҙ тураһында һөйләйбеҙ, әммә кешенең шәхсән ҡарар ҡабул итеү хоҡуғын хөрмәт итәбеҙ (1 Петр 3:15).