Йәһүә шаһиттары Америка сектаһымы?
Йәһүә шаһиттырының баш идаралығы Америка Ҡушма Штаттарында урынлашҡан. Шулай ҙа беҙ Америка сектаһы түгел. Быға бер нисә сәбәп бар:
Мәғәнәһе буйынса, секта — хакимлыҡ иткән диндән айырылып сыҡҡан дини төркөм. Йәһүә шаһиттары бер ниндәй ҙә дини ойошманан айырылып сыҡмаған. Киреһенсә, беҙ, беренсе быуаттағы мәсихселәр динен яңынан торғоҙҙоҡ, тип һанайбыҙ.
Йәһүә шаһиттары үҙ эшмәкәрлеген 230-ҙан артыҡ ил һәм территорияла башҡара. Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, беҙ АҠШ хөкүмәтенә йә бүтән кеше хөкүмәтенә түгел, ә Йәһүә Аллаға һәм Ғайса Мәсихкә тоғро булырға ынтылабыҙ (Яхъя 15:19; 17:15, 16).
Бөтә тәғлимәттәребеҙ Ҡушма Штаттарҙағы берәй етәксенең һүҙҙәренә түгел, ә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән (1 Фессалоникаларға 2:13).
Беҙ берәй кешегә түгел, ә Ғайса Мәсихкә эйәрәбеҙ (Матфей 23:8—10).