Ни өсөн Йәһүә шаһиттары тыуған көндәрҙе үткәрмәй?
Йәһүә шаһиттары, тыуған көндәрҙе үткәреү — Алла хупламаған байрам, тип иҫәпләй. Шуға күрә улар уны үткәрмәй. Изге Яҙмаларҙа тыуған көндәрҙе үткәреү туранан-тура тыйылмай. Ләкин Изге Яҙмалар был байрамдың ҡайһы бер үҙенсәлектәренә иғтибар итеп, ошо байрамға ҡарата Алланың ҡарашын белергә ярҙам итә. Шундай дүрт үҙенсәлекте һәм Изге Яҙмаларҙағы принциптарҙы ҡарап сығайыҡ.
Тыуған көндәрҙе үткәреү мәжүсилектән башланғыс ала. Бер хеҙмәттә яҙылғанса, был ғөрөф-ғәҙәт шундай ышаныуға нигеҙләнгән: кеше тыуғас, «уға яуыз рухтар менән көстәр һөжүм итә ала», ләкин «дуҫтарҙың эргәлә булыуы һәм уларҙың изге теләктәре уны яҡлай» («Funk & Wagnalls Standard Dictionary of Folklore, Mythology, and Legend»). Башҡа сығанаҡта әйтелгәнсә, «боронғо заманда тыуған көндәр тураһында яҙыуҙар алып барыу бик мөһим булған, сөнки тыуған көндөң датаһы нигеҙендә гороскоп төҙөлгән», ә был «астрологияның мистик тәғлимәтенең» өлөшө булған («The Lore of Birthdays»). Шулай уҡ унда былай тип өҫтәлә: «халыҡ ышанғанса, тыуған көндә ҡабыҙылған шәмдәр теләктәрҙе тормошҡа ашырған магик көскә эйә».
Ләкин Изге Яҙмаларҙа сихырсылыҡ, күрәҙәлек итеү, спиритизм һәм «шуларға оҡшаш нәмәләр» хөкөм ителә (Ҡанун 18:14; Галаттарға 5:19—21). Алла боронғо Бабил ҡалаһын күп сәбәптәр арҡаһында хөкөм иткән. Ундай сәбәптәрҙең береһе — Бабил кешеләренең астрология (күрәҙәлек итеүҙең бер төрө) менән шөғөлләнеүҙәре (Ишағия 47:11—15). Әлбиттә, Йәһүә шаһиттары һәр ғөрөф-ғәҙәттең йә йоланың тамырҙарын ентекләп тикшереп тормай, ләкин Изге Яҙмаларҙа билдәле бер һорау буйынса Алланың ҡарашы ап-асыҡ күрһәтелгән булһа, улар быны иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Беренсе мәсихселәр тыуған көндәрҙе үткәрмәгән. Бер энциклопедияла былай тип яҙылған: «беренсе мәсихселәр, кемдеңдер тыуған көнөн үткәреү — мәжүси йола, тип иҫәпләгән» («The World Book Encyclopedia»). Изге Яҙмалар күрһәткәнсә, Ғайсаның илселәре һәм Ғайса үҙе өйрәткән башҡа шәкерттәр бөтә мәсихселәр өсөн өлгө ҡалдырған (2 Тессалуникиҙарға 3:6).
Мәсихселәр үткәрергә тейеш берҙән-бер байрам был тыуыу көнө түгел, ә Ғайса Мәсихтең үлем көнө (Лука 22:17—20). Был ғәжәп түгел, сөнки Изге Яҙмаларҙа, «үлем көнө тыуыу көнөнән яҡшыраҡ», тип әйтелә (Вәғәзсе 7:1). Ғайса Мәсих ерҙәге тормошоноң ахырына Алла алдында яҡшы исемгә эйә булған. Шуға күрә уның үлем көнө тыуған көнөнән мөһимерәк (Еврейҙарға 1:4).
Изге Яҙмаларҙа, Алланың хеҙмәтселәре тыуған көндәрҙе үткәргән, тип әйтелмәй. Был яңылышлыҡ ҡына түгел, сөнки Изге Яҙмаларҙа тыуған көн үткәреүгә ҡағылышлы ике осраҡ иҫкә алына. Был тыуған көндәрҙе Аллаға хеҙмәт итмәгән кешеләр үткәргән һәм уларҙың икеһе лә насар яҡтан күрһәтелгән (Башланмыш 40:20—22; Марк 6:21—29).
Йәһүә шаһиттарының балалары тыуған көндәрҙе үткәрмәгәнгә, үҙҙәрен нимәнәндер мәхрүм ителгән кешеләр итеп тоямы?
Бөтә ҡайғыртыусан ата-әсәләр кеүек, Йәһүә шаһиттары ла үҙҙәренең балаларына яратыуҙарын даими рәүештә күрһәтеп тора. Мәҫәлән, улар балаларына бүләктәр биреп, күңелле кисәләр ойоштора. Улар Алланың үрнәгенә эйәрергә тырыша, ә Алла балаларына һәр ваҡыт яҡшы нәмәләр бирә (Маттай 7:11). Йәһүә шаһиттарының балалары үҙҙәрен нимәнәндер мәхрүм ителгән кешеләр итеп тоймай. Был уларҙың түбәндә килтерелгән һүҙҙәренән күренә:
«Көтмәгәндә бүләк алыу күпкә ҡыҙығыраҡ» (Тэмми, 12 йәш).
«Тыуған көнөмдә мин бүләктәр алмайым, ләкин атайым менән әсәйем башҡа көндәрҙә миңә бүләктәр бирә. Ә был миңә оҡшай, сөнки мин көтөлмәгән бүләктәр яратам» (Грегори, 11 йәш).
«Ун минут, бер нисә кекс менән йыр, шул да булдымы байрам? Беҙгә килегеҙ һәм ысын байрамдың нимә икәнен күрерһегеҙ!» (Эрик, 6 йәш)