Йәһүә шаһиттары үҙҙәренең динен генә хаҡ тип һанайҙармы?
Дин тотоусы кешеләр Алла һәм Ғайса уларҙың диндәрен хуплаймы йә юҡмы икәнен иғтибарға алырға тейеш. Юғиһә, был динде тотоуҙың мәғәнәһе булыр инеме?
Ғайса Мәсих ҡотолоу өсөн бер нисә юл, йәғни бер нисә дин бар тип өйрәтмәгән. Киреһенсә, ул: «Тормош ҡапҡаһы тар һәм унда илтеүсе юл ҡыҫынҡы. Уны аҙҙар ғына таба» — тип әйткән (Матфей 7:14). Йәһүә шаһиттары был юлды тапҡандарына ышаналар. Юғиһә, улар башҡа бер динде эҙләр ине.