Йәһүә шаһиттары Ғайса Мәсихкә ышанамы?
Эйе, беҙ Ғайсаға ышанабыҙ. Ул: «Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була», — тип әйткән (Яхъя 14:6). Беҙ Ғайсаның күктән ергә килгәненә һәм үҙенең камил тормошон беҙҙең хаҡҡа йолом ҡорбаны итеп биргәненә ышанабыҙ (Матфей 20:28). Уның үлеме һәм терелеүе ярҙамында уға ышанғандар өсөн мәңгелек тормошҡа эйә булыу мөмкинлеге асыла (Яхъя 3:16). Беҙ шулай уҡ Ғайсаның хәҙерге ваҡытта күктәге Алла Батшалығында Батша булып идара итеүенә һәм тиҙҙән бөтөн донъяла тыныслыҡ урынлаштырасағына ышанабыҙ (Асылыш 11:15). Әммә уны Алла менән тиң күрмәйбеҙ, сөнки ул үҙе лә: «Атам Минән бөйөгөрәк», — тип әйткән (Яхъя 14:28). Шунлыҡтан беҙ Ғайсаға табынмайбыҙ һәм уны Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла тип һанамайбыҙ.