Йәһүә шаһиттарында ҡатын-ҡыҙҙар вәғәзләйме?
Эйе, бөтә Йәһүә шаһиттары вәғәзләй, йәғни Аллаға хеҙмәт итә. Улар араһында миллионлаған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «яҡшы хәбәрҙе иғлан итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙур ғәскәрҙәй күп» (Зәбур 68:11).
Йәһүә шаһиттары ойошмаһындағы ҡатын-ҡыҙҙар Изге Яҙмала иҫкә алынған ҡатындарҙан үрнәк алып йәшәй (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10—31). Улар, йыйылышта үҙ өҫтәренә етәкселек алмаһа ла, вәғәз эшендә әүҙем ҡатнаша. Улар шулай уҡ балаларын Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәргә өйрәтә (Ғибрәтле һүҙҙәр 1:8). Һүҙҙәре һәм эштәре менән башҡаларға яҡшы йоғонто яһар өсөн, улар күп көс һала (Титҡа 2:3—5).