Төп мәғлүмәткә күсеү

Ауыр сиргә ҡарамаҫтан, ул бирешмәгән

Ауыр сиргә ҡарамаҫтан, ул бирешмәгән

 Вирджиния — Йәһүә шаһиты. Ул акинетик мутизм тип аталған ауырыуҙан яфалана. Уны паралич һуҡҡан: ул күрә, ишетә, күҙҙәрен аса һәм йома, башын әҙерәк борғолай ала, ләкин һөйләшә һәм үҙ аллы ашай алмай. Ҡасандыр Вирджиния һау-сәләмәт булған, ләкин 1997 йылда барыһы үҙгәргән. Бер көн иртән ул елкәһендә түҙә алмаҫлыҡ ауыртыу тойған. Ире уны больницаға алып барған, һәм шул уҡ кистә ул комаға киткән. Ике аҙнанан һуң Вирджиния реанимацияла уянған. Уны паралич һуҡҡан һәм ул ИВЛ аппаратына тоташтырылған булған. Бер нисә көн ул бер нәмә лә иҫенә төшөрә алмаған, хатта үҙенең кем икәнен дә.

 Вирджиния былай тип бүлешә: «Яйлап хәтерем ҡайта башланы. Ҡайнар доға ҡылдым. Минең үлгем килмәй ине, бәләкәй улым әсәйһеҙ ҡала, тип ҡурҡтым. Көс табыр өсөн Изге Яҙмалағы аяттарҙы мөмкин тиклем күберәк иҫемә төшөрөргә тырыштым.

 Ахыр сиктә мине реанимациянан палатаға күсерҙеләр. Алты ай буйы төрлө больницаларҙа һәм реабилитация үҙәгендә дауаланғандан һуң, мине өйгә ҡайтарҙылар. Бөтә тәнемде паралич һуҡҡан ине һәм мин ярҙамсыһыҙ бер нәмә лә эшләй алмай инем. Мин өмөтһөҙлөккә бирелдем, үҙемде башҡалар һәм Йәһүә өсөн йөк тип һананым. Шулай уҡ бәләкәй улым өсөн дә борсолдом.

 Минеке кеүек үк хәлгә эләккән башҡа Йәһүә шаһиттарының биографияларын уҡый башланым һәм уларҙың Йәһүә өсөн шул тиклем күп нәмә эшләй алғандарына таң ҡалдым. Был миңә ыңғай нәмәләр тураһында уйларға һәм иғтибарымды хәлемдән килгән нәмәләргә тупларға ярҙам итте. Сирләп киткәнгә тиклем рухи нәмәләргә ваҡытым күп булманы, ә хәҙер көнө буйы шөғөлләнә алам. Мин төшөнкөлөккә бирелмәҫкә һәм Йәһүә менән мөнәсәбәттәремде нығытырға булдым.

 Мин компьютер менән ҡулланырға өйрәндем. Махсус программа башымдың хәрәкәттәрен күҙәтә, һәм шулай итеп мин текст баҫтыра алам. Был ауыр эш булһа ла, ошондай технологиялар миңә Изге Яҙманы өйрәнергә, хаттар һәм электрон хәбәрҙәр аша башҡаларға өмөтөм тураһында һөйләргә ярҙам итә. Кешеләр менән аралашыр өсөн минең алфавит яҙылған таҡтам бар. Минең менән аралашҡан кеше бер хәрефкә төртә, дөрөҫ булмаһа мин күҙҙәремде киң итеп асам, дөрөҫ булһа — күҙемде йомам. Шулай итеп хәрефтәрҙән — һүҙҙәр, ә һүҙҙәрҙән һөйләмдәр килеп сыға. Минең менән күп ваҡыт үткәргән апай-ҡәрҙәштәр минең нимә әйтергә теләгәнемде тиҙ генә аңларға өйрәнде. Ҡайһы саҡта улар хаталана инде, шул саҡта беҙ бергәләп көлөшәбеҙ.

Алфавит ярҙамында аралашам

 Миңә йыйылыш эштәрендә ҡатнашыу бик оҡшай. Мин һәр ваҡыт видеоконференция аша йыйылыш осрашыуҙарына тоташам. Мин яуаптарымды баҫтырам, ә фекер алышҡан ваҡытта уны берәйһе уҡый. Шулай уҡ ай һайын сыҡҡан JW Broadcasting a программаһын ҡарар өсөн берәй ҡәрҙәштәргә ҡушылам.

 Акинетик мутизмдан мин инде 23 йыл яфаланам. Әлбиттә, ҡайһы саҡта төшөнкөлөккә биреләм. Ләкин доға ҡылыу, ҡәрҙәштәр менән аралашыу, шулай уҡ рухи эштәрҙә әүҙем ҡатнашыу миңә шундай хистәрҙе еңергә ярҙам итә. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы менән мин инде 6 йылдан күберәк ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итәм! Мин үҙемдең улым Алессандро өсөн һәр ваҡыт яҡшы үрнәк булырға теләнем. Хәҙер ул инде өйләнгән, йыйылышта өлкән булып хеҙмәт итә. Улар ҡатыны менән пионер хеҙмәтендә ҡатнаша.

 Мин йыш ҡына буласаҡ ожмахтағы тормош тураһында уйланам. Үҙ тауышым менән Йәһүә менән һөйләшергә хыялланам. Шулай уҡ мин һыу буйында йөрөүемде һәм йәмле тәбиғәт менән һоҡланыуымды күҙ алдына килтерәм. Һуңғы 20 йыл мине трубка аша шыйыҡ ризыҡ менән ашаталар, шуға күрә ағастан алма өҙөп алып ашай алған ваҡытты бик көтәм. Һәм әлбиттә, мин Италия кешеһе булғанға, тәмле итальян ашамлыҡтары, шул иҫәптән пицца әҙерләп ашағым килә!

 „Ҡотолоуға өмөт“ миңә ыңғай фекер йөрөтөргә ярҙам итә (1 Фессалоникаларға 5:8). Үҙемде яңы донъяла күҙ алдыма килтергәндә, бик шатланам һәм үҙемдең физик етешһеҙлектәрем тураһында онотам. Тиҙҙән улар үткәндә ҡаласаҡ. Мин Алла Батшалығы идаралығы аҫтында буласаҡ „ысын тормошҡа“ өмөтләнеп йәшәйем» (1 Тимофейға 6:19; Матфай 6:9, 10).

a JW телевидениеһына һылтанманы jw.org сайтында табып була.