Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

Улар «бик ҡиммәтле матур ынйыны» тапҡан

Улар «бик ҡиммәтле матур ынйыны» тапҡан

 Ғайса, Алла Батшалығы кешелектең бөтә проблемаларын хәл итәсәк, тип өйрәткән (Матфей 6:10). Матфей 13:44—46-ла Ғайса, Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәттең ни тиклем ҡиммәтле икәнен күрһәтер өсөн, бындай ике ҡисса һөйләгән:

  •   яланда эшләп йөрөгән ир көтмәгәндә күмелгән хазина таба;

  •   яҡшы ынйылыр эҙләгән сауҙагәр бик ҡиммәтле матур ынйы таба.

 Был ирҙәрҙең икеһе лә табылған хазинаға эйә булыр өсөн бөтә мөлкәтен һатҡан. Улар Алла Батшалығын бик ныҡ ҡәҙерләгән, хатта уның өсөн ҡорбандарға барырға әҙер булған кешеләрҙе символлаштыра (Лука 18:29, 30). Был видеояҙмала Ғайсаның ҡиссаларында һүрәтләнгән ирҙәргә оҡшаш кешеләр тураһында һөйләнелә.