Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

«Бар хыялдарым да тормошҡа ашҡан кеүек ине»

«Бар хыялдарым да тормошҡа ашҡан кеүек ине»
  • ТЫУҒАН ЙЫЛЫ: 1962

  • ТЫУҒАН ИЛЕ: Канада

  • ҠЫҪҠАСА МӘҒЛҮМӘТ: әхлаҡһыҙ тормош алып барған

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ

 Мин Монреалдә — Канадалағы Квебек провинцияһының иң ҙур ҡалаһында тыуғанмын. Беҙ ата-әсәйем, шулай уҡ апайым һәм ике ҡустым менән Розмон тигән күркәм районда йәшәнек. Ата-әсәйем беҙҙе наҙлап үҫтерҙе, һәм ғаиләбеҙҙә тыныс-татыу мөхит хөкөм һөрҙө.

 Бала саҡта миңә Изге Яҙма уҡыу бик оҡшай ине. Хәтеремдә, 12 йәшемдә Инжилдән Ғайса Мәсих тураһында уҡыным, һәм был кешенең үрнәге миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Минең уның кеүек үк игелекле һәм мәрхәмәтле булырға теләгем тыуҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҫә төшөп, насар компанияға эләккәс, был теләгем һүрелде.

 Атайым саксофонист ине. Ул миңә үҙенең инструментын биреп кенә ҡалманы, ә миндә музыкаға ҙур һөйөү үҫтерҙе. Музыка тормошомда төп урын биләне. Тиҙҙән мин гитарала уйнарға өйрәндем. Хатта дуҫтарым менән рок-группа ойошторҙом, һәм беҙ бер нисә концерт менән сығыш яһаныҡ. Миңә атаҡлы продюсерҙар иғтибар итте һәм бергә эшләргә тәҡдим яһаны. Мин бер ҙур тауыш яҙыусы компания менән контракт төҙөнөм. Музыкам киң танылыу алды һәм Квебектағы радионан йыш яңғырай башланы.

 Бар хыялдарым да тормошҡа ашҡан кеүек ине. Мин йәш инем, атаҡлы кеше булып киттем, яратҡан эшем менән шөғөлләнеп, күп аҡса эшләнем. Көндөҙ мин спортзалға йөрөнөм, интервьюлар бирҙем, автограф өләштем һәм телевидениела сығыш яһаным, ә кистәрен концерттар бирҙем һәм кисәләрҙә күңел астым. Тамашасыларҙың яратҡан кешеһе булыуы еңел түгел. Тәүҙә мин, стрестан арыныр өсөн, иҫерткес эсемлектәр эстем, ә һуңғараҡ наркотиктарға күстем. Мин вайымһыҙ инем һәм әхлаҡһыҙ тормош алып барҙым.

 Ҡайһы берәүҙәр минән көнләштеләр, сөнки мин бик бәхетле булып күренә инем. Ләкин күңелем төпкөлөндә, бигерәк тә бер үҙем ҡалғанда, бушлыҡ тойҙом. Мине күңел төшөнкөлөгө һәм шом-ҡурҡыуҙар бер ҙә ҡалдырманы. Өҫтәүенә, ике продюсерым, тап мин дандың иң юғары баҫҡысында булған осорҙа, СПИД-тан үлде. Был мине шаңҡытты! Музыканы бик яратһам да, тормош рәүешем ерәнгес ине.

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

 Минең тормошом уңышлы кеүек булһа ла, был донъяла нимәлер дөрөҫ түгел икәнен аңлай инем. Ни өсөн донъя ғәҙелһеҙлек менән тулған? Ни өсөн Алла бер нәмә лә эшләмәй? Доға ҡылғанда йыш ҡына Аллаға ошо һорауҙарҙы бирә инем. Сираттағы гастролдән ҡайтҡас, мин тағы Изге Яҙма уҡый башланым. Күп нәмәне аңламаным, шулай ҙа, ахыры заман яҡын, тигән һығымтаға килдем.

 Изге Яҙманан мин Ғайсаның сүлдә 40 көн ураҙа тотоуы хаҡында белдем (Матфей 4:1, 2). Мин дә шулай эшләһәм, бәлки, Алла миңә асылыр, тип уйланым, шуға күрә календарҙа ураҙа тота башлар көнөмдө билдәләп ҡуйҙым. Ураҙа тота башларҙан ике аҙна элек ишегемә ике Йәһүә шаһиты шаҡыны. Мин уларға инергә тәҡдим иттем, әйтерһең дә, улар минең күптәнге таныштарым. Береһенең күҙҙәренә текләп ҡараным да (уның исеме Жак ине) унан: «Ысынлап та ахыры заман етеп киләме?» — тип һораным. Яуап итеп ул Изге Яҙмаһын асты ла 2 Тимофейға 3:1—5-те уҡыны. Мин уларға бик күп һорауҙар яуҙырҙым һәм уларҙың яуаптары ни тиклем логик һәм тулы булыуына таң ҡалдым. Нимә генә һораһам да, улар Изге Яҙмаға нигеҙләнеп яуап бирҙе. Улар менән бер нисә тапҡыр һөйләшкәндән һуң, ураҙа тотоуҙың кәрәге юҡ икәнен аңланым.

 Мин Йәһүә шаһиттары менән даими рәүештә Изге Яҙма өйрәнә башланым. Оҙон сәсемде ҡырҡтырҙым һәм урындағы Батшалыҡ залында үткән бөтә осрашыуҙарға йөрөй башланым. Йәһүә шаһиттарының дуҫтарса йылы мөнәсәбәте хәҡиҡәтте табыуыма тағы ла нығыраҡ ышандырҙы.

 Әлбиттә, Изге Яҙмалағы нормаларға тура килер өсөн, миңә тормошомдо тулыһынса үҙгәртергә, мәҫәлән, наркотик ҡулланыуҙан туҡтарға һәм әхлаҡһыҙ тормош рәүешенән баш тартырға кәрәк булды. Шулай уҡ миңә үҙемде генә уйлап йәшәмәҫкә, ә башҡаларҙы ла иҫәпкә алырға өйрәнергә кәрәк ине. Мин ике баламды бер үҙем тәрбиәләп үҫтерҙем, һәм уларҙың эмоциональ һәм рухи ихтыяждары тураһында ҡайғыртырға тейеш инем. Шуның өсөн музыкаль карьерамды тамамланым да фабрикаға әҙ түләүле эшкә урынлаштым.

 Тормошомдо үҙгәртеү еңел булманы: наркотик ломканан яфа сиктем, бер нисә тапҡыр үҙемде тыя алмайынса тағы наркотик ҡулландым (Римдарға 7:19, 21—24). Бигерәк тә әхлаҡһыҙ тормоштан баш тартыу ауыр булды. Бынан тыш, яңы эшем хәлдән тайҙыра, ә бик бәләкәй эш хаҡым күңелде төшөрә ине. Өс ай буйы ауыр эшләп алған эш хаҡым элек сәхнәлә ике сәғәт эсендә эшләгән аҡсаға тиң ине.

 Бының барыһына сыҙарға доға ярҙам итте. Изге Яҙманы даими уҡыу ҙа ҙур ярҙам булды. Изге Яҙмалағы ҡайһы бер аяттар миңә көс өҫтәне. Мәҫәлән, 2 Коринфтарға 7:1. Был аят мәсихселәрҙе тәндәрен һәм рухтарын тап төшөүҙән сафландырырға дәртләндерә. Мине насар ғәҙәттәрҙән ҡотолоп булыуына ышандырған икенсе бер аят — Филиптарға 4:13 (ЯДТ). Унда: «Мин үҙемә ҡөҙрәт биреүсе ярҙамында барыһын булдыра алам», — тиелгән. Йәһүә Алла доғаларымды яуапһыҙ ҡалдырманы. Ул миңә, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте белеп, ундағы нормалар буйынса йәшәй башларға ярҙам итте. Был ғүмеремде Аллаға бағышларға этәргес бирҙе (1 Петр 4:1, 2). 1997 йылда мин, һыуға сумдырылып, Йәһүә шаһиты булып киттем.

ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ

 Иманым камил, әгәр тормош рәүешемде үҙгәртмәһәм, мин инде иҫән булмаҫ инем. Ә хәҙер мин ысынлап та бәхетле! Һөйөклө ҡатыным Элви — минең өсөн ысын фатиха! Беҙ бергәләп кешеләргә Изге Яҙмала яҙылғандар тураһында һөйләр өсөн күп ваҡыт бүләбеҙ. Был миңә ҙур шатлыҡ һәм ысын ҡәнәғәтлек килтерә. Мине үҙенә йәлеп иткәне өсөн, мин Йәһүәгә сикһеҙ рәхмәтлемен (Яхъя 6:44).