ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ
«Мин инде бүтән рәхимһеҙлек ҡоло түгел»
Тыуған йылы: 1956
Тыуған иле: Канада
Ҡыҫҡаса мәғлүмәт: аҙғын тормош алып барған һәм йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәгән рәхимһеҙ йәш егет
ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ
Мин Альберта провинцияһының (Канада) Калгари ҡалаһында тыуғанмын. Күп тә үтмәй, атай-әсәйем айырылышҡас, беҙ әсәйем менән өләсәй һәм олатай янына күстек. Улар беҙҙе бик яратты, һәм мин бәхетле бала булып үҫтем. Ғәмһеҙ бала сағымды мин әле лә айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алам.
Әммә бәхетле баласаҡ бик тиҙ үтеп китте. Миңә ете йәш булғанда, әсәйем яңынан атайыма кейәүгә сыҡты, һәм беҙ Миссури штатындағы (АҠШ) Сент-Луис ҡалаһына күстек. Тиҙҙән мин атайымдың аяуһыҙ уҫал кеше икәнен аңланым. Хәтеремдә, мин яңы мәктәптә беренсе көн генә уҡып ҡайтҡайным. Атайым минең туҡмалғанымды, әммә үс алмағанымды белде. Шул саҡ ул, асыуынан ярһып китеп, миңә мәктәптә эләккәндән дә нығыраҡ һуғып ебәрҙе. Мин был «дәресте» яҡшы үҙләштерҙем һәм шул ваҡыттан алып һуғыш суҡмарына әйләндем.
Атайымдың үтә ҡыҙыу холҡо әсәйемде лә ярһытты, һәм улар йыш ҡына талаша ине. Мин 11 йәшемдә эсә һәм наркотик ҡуллана башланым. Шуға ла көндән-көн аяуһыҙыраҡ була барҙым һәм урамдағы һуғыштарға ҡыҫылмай ҡалған сағым булманы. Ә инде мәктәпте тамамлауға көс ҡулланыу һәм рәхимһеҙлек минең ғәҙәтемә керҙе.
Мин 18 йәшемдә АҠШ диңгеҙ пехотаһы корпусына хеҙмәткә алындым. Хәрби хеҙмәт ваҡытында мин эсемдәге бар ярһыуымды һуғышырға өйрәнер өсөн йүнәлтә инем. Биш йыл үтеүгә мин, хәрби хеҙмәтте ҡалдырып, психологияны өйрәнер өсөн университетҡа индем. Был миңә Федераль тикшеренеүҙәр бюроһына эшкә инергә ярҙам итер тип уйланым. Башта мин АҠШ-та уҡыным, шунан Канадала.
Уҡыған ваҡытта кешеләргә һәм, ғөмүмән, йәмғиәткә ышанысым бөтөнләй юғалды. Һәр береһе тик үҙе хаҡында ғына уйлай, тормоштоң бер мәғәнәһе лә юҡ, ә кешелек проблемаларын хәл итеү мөмкин түгел кеүек тойолдо. Кешеләрҙең был донъяны яҡшырта алырына өмөтөм бөтөнләйгә һүрелде.
Күңел бушлығын алкоголь һәм наркотиктар менән тултырырға маташтым, шулай уҡ мин байырға тырыштым. Өҙлөкһөҙ күңел асыуҙар, теләһә кем менән енси бәйләнеш — минең тормошом шулай ине. Хәрби хеҙмәт үткәнгә күрә, мин үҙемә тағы ла нығыраҡ ышана башланым һәм йыш һуғыша инем. Ғәҙеллектең нимә икәнен мин үҙемсә аңлай инем һәм кем дә булһа минең уйлауымса башҡалар менән ғәҙелһеҙ эш итһә, уны шунда уҡ үҙ урынына ултырта инем. Әммә шулай итеп мин ысынында иһә үҙемдең рәхимһеҙлегемдең ҡолона әйләнә бара инем.
ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ
Бер көн үҙем йәшәгән йорттоң подвалында дуҫым менән наркотик ҡабул итеп алғас, һатырға тип марихуана әҙерләп ултыра инек. Шул саҡ дуҫым минән «һин Аллаға ышанаһыңмы» тип һораны. Ә мин уға: «Әгәр бөтә ғазаптарҙа һәм бәләләрҙә Алла ғәйепле икән, мин уны белергә лә теләмәйем!» — тинем. Иртәгәһенә мин яңы эш урынына килдем, ундағы бер хеҙмәттәшем минән: «Һин нисек уйлайһың, бөтә ғазаптарҙа һәм бәләләрҙә Алла ғәйеплеме?» — тип һораны. Ул Йәһүә шаһиты ине. Мин бик ғәжәпләндем, сөнки ул миңә кисә генә әйткәнемде һүҙмә-һүҙ ҡабатланы, һәм минең уның менән артабан һөйләшкем килде. Киләһе ярты йыл дауамында беҙ уның менән йыш аралаштыҡ, ул миңә Изге Яҙманан үҙемде айырыуса ныҡ борсоған һорауҙарға яуаптар күрһәтә ине.
Ул саҡта мин бер ҡыҙ менән йәшәй инем, һәм беҙ өйләнешергә һөйләшкәйнек. Әммә ул минең Изге Яҙманан белгәндәрем хаҡында ишетергә лә теләмәне. Бер йәкшәмбелә мин уға, Изге Яҙманы бергәләп өйрәнер өсөн Йәһүә шаһиттарын өйгә саҡырҙым, тинем. Иртәгәһенә эштән ҡайтһам, ул юҡ — беҙҙең бөтә әйберҙәрҙе алған да киткән. Мин өйҙән сыҡтым да, илап ебәрҙем. Шунан доғала Йәһүәгә ялбарып, ярҙам һорай башланым. Тап шул доғамда мин Аллаға беренсе тапҡыр Йәһүә тип исеме менән өндәштем (Зәбур 83:18).
Ике көндән һуң ирле-ҡатынлы Йәһүә шаһиттары минең менән «Һин ерҙәге ожмахта мәңге йәшәй алаһың» тигән китап буйынса беренсе тапҡыр Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрҙе a. Улар киткәс тә, мин ул китапты уҡыуымды дауам иттем һәм шул уҡ төндә уны уҡып та бөттөм. Йәһүә Алла, уның улы Ғайса Мәсих хаҡында белгәндәрем миңә бик ныҡ тәьҫир итте. Йәһүәнең ҡыҙғаныусан Алла булыуын һәм кешеләр ғазап сиккәндә уның да ғазап кисереүен аңланым (Ишағыя 63:9). Алланың мине яратыуын, ә уның Улының үҙем өсөн ғүмерен биргәнен белеү йөрәгемдең иң түренә ҡәҙәр барып етте (1 Яхъя 4:10). Үҙемә ҡарата Алланың сабырлыҡ күрһәткәнен аңланым, «сөнки [ул] бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтөн кешенең тәүбәгә килеүен көтә» (2 Петр 3:9). Мин шуны тойҙом: Йәһүә минең үҙе менән дуҫлашыуымды теләй (Яхъя 6:44).
Шул аҙнала уҡ мин йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башланым. Мин оҙон итеп сәс үҫтереп, ҡолаҡҡа алҡалар тағып, ҡурҡыныс ҡиәфәттә йөрөй инем, әммә Йәһүә шаһиттары мине инде күптән күрмәгән туғанын ҡаршылағандай йылы ҡабул итте. Улар үҙен ысын мәсихселәрсә тотто. Мин үҙемде яңынан өләсәй-олатай янында кеүек, хатта унан да яҡшыраҡ хис иттем.
Изге Яҙманан алған белем тәьҫирендә мин яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланым. Сәсемде алдырҙым, әхлаҡһыҙ тормош рәүешен ҡалдырҙым, эсеүҙе һәм наркотик ҡулланыуҙы ташланым (1 Коринфтарға 6:9, 10; 11:14). Мин Йәһүәне шатландырырға теләнем. Шуға ла ниндәйҙер эштәремдең уға оҡшамай икәнен белеп ҡалғанда, һис тә аҡланыу эҙләмәй инем. Ундай минуттарҙа мин бик әсенеп, үҙемә: «Башҡаса былай дауам ителергә тейеш түгел», — тип әйтә инем дә, шунда уҡ дөрөҫ уйларға һәм эш итергә тырыша инем. Һәм тиҙҙән тормошомдоң ысынлап та яҡшы яҡҡа үҙгәрә башлағанын тойҙом. Изге Яҙманы өйрәнә башлауға ярты йыл тигәндә 1989 йылдың 29 июлендә мин һыуға сумдырылдым һәм Йәһүә шаһиты булып киттем.
ТОРМОШОМ ЯҠШЫРҘЫ
Изге Яҙманы өйрәнеү ярҙамында мин бөтөнләй икенсе кешегә әйләндем. Элек мин һәр ҡырын ҡараштан ярһып китә торғайным. Хәҙер иһә «барыһы менән дә... татыу» йәшәргә тырышам (Римдарға 12:18). Әммә был минең үҙемдең ҡаҙанышым түгел. Мин Йәһүәгә рәхмәтлемен, уның Һүҙе һәм изге рухы кешене үҙгәртергә һәләтле (Галаттарға 5:22, 23; Еврейҙарға 4:12).
Наркотиктар, көс ҡулланыу һәм әхлаҡһыҙ теләктәр башҡаса инде минең өҫтөмдән хакимлыҡ итә алмай. Хәҙер мин Йәһүә Алланы шатландырырға һәм уға бөтә йөрәктән хеҙмәт итергә тырышам. Мәҫәлән, мин башҡаларға уның хаҡында белергә ярҙам итәм. Һыуға сумдырылып бер нисә йыл үткәндән һуң, мин күберәк вәғәзселәр кәрәк булған икенсе бер илгә күсеп киттем. Инде күп йылдар мин кешеләр менән Изге Яҙмалағы белем менән бүлешәм һәм уларҙың да тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күрәм. Мин шундай бәхетле, минең бит әсәйем дә Йәһүә шаһиты булып китте. Ниндәйҙер дәрәжәлә уға минең шулай үҙгәреп китеүем дә тәьҫир итте.
1999 йылда мин Сальвадорҙа теократик мәктәптә уҡыным, ул хәҙер Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбе тип атала. Унда мин вәғәз эшенә етәкселек итер өсөн һәм шулай уҡ йыйылышта көтөүсе вазифаһын башҡарыр өсөн кәрәкле белем алдым. Шул уҡ йылда мин һөйөклө Эухенияма өйләндем. Беҙ уның менән Гватемалала тулы ваҡытлы вәғәзселәр булып хеҙмәт итәбеҙ.
Өмөт өҙөлөүҙәр, күңел һүрелеүҙәр артта ҡалды. Хәҙер мин бик бәхетле. Изге Яҙма өйрәткәндәрҙе тормошомда ҡулланып, мин әхлаҡһыҙ теләктәр һәм рәхимһеҙлек ҡоллоғонан ҡотолдом. Хәҙер мин ысын яратыуҙың һәм йән тыныслығының нимә икәнен беләм.
a Хәҙер Йәһүә шаһиттары башлыса «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китапты ҡуллана.