Төп мәғлүмәткә күсеү

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШТО ҮҘГӘРТӘ

«Мин бүтән үҙ-үҙемдән оялмайым»

«Мин бүтән үҙ-үҙемдән оялмайым»
  • Тыуған йылы: 1963

  • Тыуған иле: Мексика

  • Ҡыҫҡа мәғлүмәт: урамда үҫкән, үҙен булдыҡһыҙ тип һанаған

ЭЛЕККЕ ТОРМОШОМ

 Мин Мексиканың төньяғында урынлашҡан Сьюдад-Обрегон ҡалаһында тыуғанмын. Ғаиләбеҙҙәге туғыҙ баланың бишенсеһе булдым. Беҙ ҡала ситендә йәшәнек, атайымдың бәләкәй генә фермаһы бар ине. Ундағы урындар бик матур ине, ғаиләбеҙ ҙә берҙәм һәм бәхетле булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә биш йәш булғанда, фермабыҙҙы көслө дауыл емерҙе, һәм беҙгә икенсе ҡалаға күсергә тура килде.

 Атайым күп аҡса эшләй башланы, әммә шул уҡ ваҡытта эсеүгә һалышты. Шул арҡала атай-әсәйемдең мөнәсәбәттәре боҙолдо, һәм был беҙгә лә, балаларға, зыян килтерҙе. Беҙ ике ағайым менән, атайҙың тәмәкеһен урлап, тарта башланыҡ. Алты ғына йәшемдә мин беренсе тапҡыр иҫергәнсе эстем. Күп тә үтмәҫтән, атайым менән әсәйем айырым йәшәй башланы, һәм минең тәртибем тағы ла насарыраҡ булып китте.

 Әсәйем беҙҙе үҙе менән алды ла икенсе ир менән йәшәй башланы. Ул ир әсәйемә аҡса бирмәй торғайны, ә әсәйем эшләгән аҡса йәшәүгә етмәй ине. Шуға күрә беҙ, балалар ғына булһаҡ та, аҡса эшләргә тырыштыҡ, шулай ҙа аҡса бик әҙ булды, саҡ осон осҡа ялғай торғайныҡ. Мин аяҡ кейеме таҙарта инем, икмәк, гәзит, һағыҙ һәм башҡа нәмәләр һата инем. Шулай уҡ, аҙыҡ табыр өсөн, ҡала буйлап байҙарҙың өйҙәре янындағы сүп-сар ҡаптарында соҡона торғайным.

 Ун йәшемдә бер ир миңә уның менән бергә ҡала сүплегендә эшләргә тәҡдим итте. Мин ризалаштым һәм, мәктәпте ташлап, өйҙән сығып киттем. Ул миңә көнөнә бер долларҙан да әҙерәк түләй ине һәм сүплектә табылған аҙыҡ бирә торғайны. Мин, сүплектә табылған нәмәләрҙән ҡыуыш эшләп, шунда йәшәнем. Тирә-яғымда тик һүгенгән һәм әхлаҡһыҙ тормош алып барған кешеләр генә ине. Уларҙың күбеһе наркомандар һәм эскеселәр ине. Ул ваҡыт — тормошомдоң иң аяныс осоро. Һәр төн мин, ҡурҡыуҙан ҡалтырап, илай торғайным. Ярлылығым һәм наҙанлығым арҡаһында мин үҙемдән ныҡ ояла инем. Сүплектә өс йыл тирәһе йәшәгәндән һуң, мин Мексиканың башҡа штатына күсеп киттем. Унда баҫыуҙа эшләнем: сәскә, мамыҡ, шәкәр ҡамышы һәм картуф йыйҙым.

Мин ошоға оҡшаш сүплектә өс йыл йәшәнем

 Дүрт йыл үткәс, мин кире Сьюдад-Обрегонға ҡайттым. Атайымдың апаһы мине үҙенә йәшәргә алды. Ул сихыр менән дауалаусы ине. Төндәрен мин насар төштәр күрә башланым һәм, төшөнкөлөккә бирелеп, үҙ-үҙемә ҡул һалыу тураһында уйланым. Бер төндө мин Аллаға былай тип доға ҡылдым: «Раббым, әгәр һин ысынлап та булһаң, мин һине белергә теләйем. Шул саҡта мин һиңә мәңге хеҙмәт итәсәкмен. Хаҡ дин булһа, уны табырға теләйем».

ИЗГЕ ЯҘМА ТОРМОШОМДО ҮҘГӘРТТЕ

 Мин һәр ваҡыт Алла тураһында белергә теләнем. Бала сағымда мин төрлө конфессияларҙың сиркәүҙәренә йөрөп ҡараным, әммә, береһендә лә ысын иман тапмағанға, күңелем һүрелде. Уларҙың береһе лә Изге Яҙманы аңлатманы һәм минең рухи һыуһынымды ҡандырманы. Ҡайһы бер сиркәүҙәрҙә аҡсаға сиктән тыш күп иғтибар бирелә ине, ә башҡаларында кешеләр әхлаҡи яҡтан боҙоҡ ине.

 Миңә 19 йәш булғанда, бер туғаным Йәһүә шаһиттары менән һөйләшкәне хаҡында әйтте. Улар уға Изге Яҙмала һүрәттәргә табыныу тураһында нимә яҙылғанын күрһәткән. Туғаным миңә, Сығыш 20:4, 5-те уҡып, һүрәт яһап табынырға ярамағанын күрһәтте. 5-се аятта былай тиелгән: «Уларға сәждә ҡылма һәм хеҙмәт итмә, сөнки мин, һинең Аллаң Йәһүә, йән-тән менән бирелгәнлекте талап итеүсе Алла». Шунан ул минән былай тип һораны: «Әгәр Алла һүрәттәр ярҙамында мөғжизәләр ҡыла икән йә улар аша табыныуыбыҙҙы теләй икән, улайһа ни өсөн уларҙы ҡулланыуҙан тыя?» Был һорау мине уйға һалды. Унан һуң беҙ шул туғаным менән бер нисә тапҡыр Изге Яҙма тураһында һөйләштек. Ундай әңгәмәләр миңә шул тиклем оҡшай ине, хатта ваҡыт һиҙелмәй үтә торғайны.

 Һуңыраҡ ул мине Йәһүә шаһиттарының осрашыуына алып барҙы. Унда күргәндәрем һәм ишеткәндәрем мине һоҡландырҙы. Хатта үҫмерҙәр ҙә программала ҡатнашты, улар сәхнәнән матур итеп сығыш яһай ине! «Бында ҡалай яҡшы өйрәтәләр!» — тип уйлап ҡуйҙым мин. Оҙон сәсемә һәм алама кейемемә ҡарамаҫтан, Йәһүә шаһиттары мине бик йылы ҡаршы алды. Ә бер ғаилә хатта мине йыйылыштан һуң бергә ашап алырға саҡырҙы!

 Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнеп, мин шуны белдем: Йәһүә Алла — ҡайғыртыусан Атай, һәм ул, аҡсабыҙға, дәрәжә, милләт һәм белемебеҙгә ҡарамаҫтан, һәр беребеҙҙе ҡәҙерләй. Алла кеше айырмай (Ғәмәлдәр 10:34, 35). Ниһайәт, минең рухи ихтыяждарым ҡәнәғәтләндерелде, ә күңелемдәге бушлыҡ тойғоһо кәмей башланы.

ТОРМОШОМ НИСЕК ЯҠШЫРҘЫ?

 Минең тормошом бөтөнләй үҙгәрҙе! Мин тәмәке тартыу, иҫергәнсе эсеү һәм һүгенеү ғәҙәттәренән ҡотолдом. Күңелемдә бала саҡтан булған тәрән үпкә хисенән арына башланым, ҡурҡыныс төштәр ҙә бүтән күрмәнем. Бала сағым ауыр булғанға һәм мәктәпте бөтөрмәгәнгә, күп йылдар үҙемде кәрәкһеҙ итеп тойһам да, был тиҫкәре хистәрҙән арына алдым.

 Минең бик яҡшы ҡатыным бар. Ул Йәһүәне ярата һәм миңә терәк булып тора. Хәҙер мин Йәһүә шаһиттары араһында күсеп йөрөүсе өлкән булып хеҙмәт итәм: төрлө йыйылыштарға барып, ҡәрҙәштәремде — рухи ғаиләмде рухландырам һәм өйрәтәм. Изге Яҙманың һауыҡтырғыс көсө һәм Алланың иҫ киткес өйрәтеүе ярҙамында мин бүтән үҙемдән оялмайым.

Ҡәрҙәштәр миңә ярҙам иткән кеүек, беҙ ҙә ҡатыным менән башҡаларға ярҙам итәбеҙ